Ғәҙелов Лотфый Закир улы

(Ғәдилов Лотфи Закир улы битенән йүнәлтелде)

Лотфый Закир улы Ғәҙелов (1893—1985) — журналист, 1942—1950 йылдарҙа Башҡортостан Радиокомитеты рәйесе. Йәмәғәт эшмәкәре, революционер-дипломат Кәрим Хәкимовтың тәүге библиографы.

Лотфый Закир улы Ғәҙелов
Тыуған көнө

1893({{padleft:1893|4|0}})

Вафат булған көнө

1985({{padleft:1985|4|0}})

Вафат булған урыны

Өфө

Наградалары һәм премиялары
«Почёт Билдәһе» ордены
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

1893 йылда элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Богдан улысының Мөлөк ауылында дини ғаиләлә тыуған (атаһы — мулла). 1895 йылда аталары вафат була һәм әсәһе балалары менән (барыһы 5 бала: 2 малай, 3 ҡыҙ) Ырымбур губернаһының Александровка районы Туҡай ауылына күсәләр. Был ауылда әсәһенең туғандары йәшәгән. Революцияға тиклем ғаиләнең бәләкәй генә өйө һәм бер һыйыры була. Милектә ерҙәре булмай, ерҙе ҡуртымға алып, 0,5 дисәтинәгә иген сәсәләр. Һаңғрау-телһеҙ Ибатулла олатаһы (әсәһенең ағаһы) алпауыт Субботинда ялсы булып эшләй, революциянан һуң колхозға инә.

Туҡай ауылында ауыл мәктәбен тамамлағас, 1907 йылда Ырымбур ҡалаһындағы мәҙрәсәгә уҡырға инә. 1910 йылға тиклем уҡый. 1910 йылда 40 тирәһе уҡыусы, шул иҫәптән Лотфый Закир улы, мәктәп программаһы менән риза булмай, мәктәпте ташлап сығып китә.

1910 йылдың көҙөндә «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә һәм унда 3 йыл уҡый. Был уҡыу йортонда ла Ырымбурҙағы тарих ҡабатлана һәм 1912 йылда Лотфый Закир улы башҡа уҡыусылар менән бергә март айында мәктәпте ташлай.

1913 йылдан 1915 йылға тиклем приказчик-малай булып шәхси магазинда эшләй.

1915 йылдың сентябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Австрия фронтында була, рядовой.

1917 йылдың декабрендә, демобилизациянан һуң, үҙенең Туҡай ауылына ҡайтып төшә һәм, фронтовик булараҡ, ярлылар һәм хеҙмәтсән крәҫтиәндәр араһында Совет власын яҡлап эш башлай. Шул йылдың март айында Советтарҙың беренсе Ырымбур губерна съезына һайлана. Съезд 1918 йылдың 12 мартынан 15 мартҡа тиклем үтә.

1918 йылдың март айынан алып 1926 йылдың октябренә тиклем үҙенең ауылында эшләй: 1 баҫҡыс мәктәбе директоры, улыс китапханаһы мөдире, улыс сәйәси-ағартыу эштәрен ойоштороусыһы була. Ошо уҡ ваҡытта ауыл һәм улыс Советтарының эшендә ҡатнаша, халыҡ мәғарифы буйынса улыс коллегияһы, улыс исполкомы ағзаһы итеп һайлана, бер үк ваҡытта үҙ-ара ярҙам итеү улыс комитеты секретары, мәғариф хеҙмәтсәндәренең улыс мечткомы яуаплы секретары, потребкооперация ревкомиссияһы ағзаһы була.

1926 йылдан ВКП(б) кандидаты, ә 1928 йылдан — партия ағзаһы.

1926 октябренән пенсияға киткәнгә тиклем, йәғни 1957 йылдың ноябренә тиклем, Өфөлә эшләй: Башҡорт өлкә совет-партия мәктәбендә (1926—1931 йылдар) уҡытыусы, ауыл бүлеге мөдире, «Коммуна» өлкә татар гәзитенең редакторы урынбаҫары һәм редакторы (1931—1937 йылдар), КПСС Өлкә комитеты бюроһы янындағы Ленин комиссияһы һәм марксизм-ленинизм классиктары хеҙмәттәрен нәшер итеү буйынса Башҡорт дәүләт нәшриәтенең редактор-тәржемәсеһе (1937—1941 йылдар), марксизм-ленинизм классиктары хеҙмәттәрен башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса Башҡорт дәүләт нәшриәте редакторы (1950—1957 йылдар).

Ошо йылдар эсендә төрлө курстарҙа, бигерәк тә пропаганда кадрҙарын, журналистарҙы һәм сәйәси-ағартыу хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү һәм ҡабаттан әҙерләү буйынса йәйге һәм киске курстарында, партия, ленинизм тарихын, журналистиканы уҡыта.

30-сы йылдар башында бер нисә йыл өлкә гәзиттәре редакцияларында (ул ваҡытта бер партойошма өс өлкә гәзите коммунистарын берләштергән), 30-сы йылдар аҙағында һәм 40-сы йылдар башында Башҡорт өлкә комитеты янындағы Ленин комиссияһында һәм Башҡорт дәүләт нәшриәтендә партойошма һәм партбюро секретары була.

1930 йылда Башҡорт педагогия институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә, 1933 йылда тамамлай.

19421950 йылдарҙа — Башҡорт Радиокомитетының рәйесе.

1957 йылдан пенсияла була — РСФСР-ҙың персональ пенсионеры.

Ҡатыны, Ғәҙелова Мәғниә Ғәбдрәүеф ҡыҙы, 1900 йылда Бишбүләк районының Дүсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Революционер һәм дипломат Кәрим Хәкимовтың бер туған һеңлеһе. КПСС-та - 1930 йылдан. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, һөнәре буйынса зоотехник. Уҡыуын тамамлағас, ошо уҡ институтта уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер нисә йыл партия органдарында эшләй.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Пенсияға сыҡҡас, ижади һәм йәмәғәт эше менән шөғөлләнәнә. Гәзит һәм журналдарға мәҡәләләр яҙа, доклад, лекциялар менән сығыш яһай, Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы булып тора.

1957 йылдан алып Ырымбур, Бохара, Ташкент, Алматы, Фрунзе, Томск,Ҡазан, Куйбышев, Мәскәү, Красногорск ҡалалары архивтарында дипломат һәм революционер Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улының тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле документтар, материалдар йыйыу буйынса эшен башлай. Йыйылған материалдар нигеҙендә 1960 йылда авторҙашы Ғүмәров Ф. Х. менән берлектә рус телендә «Кәрим Хәкимов» исемле китабы сыға. Ул йыйған мәғлүмәттәр буйынса Кәрим Хәкимов тураһында беренсе фильм төшөрөлә, уның режиссеры Әмир Абдразаҡов була. 1982 йылда драматург Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса «Ҡыҙыл Паша» спектакленең премьераһы үтә.

БАССР-ҙың Бишбүләк районындағы Дүсән ауылында Кәрим Хәкимов музейын асыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Музей өсөн махсус Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Бишбүләк районының «Марс» колхозы иҫәбенә кирбес бинаһы төҙөлә. Күренекле татар шағиры Фатих Кәримдең тыуған ауылы Айытта (Бишбүләк районы) музейҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Ошо ике музейға шефлыҡ итә. Шулай уҡ элекке «Ғәлиә» мәҫрәсәһендә (хәҙер Өфөнөң 15-се һанлы мәктәбе) музей ойоштороуҙа ҡатнаша.

Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең Киров бүлексәһе президиум ағзаһы булып торған.

Барыһы Ғәҙелов Л. З. йыйған мәғлүмәттәр нигеҙендә 4 китап нәшер ителә.

Наградалары

үҙгәртергә

«Почёт Билдәһе» ордены, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы һәм Башҡорт АССР-ның Юғары советы Президиумының Почёт грамоталары менән наградлана. Шулай уҡ ССР Союзы Министрҙар Советы янындағы Радиомәғлүмәт Комитеты тарафынан Башҡортостанда радиотапшырыуҙар ойоштороу өлкәһендәге уңышлы эштәре өсөн «СССР-ҙың Почётлы радисы» билдәһе менән наградлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

1. Гражданский подвиг журналиста Лутфи Гадилова, журнал «Бельские просторы», № 6 (211), Июнь, 2016. Автор — Гиндуллина Зарема.

2. Караван историй, караван судьбы…, газета «Вечерняя Уфа», 19-12-2014, автор — Татьяна Барабаш.