Якимец Владимир Николаевич

Владимир Николаевич Якимец (23 сентябрь 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәй социологы. Рәсәй фәндәр академияһының системалы анализ һәм А. А. Харкевич исемендәге мәғлүмәттәрҙәрҙе тапшырыу мәсьәләләре институттарының баш ғилми хеҙмәткәре. Рәсәйҙең коммерция булмаған секторы һәм гражданлыҡ йәмғиәте мәсьәләләре өлкәләрендә белгес. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының, Энергетика һәм тирә-яҡ мөхит мәсьәләләрен халыҡ-ара тикшеренеү институты, Тикшеренеүҙәр һәм алмашыныуҙар буйынса халыҡ-ара советы эксперты[1]. 550-нән ашыу ғилми баҫмалар һәм социаль эшҡыуарлыҡ буйынса бер нисә уҡыу әсбаптары авторы. Рәсәй экология сәйәсәте үҙәген нигеҙләүселәрҙең береһе[2]. "Йәҙрә энциклопедияһы"ның (рус. «Ядерная энциклопедия») мөхәррире һәм авторҙашы. Социаль хеҙмәттәшлек секторҙары араһы өлкәһендә яңы ғилми-ғәмәли йүнәлеш төҙөүсеһе[3].

Владимир Николаевич Якимец
Тыуған көнө

23 сентябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны

Омск, РСФСР, СССР

Ғилми даирәһе

социология, иҡтисад

Эшләгән урыны

Рәсәй фәндәр академияһының системалы анализ институты, Мәскәү физика-техника институты, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы

Альма-матер

Мәскәү дәүләт тимер юлдары университеты

Ғилми дәрәжәһе

социология фәндәре докторы (2002)

Ниндәй өлкәлә танылған

социаль эшҡыуарлыҡ, Рәсәйҙең коммерция булмаған секторы һәм гражданлыҡ йәмғиәте мәсьәләләре өлкәләрендә белгес

Награда һәм премиялары
Ленин комсомолы премияһы — 1978
Дуҫлыҡ ордены (Ҡаҙағстан)
Дуҫлыҡ ордены (Ҡаҙағстан)

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Николаевич Якимец 1945 йылдың 23 сентябрендә Омск ҡалаһында тыуған.

1968 йылда Мәскәү дәүләт тимер юл университетының автоматика һәм иҫәпләп сығарыусы техника факультетын тамамлай.

1976 йылға тиклем СССР фәндәр академияһының идара итеү мәсьләләре институтында эшләй, һуңынан Бөтә Союз системалы эҙләнеүҙәр ғилми-тикшеренеү институтына эшкә күсә.

1980 йылда техник фәндәр кандидаты дәрәжәһен ала, «Система варианттары формалашыуының морфологик һәм оптимизациялы ысулдарын булдырыу һәм ҡулланыу» (рус. «Разработка и применение морфологических и оптимизационных методов формирования вариантов систем») темаһына диссертация яҡлай.

1983 йылдан алып 1988 йылға тиклем «Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы» программаһы буйынса Лаксенбург ҡалаһындағы Системалы анализ халыҡ-ара институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһендә эшләй.

1994 йылдан алып 2008 йылға тиклем Рәсәй, Беларусь, Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Украина һәм Төркмәнстан илдәренең төрлө ҡалаларында власть органдары вәкилдәренә, бизнесмендарға семинарҙар һәм тренингтар уҙғара.

2002 йылда Санкт-Петербург дәүләт университетында социология фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Рәсәйҙә секторҙар араһындағы социаль хеҙмәттәшлектең нигеҙҙәре, принциптары һәм механизмдары» (рус. «Основы, принципы и механизмы межсекторного социального партнёрства в России») темаһына диссертация яҡлай.

Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Владимир Якимец Рәсәйҙә ҡатмарлы социаль-иҡтисади системалар моделләштереү, асыҡ сәйәсәтте тикшеренеү, гражданлыҡ йәмғиәтен һәм проектар менән идара итеү өлкәләрендә белгес булараҡ билдәле[1].

Бер нисә юғары уҡыу йорттарында студенттар өсөн лекциялар уҡый: Мәскәү физика-техника институты, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Идаралыҡ дәүләт университеты, Халыҡ-ара баҙар институты (Һамар), Вятка дәүләт гуманитар университеты һәм башҡалар.

1994 йылда Владимир Якимец Рәсәйҙә секторҙар араһындағы социаль хеҙмәттәшлек тураһында үҙ теорияһын камиллаштыра башлай. Ғалим фекеренә ярашлы, Рәсәйҙә 1990-сы йылдар башында баҙар иҡтисадына күскән осорҙа айырым шарттар барлыҡҡа килгән һәм власть органдары, коммерция һәм коммерция булмаған секторҙары араһында үҙ-ара тәьҫир итеүҙе өйрәнергә кәрәк булған. Шул ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының системалы анализ институтының В. Н. Якимец етәкселегендәге ғалимдар төркөмө социаль хеҙмәттәшлек махсус терминологияһын камиллаштырыуға тотона. Теория тәүге тапҡыр Иркутск һәм Томск өлкәләрендә тарала[4].

Бүләктәре һәм премиялары үҙгәртергә

  • Фән һәм техника өлкәһендә Ленин комсомолы премияһы (1978)
  • Дәүләт ғилми стипендияһы (1994—1996, 1997—2000, 2000—2003)
  • Достык ордены (2001)
  • «Социаль эшҡыуарлыҡты үрләтеүҙә лидерлығы өсөн» тигән номинация буйынса Яҡшылыҡ импульсы премияһы (2012)
  • Мәскәүҙең 850-йыллығына арналған миҙал

Һайланған библиография үҙгәртергә

  • Ядерная энциклопедия. М. Фонд А. Ярошинской, 1996. 618 стр.
  • Либоракина М. И., Флямер М. Г., Якимец В. Н. Социальное партнёрство, М. Изд. Школа культурной политики, 1996, 116 стр.
  • Хананашвили Н. Л., Зыков О. В., Доненко И. Е., Якимец В. Н. Социальная реформа: путь к гражданскому обществу, М. Фонд НАН, 1997 г., 90 стр.
  • Хананашвили Н. Л., Якимец В. Н. Смутные времена социальной политики в России, М. Фонд НАН, 1999, 240 стр.
  • Особенности социального партнёрства в индустриальном регионе России, 2002 г.
  • Якимец В. Н., Никовская Л. И., Коновалова Л. Н. Межсекторное социальное партнёрство, под ред. А. Г. Поршнева и Ю. Л. Старостина, М. ГУУ 2004, 208 стр.
  • Социальные инвестиции российского бизнеса, М. КомКнига, 2005, 183 стр.
  • Блок С., Якимец В. Н. Неприбыльный сектор США: правовая основа, масштабы, конкурентоспособность, эффективность, М. Изд-во ЛКИ, 2008, 301 стр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Биография  (рус.), Московский физико-технический институт. 2015 йыл 25 сентябрь архивланған.
  2. Члены совета Центра экологической политики России  (рус.), ЦЭПР.
  3. Якимец Владимир Николаевич  (рус.), Центр распределённых вычислений ИППИ РАН. 2015 йыл 25 сентябрь архивланған.
  4. Межсекторное социальное партнёрство (доклад)  (рус.).

Һылтанмалар үҙгәртергә