Яҡуп әл-Мансур
Әбү Йософ Яҡуп әл-Мансур ((ابو يوسف يعقوب المنصور; рус. Якуб аль-Мансур; 1160 — 23 ғинуар 1199, Марракеш) — Әлмөхәдтәр династияһында өсөнсө хәлифә (1184-99). Ул идара иткән йылдарҙа Әлмәхәдтәр дәүләте үҙенең ҡеүәтенең иң юғары нөктәһенә етә.
Яҡуп әл-Мансур | ||
بو يوسف يعقوب المنصو | ||
| ||
---|---|---|
1184 — 23 ғинуар 1199 | ||
Алдан килеүсе: | Әбү Яҡуп Йософ | |
Дауамсы: | Мухаммад ан-Насир | |
Дине: | Ислам, сөнни | |
Тыуған: | яҡ. 1160 Әлмөхәдтәр[d] | |
Үлгән: | 23 ғинуар 1199 Марракеш | |
Нәҫел: | Әлмөхәдтәр | |
Атаһы: | Йософ Әбү Яҡуп | |
Балалары: | улдары: Мухаммад ан-Насир | |
Биографияһы
үҙгәртергәАтаһы Әбү Яҡуп Йософ Португалияла һәләк булғандан һуң тәхеткә ултыра. Христиандарҙан үс алырға ант итә, әммә тәүге осорҙа уның иғтибары Алжир һәм башҡа ҡалаларҙы яулап алған бербер ҡәбиләләре ихтилалына йүнәлтелә.
Африкалағы дошмандарҙы еңеп, хәлифә үҙ ғәскәрҙәрен төньяҡҡа алып китә. Мадридҡа барып етә һәм Аларкос янындағы һуғышта (1195) Кастилия короле VIII Альфонсты тар-мар итә. Үҙенең хәрби уңыштары хөрмәтенә ул «әл-мансур» ҡушаматы ала, был «еңеүсе» тигәнде аңлата.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Марракеш ҡалаһында йәшәй, дәүләт эштәрен улы Мөхәммәт ән-Насирға тапшырып ҡуя. Ул йылдарҙа уның хәстәре баш ҡала мәсеттәре Әл-Көтөбиәһәм Әл-Мансурияны төҙөүҙе тамамлауға йүнәлтелә.
Мәҙәниәт тарихында әл-Мансур уның һарайында йәшәгән фәйләсуф Ибн Рөшдтө (Аверроэс) ҡурсалаусы булып ҡала.
Ул Рабатта башлаған донъялағы иң ҙур мәсет төҙөлөшө хаким үлгәндән һуң туҡтап ҡала.
Мосолман тарихсылары бер тауыштан Әбү Яҡуп әл-Мансурҙың батшалыҡ итеүен Әлмөхәд империяһы тарихында иң сағыу осор тип иҫәпләй[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский восток VII—XV вв. — М.: Вече, 2004. — С. 73. — ISBN 5-94538-301-5, ББК 63.3(5).
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Якуб аль-Мансур в Британской энциклопедии
- Анонимные авторы. Испанские средневековые хроники: Хроника Карденьи I. Хроника Карденьи II. Анналы Толедо I. Анналы Толедо II. Анналы Толедо III. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (24 август 2011). Дата обращения: 17 ноябрь 2012. Архивировано 4 декабрь 2012 года.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |