Яубаҫаров Хөсәйен Хәсән улы

(Яубасаров Хөсәйен Хәсән улы битенән йүнәлтелде)

Яубаҫаров Хөсәйен Хәсән улы (19 ғинуар 1925 йыл — 4 ноябрь 1997 йыл) — мәғариф эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Яубаҫаров Хөсәйен Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған көнө 4 ноябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Ырымбур дәүләт педагогия университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Хөсәйен Хәсән улы Яубаҫаров 1925 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1]Әбүләйес ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Атаһы — Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғыштары ветераны. Һуғышҡа тиклем дә, һуғыштан ҡайтҡас та колхоз рәйесе булып эшләй. Әсәһе — Яубаҫарова (Мырҙабулатова) Разифа Әбүталип ҡыҙы. Хөсәйен ғаиләлә беренсе бала була, унан һуң тағы туғыҙ һеңлеһе тыуа.

Абҙан районы Абҙан ауылы урта мәктәбен 1942 йылда тамамлай. Артабан Ырымбур дәүләт педагогия институтының география факультетында белем ала.

Алған һөнәре буйынса Абҙан районы Абҙан урта мәктәбендә уҡыта. 1948 йылдан алып Абҙан районы мәғариф бүлеге мөдире булып эшләй. 1952 йылда Мораҡ педагогия училищеһы директоры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселендә был уҡыу йорто бик тиҙ арала бөтә күрһәткестәр буйынса Башҡортостанда иң алдынғылар рәтенә сыға.

1956 йылда Яубаҫаров Хөсәйен Хәсән улы Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1969 йылдан Өфөлә 1-се мәктәп-интернат директоры булып эшләй. Мәғариф өлкәһендәге уңыштары өсөн «Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исемгә лайыҡ була.

1968-1975 йылдарҙа Төмән өлкәһе Нижневартовск ҡалаһының өсөнсө мәктәбендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй. 1985 йылда хаҡлы ялға китә.

Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны Мәғәфүрә менән бергә өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло улдары Илдар авиация инженеры, икенсе улы Илдүс Америка Ҡушма Штаттарының Техас нефть компанияһының Рәсәйҙәге вәкиле. Ҡыҙҙары Гөлдәр БДУ-ла сит ил студенттарын рус теленә өйрәтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Исянгулов Ш. Н. Абуляисово: материалы по истории деревни. — Туймазы: ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 2015. — 164 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)