Ғосман империяһында фитрәт осоро
Ғосман империяһында фитрәт [1] осоро (төр. Fetret Devri, Bunalım Devri, Fasıla-i Saltanat;рус. Османское междуцарствие 1402—1413) — Ғосман империяһы тарихындағы осор 1402 йылда ғосмандарҙың еңелеүенән һуң башлана. Ангора һуғышы 1413 йылда тамамлана.
Ғосман империяһында фитрәт осоро | |
Алдағы | Баязит I |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Мәхмәт I |
Башланыу датаһы | 20 июль 1402 |
Тамамланыу датаһы | 5 июль 1413 |
Баязит I солтанды әсир иткәндән һуң Аҡһаҡ Тимер ғосман ерҙәрен уның өс улына бүлә һәм быға тиклем ғосмандар яулап алған Анатолия бейлектәренең күпселеген тергеҙә. Баязиттың улдары араһында власть өсөн көрәш бара, унан 1413 йылда Мәхмәт I еңеүсе булып сыға.
Тарихы
үҙгәртергә1402 йылда Анкара янында еңгәндән һуң Аҡһаҡ Тимер Ғосман Империяһын бүлгесләй. Ул бейлектәрҙе тергеҙә, ә империяның ҡалған территорияһын өс өлөшкә бүлә[2][3]. Сөләймән Селәби Балҡандағы (Румелияла) ғосман провинцияларын контролдә тота, ә Анатолияла Ғосман территориялары Сөләймәндең ике туғаны : Иса Селәби һәм Мәхмәт I араһында бүленә. Аҡһаҡ Тимер киткәндән һуң Баязит I улдарының бер-береһе менән әүҙем тартҡылашыу осоро башлана[4].
Был ваҡиғаларға Европа дәүләттәре — Венеция һәм Венгрия араһындағы ҡаршылыҡтар ҙур йоғонто яһай. Уларҙың мәнфәғәттәре Балҡанда бәрелешә.
Процесс башында Галлиполдә 1403 йылғы килешеү тора. Ул Румелияның төрөк хакимы Сөләймәндең (1402—1411), Венецияның, Генуя һәм Византияның мәнфәғәттәрен тотороҡландырып торған була.
Әммә Венгрия был килешеүҙә ҡатнашмай, һәм һуңынан Венгрия короле Сигизмунд Люксембург (1387—1437) сәйәсәте уның нигеҙендә төҙөлгән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр балансын юҡҡа сығарырға маташа. Ошо маҡсатта Сигизмунд Сербия менән яҡыная, ә артабан Византия императоры Мануил II Палеологҡа (1391—1425) союздаш булырға тәҡдим итә.
Әммә Сигизмундтың был ғәмәлдәре Венецияның яуап сараларына килтерә. Республика 1409 йылда Далмацияға дәғүә белдерә. 1411 йылда дипломатик конфликт һуғышҡа килтерә. Төркиәнең "фитрәт дәүере"нең төп фазаһы тап ошо осорға тура килә.
Сөләймәнгә ҡаршы сыҡҡан һәм уны еңгән Муса, Сербия һәм Валахия менән союз төҙөп, Византияға һөжүм итә. Һөҙөмтәлә Сигизмунд Венецияға ҡаршы потенциаль союздаштарынан мәхрүм ителә. Киреһенсә, Венеция үҙе төрөктәрҙең яңы хакимы менән килешеүҙең бөтә өҫтөнлөктәренә эйә була.
Әммә Мәхмәдтең артабанғы еңеүе (1413—1421) Венгрия менән Венеция араһындағы тиңлекте бер ни тиклем тергеҙә. Мәхмәт Византия менән союзды файҙалана. Төркиә фетнәһе дауамында Византия венгр-венеция конфликтына ҡыҫылмай һәм Мәхмәт еңгәндән һуң ғына унда нейтраль аралашсы ролен тәҡдим итә.
Венеция был тәҡдимде кире ҡаға, ләкин уның мәғәнәһе аңлашылып тора. Византия 1403 йылғы килешеүҙе киңәйтелгән составта төҙөргә һәм халыҡ-ара көстәр балансы аша төрөктәр менән килешеүен нығытырға маташа. Ошондай баланста ғына империя үҙ именлегенең билдәле бер гарантияларын ала.
Исаның Мәхмәт менән көрәше
үҙгәртергәБашта Иса Селәби өҫтөнлөккә эйә була, сөнки Ғосман империяһының баштағы үҙәген, Вифинияны (Бурсаны ла индереп), контролдә тота. Мәхмәт иһә периферия ерҙәренә идара итә. 1403 йылдың яҙында Мәхмәт туғанын еңә, Исаны Константинополдә һыйыныу урыны эҙләргә мәжбүр итә [5]. Бурсаны уңышһыҙ ҡайтарырға маташҡандан һуң, 1403 йылдың майында Иса Исфәндийәр бей Джандарид менән берләшә, әммә тағы ла Гереде янында тар-мар ителә.
Был еңелеүҙән һуң Иса Смирнаға китә һәм Джунейд бей менән союз төҙөй. Джунейд ярҙамында альянсҡа Орхан Саруханоглу, Ильяс Ментешеоглу, Теке бей һәм Якуб Гермияноглу йәлеп ителә [6].
Ихтимал, Сөләймән ҡушыуы буйынса Джунейд Мәхмәткә ҡаршы Иса Селәби яҡлы булғандыр. Союздаштар Мәхмәдтең көстәренән ҙурыраҡ ғәскәр туплай, әммә Мәхмәт Ҡараман һәм Дүлҡадир бейҙәр менән союзға инә һәм Исаны еңә. Иса ҡасырға маташа, әммә Эскешәһәрҙә таныла, тотола һәм быуып үлтерелә, ә Джунейдҡа еңеүсегә буйһонорға һәм ғәфү үтенергә тура килә.
Сөләймәндең Мәхмәт менән көрәше
үҙгәртергәМәхмәттең үҫә барыусы көсө менән борсолған Сөләймән 1403 йыл аҙағында йәки 1404 йыл башында Анатолияға баҫып инә һәм Бурсаны ала. Ағаһының өҫтөнлөклө көстәрен еңә алмағанлыҡтан, Мәхмәт көнсығышҡа сигенә, һәм ике ағаһы араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ 1410 йылға тиклем дауам иткән пассив фазаға күсә[6].
Мәхмәт менән даими көрәш алып барыуға ҡарамаҫтан, Сөләймән Анатолияла үҙ власын нығыта. Шуға күрә венециандар уны 1406 йылда «төрөктәрҙең императоры» тип атай башлайҙар — Musulmanum Çalabi Imperatorem Turchorum[7][8].
Грек һәм ғосман сығанаҡтарына ярашлы, Муса Селәби һөжүм итеү өсөн Сөләймән Селәби иҫерек булған мәлдән файҙаланған[9]. Сөләймән Селәби йәмәғәт һамамында була һәм Мусаның һөжүм итеүе тураһында хәбәр иткәндәрҙе ҡыуып ебәрә.[10].
Сөләймән Селәби Константинополгә ҡасырға маташа, әммә 1411 йылдың 17 февралендә ҡулға алына[9][11] һәм үлтерелә[9]. Д. Сөләймән Селәбиҙың башын тәүҙә Мусаға Әдирнәгә алып киләләр[10] Һуңынан уны Бурсала Морат I төрбәһендә ерләйҙәр[7].
Мәхмәт менән Мусаның көрәше
үҙгәртергәМуса Әдирнәлә үҙен солтан тип иғлан итә[11]. Муса идара иткән осорҙа аҡынжыларҙың христиандарға һөжүмдәренең йышлығы һиҙелерлек арта[12].
1413 йылдың 5 июлендә Софияға яҡын торған Витоша тауы янында Муса Мәхмәт Селәбиҙы еңә[9].Әммә үҙе яҡлылар ташлап киткәс, Муса башта Заһраға, унан Дегирмендерегә сигенергә мәжбүр була һәм бәләкәй генә яңысар отряды менән Чамурлуоваға килә. [11]. К. Имбер фаразлауынса, Муса яҡлыларҙың хыянатына уның һуғыш арҡаһында бушаған ҡаҙнаны тулыландырырға тырышып, уларҙың мөлкәтен тартып алыуы килтергән[13]. Һуңғы һуғыштан һуң яраланған Муса Валахияға ҡасырға маташа[9][11] (ул һуғышта ҡулын юғалта). Бер фараз буйынса ул шунда вафат булған[14]. Икенсе версия буйынсау ны Мәхмәт Селәби кешеләре тотоп ала. 1413 йылдың 5 июлендә быуып үлтерелә[9][11][10]. К. Имбер «Мәхмәт Мусаны тотҡан һәм уны үлтергән» тигән фаразға таяна[13]. Мусаның кәүҙәһе Бурсаға килтерелә һәм атаһытөрбәһенә күмелә [11].
МәхмәтСеләби Әдирнәлә үҙен Ғосман империяһының берҙән-Бер хакимы тип иғлан итә, фитрәт осоро тамамлана[15].Мәхмәт ғосмандарҙың берҙән-бер һәм бәхәсһеҙ солтаны булып китә[16].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ иҫк. Фитрәт -ниндәйҙер ҙур ике ваҡиға араһындағы осор - Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 861 бит; 515-се бит
- ↑ Melikoff, 1991
- ↑ Uzunçarşılı, 1969
- ↑ Kastritsis, 2007
- ↑ Kastritsis, 2007, p. 79
- ↑ 6,0 6,1 Kastritsis, 2007, p. 111–123
- ↑ 7,0 7,1 Kayapınar, 2010
- ↑ Zachariadou, 1983
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Imber, 1993
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Sakaoglu, 2015
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Başar, 2020
- ↑ Kastritsis, 2007, p. 124, 136-137
- ↑ 13,0 13,1 Imber, 2009
- ↑ Петросян, 1990
- ↑ Başar, 1995
- ↑ Жуков, 1984
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Doukas. Decline and Fall of Byzantium to the Ottoman Turks / edited by Harry Magoulias. — Detroit: Wayne State University Press, 1975. — 360 p. — ISBN 978-0-814-31540-8.
- Жуков К.А. К истории образования Османского государства. Княжество Айдын // Тюркологический сборник 1978. — М., 1984. — С. 126—139.
- Петросян Ю. А. Османская империя: могущество и гибель : исторические очерки. — Восточная литература, 1990. — 288 с. — ISBN 978-5-02-017026-1.
- Encyclopædia Britannica. Mehmed I (ингл.). Encyclopædia Britannica Online (2010). Дата обращения: 27 декабрь 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года.
- Melikoff I. Germiyan-oghullari / In Houtsma, Martijn Theodoor. — Leiden: E.J. Brill, 1991. — Vol. II. — 989—990 p. — (The Encyclopaedia of Islam. New Edition).
- Mélikoff I. Aydi̊̊n-Og̲h̲lu // Encyclopaedia of Islam, New Edition / Gibb, H. A. R.; Kramers, J. H.; Lévi-Provençal, E.; Schacht, J.[en]; Lewis, B.; Pellat, Ch.. — Leiden: E. J. Brill, 1960. — Vol. I: A–B. — P. 783. — ISBN 90-04-08114-3.
- Mélikoff I. D̲j̲unayd // The Encyclopaedia of Islam, New Edition / Lewis, B.; Pellat, Ch.; Schacht, J.. — Leiden: E.J. Brill, 1965. — Vol. II: C–G. — P. 599–600. — ISBN 90-04-07026-5.
- Aykut N. İsa Çelebi (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 2020. — Т. (gözden geçirilmiş 2. basım) EK-1. — С. 645—647.
- Başar F. Fetret Devri (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 1995. — Т. 12. — С. 480—482.
- Başar L. Musa Çelebi (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 2020. — Т. 31. — С. 216—217.
- Başar L. Mustafa Çelebi, Düzme (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 2020. — Т. 31. — С. 292—293.
- İnalcık H. Mehmed I (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 2003. — Т. 28. — С. 391—394.
- Kayapınar L. Süleyman Çelebi , Emîr (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 2010. — Т. 38. — С. 82—85.
- Emecen F. Cüneyd Bey (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 1993. — Vol. 8. — S. 122.
- Heywood C. J. Muṣṭafā Čelebi, Düzme // The Encyclopaedia of Islam, New Edition / Bosworth, C. E.; van Donzel, E.; Pellat, Ch.. — Leiden: E. J. Brill, 1993. — Vol. VII: Mif–Naz. — P. 710–712.. — ISBN {{{isbn}}}.
- İnalcık H. Meḥemmed I // The Encyclopaedia of Islam, New Edition / Bosworth, C. E.; van Donzel, E.; Pellat, Ch.. — Leiden: E. J. Brill, 1991. — Vol. VI: Mahk–Mid. — P. 973–978. — ISBN 90-04-08112-7.
- Imber C. Musa Celebi // The Encyclopaedia of Islam, New Edition. — Leiden: E. J. Brill, 1993. — Vol. VII: Mif–Naz. — P. 644—645. — ISBN {{{isbn}}}.
- Bosworth C. E. Suleyman Celebi // The Encyclopaedia of Islam, New Edition. — Leiden: E. J. Brill, 1993. — Vol. IX: San–Sze. — P. 843. — ISBN {{{isbn}}}.
- Kastritsis Dimitris J. The Sons of Bayezid: Empire Building and Representation in the Ottoman Civil War of 1402-1413. — BRILL, 2007. — 275 с. — ISBN 9004158367.
- Uzunçarşılı İ. H. Germiyan oğullari // Anadolu beylikleri ve Akkoyunlu, Karakoyunlu devletleri. — Türk Tarih Kurumu Basımevi, 1969. — S. 39—57. — 372 S.
- Zachariadou E. A. Trade and Crusade: Venetian Crete and the Emirates of Menteshe and Aydin (1300–1415). — Venice: Istituto Ellenico di Studi Bizantini e Post-bizantini di Venezia, 1983. — (Library of the Hellenic Institute of Byzantine and Post-Byzantine Studies; no. 11).
- Foss C. Ephesus after Antiquity: A Late antique, Byzantine and Turkish City. — Cambr.: Cambridge University Press, 1979. — ISBN 978-052122086-6.