Сүфйән әҫ-Ҫәүри
Әбү Ғабдуллаһ Сүфйән ибн Сәғит әҫ-Ҫәүри (ғәр. أبو عبد الله سفيان بن سعيد الثوري; 716 Әл-Күфә — 778, Бәсра) — Имам, Мөжтәһид, Мөхәддис, математик, әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан ҫәүри мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы һәм уның эпонимы. Әл-Жәми әл-Кәбир һәм әл-Жәми әс-Сәғир йыйынтыҡтары авторы.
Сүфйән әҫ-Ҫәүри | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 716[1] |
Тыуған урыны | Әл-Күфә, Ираҡ |
Вафат булған көнө | 778[1] |
Вафат булған урыны | Бәсра, Ираҡ |
Атаһы | Саид ибн Масрук[d] |
Һөнәр төрө | Мөхәддис, Мөфәссир |
Эшмәкәрлек төрө | Хәҙис ғилеме һәм тәфсир |
Уҡыусылар | Ибн аль-Мубарак[d], Суфьян ибн Уяйна[d], Абд ар-Раззак ас-Санани[d] һәм Ахмад ибн Абу Тайба ад-Дарими[d] |
Кемдә уҡыған | Айюб ас-Сахтияни[d], Шу’ба ибн аль-Хаджжадж[d], Жәғәфәр әс-Садиҡ, Мәлик ибн Әнәс һәм Хаммад ибн Абу Сулейман[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәӘҫ-Ҫәүри һижри 97 йылда Әл-Күфә ҡалаһында тыуған. Ул мөхәддис, тәбиғин дәрәжәһенә эйә атаһы (Әмир әш-Шәғәби һәм Хәйсәм ибн Ғабдрахман кеүек ғалимдарҙың уҡыусыһы) етәкселегендә белем ала башлай.
Әҫ-Ҫәүриҙең шәйехтәре араһында алты йөҙ тирәһе ғөләмә була, уларҙың ҡайһы берҙәре Әбү Һөрәйрә, ибн Ғәббәс, Жәрир ибн Ғабдуллаһ һ. б. хәҙистәрен тапшырған.
Әҫ-Ҫәүриҙән бик күп мөхәддистәр, хатта уның уҡытыусыларына тиклем, хәҙистәр тапшыра (Әбү-л-Фәрәж ибн әл-Жәузи 20 мең тип телгә алған булған), уларҙың иң билдәлеһе: әл-Ғәмәш, Жәғәфәр әс-Садиҡ, Әбү Хәнифә, әл-Әүзағи һәм башҡа бик күптәр.
Сүфйән Әҫ-Ҫәүри математика белгесе лә була. Ул әл-Хәжәж әл-Мәттәргә биргән 10 мәсьәләне тегеһе сисә алмаған.
Үлеме алдынан Әҫ-Ҫәүри Бәсраға күсеп килә һәм шунда эсе ауыртып, сирләп китә. Һижри 161 йылда вафат була, һәм уның йыназаһын, васыятына ярашлы, Ғәбдел-Мәлик ибн Әбжәр әл-Күфи башҡара.
Библиографияһы
үҙгәртергә- «Тәфсир» (Сүфйән Әҫ-Ҫәүри тәфсире)
- "Әл-Жәми әл-Кәбир " (Ҙур йыйынтыҡ)
- «Әл-Жәми әс-Сәғир» (Бәләкәй йыйынтыҡ)
- «Әл-Фәрәид»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Суфьян ибн Са’ид ибн Масрукъ ас-Саури (краткая биография на рус.) . Salafportal.ws. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 24 март 2013 года.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |