Хәсән манараһы (ғәр. صومعة حسان‎; рус. Башня Хасана — Марокконың Рабат ҡалаһындағы мәсет[1]

Хәсән манараһы
ғәр. صومعة حسان
Нигеҙләү датаһы 1190
Рәсем
Дәүләт  Марокко
Административ-территориаль берәмек Рабат
Әҫәр заказсыһы Яҡуп әл-Мансур
Архитектура стиле art of Almoravides and Almohades[d]
Мираҫ статусы Культурное наследие Марокко[d] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Карта
 Хәсән манараһы Викимилектә

1195 йылда Әлмөхәд әмире Яҡуп әл-Мансур Ҡәсбә Үдәйә янында нигеҙ һалдырған мәсет манараһы. 86 метр бейеклектә төҙөлөп, ул ислам донъяһының иң бейек бинаһы буласаҡ тип фараз ителә. 1199 йылда, манараһы 44 метр бейеклеккә тиклем төҙөлөп бөткәс, әмир вафат була һәм төҙөлөш туҡтатыла.

Үҙенең архитектура күренеше буйынса Хәсән манараһы шул уҡ ваҡытта төҙөлөп ятҡан Севильялағы Гиральда манараһына яҡын — ихтимал, шул уҡ архитекторҙар күҙәтеүе аҫтында төҙөлгәндер. Ике бинаның да прототибы булып Марракештағы бейеклеге 70 метрға яҡын Әл-Көтөбиә мәсете манараһы иҫәпләнә.

Манара янында төҙөлөргә тейеш булған мөһабәт мәсеттәнҡомташтан һалынған ике йөҙләп бағана ғына һаҡланып ҡалған.

1960-сы йй. ошо бағаналар торған майҙандың икенсе яғында Мөхәммәт V һәм уның улдарына бағышланған заманса кәшәнә төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә