Викидатала элемент юҡ

Ғиләж — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Ғиләж башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, «әмәл», «сара», «дауа» мәғәнәһендәге ир-ат исеме[1]

Хәким Ғиләжев, Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы (1 март 1923 йыл — 14 ноябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973).>

Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы (1 февраль 1930 йыл — 7 ғинуар 1997 йыл) — актёр, театр режиссёры, педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952).

Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы (1 июль 1938 йыл — 22 апрель 2021 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).

Ғиләжев Илшат Фәрит улы (1 ғинуар 1960 йыл) — скульптор, ҡулдан сүкеү оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012). 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзы ағзаһы. Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы (1 ғинуар 1959 йыл) — башҡорт рәссамы, уҡытыусы. Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһындағы «Графика» секцияһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013).

Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы (17 май 1933 йыл) — журналист һәм яҙыусы. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1986 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Ғилемдар Рамаҙанов (2008) исемендәге премиялар лауреаты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ