Янбарис (рус. Янбарис) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 101 кеше[1]. Почта индексы — 452820, ОКАТО коды — 80259850006.

Ауыл
Янбарис
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл районы

Координаталар

56°12′16″ с. ш. 54°38′04″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 850 006

ОКТМО коды

80 659 450 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Янбарис (Рәсәй)
Янбарис
Янбарис
Янбарис (Башҡортостан Республикаһы)
Янбарис

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 101 47 54 46,5 53,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 22 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Киҫәкҡайын): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 22 км

Ауыл матбуғатта

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • 2016 йылдың 29 апрелендә «Башҡортостан» гәзите «Нисек йәшәйһең, ауыл?» рубрикаһында хәбәрсе Ансар Нуретдинов әҙерләгән «Йән ырыҫы алып Янбаристан» тигән махсус бит баҫып сығарҙы[2]. Унда башлыса уран ырыуы башҡорттары төйәк иткән ауылдың ҡыҫҡаса тарихы урын алған. Мәҡәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Лотфый Ғиззәтуллинға арналған яҙманан башлана. Ул Еңеү көнөн Польшала ҡаршылаған, яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Артабан һүҙ күптән түгел 75 йәшен тултырған Ингел Садиҡов тураһында. Ул гер күтәреү буйынса юғары күрһәткестәре өсөн халыҡ-ара «Ҡанатлы арыҫлан» ордены менән бүләкләнгән, исеме Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. Киҫәкҡайын фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләүсе Янбарис ҡыҙы Зилә Ҡадированың «яратҡан шөғөлөнән йәм табып йәшәүе» хаҡында артабағы бүлектә бәйән ителә. Нуриәхмәтовтар – ауылда иң хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Эшһөйәрлеге, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы менән ихтирам ҡаҙанған ике быуын вәкилдәре — Шәмсиәхмәт Миңләхмәт улы менән Альфред Шәмсиәхмәт улы, уларҙың яҡындары хаҡында материалда йылы һүҙҙәр менән һөйләнелә. Мәҡәләнең һуңғы бүлеге хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң күңеленә яҡын шөғөл тапҡан һәм үҙенең сигеү өлгөләрен төрлө күргәҙмәләргә алып сыҡҡан ҡул оҫтаһы Йәзилә Рамазановаға арналған. Ауылдың ошо билдәле шәхестәренең фотоһүрәттәре лә гәзиттә урын алған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә