Румелия (төр. Rumeli — румдар йәки ромейҙар иле; болг. Румелия, сер. Румелија, макед. Румелија, черног. Румелиjа, босн. Rumelija, алб. Rumelia, грек. Ρούμελη) — Балҡандың тарихи исеме. Һүҙ Көнсығыш Рим империяһының ғәрәп атамаһы — Румдан (Рим) килеп сыҡҡан.

Румелия
Карта
 Румелия Викимилектә

Башта Румелия тип Ғосман империяһының Европа биләмәләрен атайҙар, ул Азия биләмәләре — Анатолиянан айырмалы рәүештә боронғо Фракия һәм Македонияның бер өлөшөн үҙ эсенә алған.

Наместник һәм Румелия ғәскәрҙәре командующийы (Анатолиялағы кеүек үк) Бәктәр бәге (беглербег) тип атала һәм уның резиденцияһы Әдирнәлә, һуңынан Софияла була. 1836 йылда Румелия наместнигы резиденцияһы Монастирға (Битола) күсерелә, был өлкә Көнбайыш Македония һәм албан ерҙәре менән сикләнгән була. Провинцияның «Румелия» тигән исеме1864 йылғы административ реформаларҙан һуң юҡҡа сыға.

1878 йылда Берлин конгресы ҡарары буйынса Ғосман империяһы составында Көнсығыш Румелия автономиялы провинцияһы ойошторола. Был ерҙәр, Сан-Стефан килешеүе буйынса, Болгария составына инергә тейеш була, әммә Берлин конгресы уларҙан автономиялы төрөк провинцияһын ойоштора, ул солтандың туранан-тура хәрби һәм сәйәси власы аҫтында була, христиандарҙан айырым генерал-губернатор идаралығында тора, уны солтан державалар ризалығы менән тәғәйенләй. 1885 йылғы түңкәрелештән һуң ғәмәлдә Румелия Болгария кенәзлеге контроленә күсә, ә 1908 йылда уның тарафынан аннексиялана. Хәҙер был Болгарияның көньяҡ-көнсығыш өлкәләре (иң ҙур ҡалаһы — Пловдив).

Ҡайһы берҙә Румелия тип Төркиәнең европа өлөшөн — Көнсығыш Фракияны атайҙар.

Әҙәбиәт үҙгәртергә