Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы

(Ғилемхан Иҙрисов битенән йүнәлтелде)

Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (16 сентябрь 1913 йыл — 5 февраль 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы
Рәсем
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 сентябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Благовар районы
Вафат булған көнө 5 февраль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены
 Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғилемхан Иҙрис улы Иҙрисов 1913 йылдың 16 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Абзан ауылында тыуған.

1932 йылдан 1936 йылғаса Ленинград ҡалаһында заводта эшләй. 1937—1939 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хәрби хеҙмәттә була. Артабан эшләүен Стәрлетамаҡ ҡалаһында дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда китә, Дон, Дала, 2-се һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмəт итə. Сталинградты обороналауҙа, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы тыныс йылдарҙа үҙенең тыуған Благовар районында йәшәй һәм ауыл Советы рәйесе булып эшләй, артабан Чемкент ҡалаһында ғүмер кисерә.

Ғилемхан Иҙрис улы 1977 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында вафат була.

Батырлығы

үҙгәртергә

Гвардия өлкән сержанты Ғилемхан Иҙрисов 5-се гвардия армияһының 290-сы уҡсылар полкында орудие командиры булып хеҙмәт итә. Польша биләмәләрен фашистарҙан азат иткәндә, Нида йылғаһы аша сыҡҡанда һәм Кронштадт ҡалаһын штурмлағанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡыйыу яугиргә 1945 йылдың 10 апрелендә Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исеме бирелә.

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.04.1945)[2][3]
  • Ленин ордены (10.04.1945)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (30.10.1943)[4]
  • III дәрәжә Дан ордены (07.04.1944)[5]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (03.01.1943)[6]
  • «Сталинград обороналаған өсөн» миҙалы (1943)
  • Благовар районының Иҫке Күсербай һәм Языков ауылдарында Геройға һәйкәлдәр ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар

үҙгәртергә