Ғайнан (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғайнан — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәҒайнан ғәрәп һүҙе. Ысын, дөрөҫ, асыл, төп тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҒайнан Хәйри, Хәйриев Ғайнан Хәйретдин улы (15 июнь 1903 йыл — 16 октябрь 1938 йыл) — башҡорт совет яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Беренсе башҡорт романы "Боролош"тоң авторы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Пролетар яҙыусыларҙың I Бөтә Союз съезы делегаты. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында комсомол органдары хеҙмәткәре.
Ғәйнан Әмири (Ғәйнан Ғимәзетдин улы Әмиров, 25 август 1911 йыл — 9 октябрь 1982 йыл) — башҡорт совет яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1942 йылдан — КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1971) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Фамилияла
үҙгәртергәҒәйнанов Дамир Әхнәф улы (4 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән иҡтисад һәм производствоға идара итеү, иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү кафедралары мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы (14 май 1958 йыл — 14 ноябрь 2009 йыл) — Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһын ойоштороусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры. ЮНЕСКОның милли спорт төрҙәре буйынса кәңәшсеһе.
Ғәйнанова Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙы (24 октябрь 1927 йыл — 2012) — малсылыҡ тармағы алдынғыһы, һауынсы, «БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |