Ғосман империяһы солтандары исемлеге

Wikimedia-Listn

Ғосман империяһы солтандары исемлеге — Ғосмандар династияһынан 1299—1924 йылдары араһында иң юғары хакимдарҙарының хронологик исемлеге .

Беренсе Ғосмандан Бишенсе Мәхмәдкә тиклем Ғосман Империяһының монархтары

Ғосман төрөктәре Урта Азияның Мәрүә ҡалаһы тирәһендәге кайы уғыҙ ҡәбиләһенән килеп сыҡҡандар. Монголдар хжүменән ҡотолор өсөн был ҡәбиләләрҙең бер өлөшө көнбайышҡа күсенгән, бында уларҙың етәкселәре Джалал-уд-Дингә хеҙмәт иткәндәр. Һуңынан Эртогрул[1] етәкселегендә бер төркөм кайы рум солтаны I-се Кей-Кубад биләмәләренә күсте. Эртогрулға византия сигендә Анатолияла Сегют ерҙәре бирелде.

1402 йылда урта азия яугире Тамерлан Анкара тирәһендәге һуғышта ғосмандарҙы ҡыйратты[2]. Солтан I Баязит әсир төшә[3], һәм шунда вафат була. Тимур ғосман дәүләтенең бер нисә өлөшкә бүлә. Бары тик II Морат дәүләтте ҡабат берләштереп тергеҙә алған. XVI-сы быуатта башлап төрөктәрҙең көслө экспансияһы дауам итә[4].

1517 йылында Сәлим I Мысырҙағы мәмлүк дәүләтен юҡ итте һәм Мысырҙы үҙенең биләмәләренә ҡушты[5]. Шулай уҡ ул үҙенә мосолмандарҙың хәлифе титулын алды. Ғосман солтандары хәлиф титулдарын 1924 йылға тиклем йөрөткән.

Яйлап көсәйгәс, төрөк-ғосмандар бик ҙур территорияны яулап алды һәм бөтә Балҡан ярымутрауын, Кесе Азия, Төньяҡ Африканы (Мароккоға тиклем), Сүриә, Фәләстин, Ғәрәп ярымутрауы, Месопотамия, Кавказ Аръяғы һәм Ҡырым был илгә инде[6].

1909 йылда II-се Ғәбделхәмит солтанды тәхеттән төшөрәләр һәм шул ваҡиға менән Ғосман Империяһындағы абсолют монархия йығыла. Быға хәҙәре тәхет хоҡуҡтары булмаған II-се Ғәбделхәмид ҡустыһы V-се Мәхмәт тәхеткә килә[7]. Шул мәлдән Ғосман империяһының хәле тиҙ рәүештә боҙола башлай.

1922 йылда VI Мәхмәт солтан илде ҡалдырып китә. Ошо ваҡытта Ғосман империяһында монархия дефакто бөтә. Документаль рәүештә де-юре бының билдәләүе 29 октябрь 1923 йыл Төркиә Республикаһы иғлан ителеүе менән тамамлана. 1924 йылдың 3 мартында хәлифлек бөтөрөлә[8]. Артабан Төркиәлә монархия тергеҙелмәне.

Хакимдарҙар исемлеге үҙгәртергә

Ғосман династияһының шәжәрәһе үҙгәртергә

  • Альп Гюндюз[12]
  • Эртогрул-бей, Альп Гюндюздың улы, 1281(?) йылға тиклем Сегют уджбейе

Ғосман дәүләте хакимдарҙары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Kafadar, Cemal. Between Two Worlds: The Construction of the Ottoman State. — 1995. — С. 60.
  2. Dimitris J. Kastritsis, The Sons of Bayezid: Empire Building and Representation in the Ottoman Civil War of 1402-13, (Brill, 2007), 5.
  3. Nancy Bisaha, Creating East And West: Renaissance Humanists And the Ottoman Turks, (University of Pennsylvania Press, 2004), 98.
  4. Karpat, Kemal H. The Ottoman state and its place in world history. — Leiden: Brill, 1974. — С. 111. — ISBN 90-04-03945-7.
  5. Muir, William. The Mameluke; Or, Slave Dynasty of Egypt, 1260-1517, A. D. — Smith, Elder, 1896. — С. 207—213.
  6. Hess, Andrew C. The Ottoman Conquest of Egypt (1517) and the Beginning of the Sixteenth-Century World War (инг.) // International Journal of Middle East Studies (инг.)баш. : journal. — 1973. — Т. 4. — № 1. — С. 55—76. — DOI:10.1017/S0020743800027276
  7. Nicolle 2008, p. 160
  8. Hakan Ozoglu. From Caliphate to Secular State: Power Struggle in the Early Turkish Republic. — ABC-CLIO, 2011. — С. 8. — ISBN 978-0-313-37957-4.

Әҙәбиәт үҙгәртергә