Викидатала элемент юҡ

Ғәлиәхмәт — башҡорт ир-ат исеме, башҡа халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәлиәхмәт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгәнг, ғәли+әхмәт; бөйөк Әхмәт[1] тигәнде аңлата.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге осоронда әүҙем ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең береһе.

Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт мәркәз шураһы һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы.

Шаһиев Ғәлиәхмәт Юллаҡан улы, Шаһиев Ғәлиәхмәт Юлмөхәммәт улы (1914 — ?) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.[2][3]

Ғәлиәхмәтов Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы (30 декабрь 1921 йыл — 30 октябрь 2009 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы кесе лейтенанты. Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Ғәлиәхмәт (рус. Галиахметово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ