Яңы Тимешкә (рус. Новотимошкино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 144 кеше[1]. Почта индексы — 453488, ОКАТО коды — 80 205 813 003.

Ауыл
Яңы Тимешкә
Яңы Тимешкә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Исмәғил

Координаталар

54°12′07″ с. ш. 55°59′14″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 813 003

ОКТМО коды

80 605 413 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Тимешкә (Рәсәй)
Яңы Тимешкә
Яңы Тимешкә
Яңы Тимешкә (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Тимешкә

Яңы Тимешкә ауылы 309 кеше йәшәгән 36 йорт менән XIX быуат уртаһында билдәле була. Ауылға 1801 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ өйәҙҙең Өршәк‑Мең улусы Тимешкә ауылы (хәҙер Иҫке Тимешкә ауылы) кешеләре нигеҙ һала[2]. 1865 йылда Яңы Тимешкә (Түбәнге Тимешкә) исеме менән теркәлгән, 51 йортта 320 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Яңауыл исеме менән билдәле булған. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә иҫәпкә алынған[3].

Ауыл статусын Башҡортостан Республикаһының «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусының үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙең күсерелеүе менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 2005 йылдың 20 июлендәге N 211-з Законына ярашлы ала, ст.1:

6. Тораҡ пункттың тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

5) Ауырғазы районында:…

я5) Исмәғил ауыл Советының Яңы Тимешкә ауылының

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 719
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 535
1959 йыл 15 ғинуар 535
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 184
2002 йыл 9 октябрь 204
2010 йыл 14 октябрь 144 70 74 48,6 51,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (91 %) йәшәй[4].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 24 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Исмәғил): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 43 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә