Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы
Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы (рус. Гайнизаров Забих Ахмадиевич; 8 май 1923 йыл — 28 ғинуар 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы яугиры, пулеметсы[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[2].
Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 8 май 1923 |
Тыуған урыны | Муйнаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 1997 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Кемдә уҡыған | мәктәп уҡытыусыһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЗәбих Әхмәҙи улы Ғәйнизаров 1923 йылдың 8 майында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе мал көткән, иген һәм йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән.
1931 йылда Муйнаҡ ете йыллыҡ мәктәбенең беренсе синыфына уҡырға инә, 1941 йылда тыуған районының Абзан урта мәктәбендә 10 класты тамамлай.
1941 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы барышында генерал Шайморатов командалыҡ иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә.
Курск, Тула, Липецк ҡалалары өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡавтнаша. 1942 йылдың октябрендәге бер алышта уң аяғы ҡаты йәрәхәтләнә. Ул 1943 йылдың авгусына тиклем хәрби госпиталдәрҙә дауалана. Һуғышта алған ҡаты йәрәхәтенән терелгәндән һуң, һаулығы буйынса демобилизациялана.
Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, башта магазинда һатыусы булып эшләй. 1944 йылда Ырымбур педагогия институтының география факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм тыуған Муйнаҡ ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай.
Зәбих Әхмәҙи улының барлыҡ хеҙмәт юлы ошо мәктәп менән бәйле: ул башта ябай уҡытыусы, артабан уҡытыу бүлеге мөдире һәм мәктәп директоры була.
Тыуған ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
1951 йылда КПСС сафына инә, бер нисә тапҡыр Муйнаҡ ауыл советына депутат итеп һайлана. Ошо арала ете балаһын уҡытып, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырта.
Намыҫлы фиҙәкәр хеҙмәте өсөн миҙал, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм профсоюздар өлкә советының Почёт грамоталары менән бүләкләнә.
1978 йылда хаҡлы ялға сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, уға 1989 йылда Салауат ҡалаһында бер бүлмәле фатир бирелә.
1997 йылдың 29 ғинуарында Салауат ҡалаһында вафат була, тыуған ауылы Үрге Муйнаҡта ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[1]
- «1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл» миҙалы
- «1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» миҙалы
- «1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1965)
- Жуков миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы