Яна Фетт (ингл. Jana FettFett Jana, МФА: jâna fêt, jǎː-[4][5][6]; 2 ноябрь 1996 йыл, Загреб) — хорват тенниссыһы. 2018 йыл мартына ITF турнирынды яңғыҙ разрядта биш, парлы разрядта дүрт тапҡыр еңеү яулай.

Яна Фетт
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Хорватия[1]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Хорватия
Тыуған көнө 2 ноябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (28 йәш)
Тыуған урыны Загреб, Хорватия[2]
Һөнәр төрө теннисист
Спорт командаһы ағзаһы сборная Хорватии по теннису в Кубке Федерации[d]
Масса 143 фунт[3]
Спорт төрө теннис
Спорт рейтингы 97[1], 348[2] һәм 12[2]
Одиночные матчи (в/п) 324–228[1]
Парные матчи (в/п) 57–47[1]
Играющая рука праворукость[d][2] һәм двуручный бекхенд[d][2]
Ҡатнашыусы Кубок Федерации 2019[d] һәм 2020–21 Billie Jean King Cup[d]
Бейеклеге/буйы 168 сантиметр[1]
Приз фонды 788 858 $[1]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 2058
 Яна Фетт Викимилектә

Карьераһы

үҙгәртергә

Халыҡ-ара теннис федерацияһының (ITF) юниорҙар туры рейтингында Яна Фетт 2014 йылдың 24 февраленә 12-се урынды биләй. Ҙур шлемдың юниорҙар турнирында яңғыҙ разрядта (2014 йылда Австралияла теннис буйынса Асыҡ чемпионат) Яна Фетт рәсәй тениссыһы Елизавета Куличкованан ҡалыша икенсе урынға сыға.

2015 йылда Тоётала Фетт халыҡ-ара профессиональ Dunlop World Challenge турнирында яңғыҙ разрядта финалда таиланд тенниссыһы Луксика Кумкхумды еңеп сыға[7]. 2018 йылдың мартына был Янаның иң юғары титулы була.

Яна Фетт 2017 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың теннис ассоциацияһы (WTA) турында — Хобартта Халыҡ-ара теннис турнирында (Австралия) ҡатнаша, ярым финалда бельгиялы Элиза Мертенстан еңелә. Шул уҡ йылда Фетт үҙенең икенсе турнирында — Японияның асыҡ чемпионатында ҡатнаша, һәм ТОП-20 уйынсыһы Кристина Младеновичты еңә, был уның беренсе еңеүе була. Ярымфиналда Яна япон тенниссыһы Мия Катонан еңелә. 2017 йылда Фетт донъя рейтингында иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә: яңғыҙ разрядта 97-се позицияла (12 октябрь) һәм парлы разрядта 357-се урында (30 октябрь).

2018 йылда Фетт Австралияның асыҡ чемпионатында ҡатнаша, унда икенсе раундта дат тенниссһы Каролина Возняцкиҙан ҡалыша, хәйер, ул да өсөнсө партияла 1-5 иҫәбе менән еңелә (Фетт һәм Возняцкиҙың дөйөм иҫәбе икенсе раундта: 6-3, 2-6, 5-7)[8].

Турнирҙарҙа сығыш яһауы

үҙгәртергә

Йыл аҙағына рейтингы

үҙгәртергә
Йыл Яңғыҙ

рейтинг

Парлы

рейтинг

2015 231 451
2016 196 644
2017 98 469

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 сайт WTA
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 сайт ITF
  3. https://web.archive.org/web/20170114204018if_/http://www.wtatennis.com/players/player/21894
  4. Ȁna (хорв.). Hrvatski jezični portal. Дата обращения: 3 апрель 2018.
  5. Jȁna (хорв.). Hrvatski jezični portal. Дата обращения: 3 апрель 2018.
  6. Fȅt (I) (хорв.). Hrvatski jezični portal. Дата обращения: 3 апрель 2018.
  7. Fishpool N. Spotlight On… Jana Fett — November 2015 (ингл.). ITF (7 декабрь 2015). Дата обращения: 3 апрель 2018. 2018 йыл 20 апрель архивланған.(инг.). ITF (2015-12-07). 3 апрель 2018 тикшерелгән.
  8. Возняцки победила Фетт во втором круге Australian Open, уступая в третьем сете 1:5 (ингл.). Р-Спорт (17 ғинуар 2018). Дата обращения: 3 апрель 2018.(инг.). Р-Спорт (2018-01-17). 3 апрель 2018 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә