Яңы Әптек
Яңы Әптек (рус. Новоаптиково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1421 кеше[1]. Һайран ауыл Советының административ үҙәге.
Почта индексы — 453222, ОКАТО коды — 80231852001.
Ауыл | |
Яңы Әптек Яңы Әптек | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергә1920 йылдан һуң Әптек ауылынан бүлендек ауыл булараҡ барлыҡҡа килә. XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында 179 ир-ат һәм 160 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 50 ихатаға 674 ат, 502 һыйыр, 99 һарыҡ, 178 кәзә тура килә. Ауыл халҡы үҙ хужалығында 200 умарта һәм 90 солоҡ тотҡан. 1842 йылда 232 бот ужым һәм 1460 бот ярауай ашлыҡ сәселә.
Аптектең һәм уның ғаилә ағзаларының килеп сығышын асыҡлау мөмкин булмай.
1839 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 12-се башҡорт полкынан Мөхәмәт Әлимбәтов иҫән була[2].
Бөтөрөлгән Яңы Әптек ауыл Советының элекке административ үҙәге[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү, мәсет бар[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | 457 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1556 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1445 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1421 | 683 | 738 | 48,1 | 51,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ауылда башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[5]:
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Уҡытыусы урамы (рус. улица Учительская)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- С. Юлаев урамы (рус. улица С. Юлаева)
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Яр урамы (рус. улица Береговая)
- Тау аҫты урамы (рус. улица Подгорная)
- Йылға урамы (рус. улица Речная)
- Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Урал урамы (рус. улица Уральская)
- Төҙөлөш урамы (рус. улица Строительная)
- Пролетар урамы (рус. улица Пролетарская)
- Еңеү урамы (рус. улица Победы)
- Октябрь урамы (рус. улица Октябрьская)
- Н. Мусин урамы (рус. улица Н. Мусина)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Май урамы (рус. улица Майская)
- Туғай урамы (рус. улица Луговая)
- И. Ғиззәтуллин урамы (рус. улица И. Гиззатуллина)
- З. Вәлиди урамы (рус. улица З.Валиди)
- Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл аша Һәләүек йылғаһы аға. Район әһәмиәтендәге юлдар менән Биксән, Әптек ауылдары менән бәйләнгән.
Ауылға Мамбардали урманы терәлеп тора.
Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 27 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 25 км.
Иҡтисады
үҙгәртергә- Ауыл хужалығы. ЯСЙ «Павловка».
- Саң һурҙырғыс корпусы етештереү буйынса завод[7].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ялиев, Р. Рекордов ждать долго не придется: соревнования по конькобежному спорту в селе Новоаптиково / Р. Ялиев // Восход. — 2010. — 18 марта. — С. 3.
- Ермолюк, С. В работе и отдыхе – вместе: завод по производству комплектующих к электромашинам в д. Новоаптиково / С. Ермолюк // Восход. — 2013. — 30 апр. — С. 3.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 126. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан № 126-з от 17 декабря 2004 года.
- ↑ Яңы Әптек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Әптек ауылы
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Список компаний системы СПАРК (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 126. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Әптек ауылы
- Яңы Әптек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.