Ғәбделхәй — башҡорт һәм башҡа ғәрәптәрҙән төрки телле халыҡтарға ингән мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәбделхәй (Хәй) — «мәңге тере» мәғәнәһен аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ғәбделхәй Иркәбаев (1893 йыл — 1919 йыл) — шағир, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, публицист. Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы.

Хәй Мөхәмәтйәров (2 сентябрь 1911 йыл — 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып сонет жанрын үҙләштергән әҙип, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғәбделхәй Хурам улы Әхәтов (8 сентябрь 1927 йыл — 25 ноябрь 1986 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970).

Ғәбделхәй Әхәт улы Зарипов (27 август 1923 йыл — 2020 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.

Ғәбделхәй Ғимаҙи улы Фәхриев (4 сентябрь 1929 йыл — 31 август 1991 йыл) — башҡорт совет театр актёры. 1970—1991 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).

Мөхәмәт—Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев 1889 йыл — 1972 йыл) — күренекле башҡорт дин әһеле, Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ