Яблоков Дмитрий Дмитриевич
Яблоков Дмитрий Дмитриевич (13 ноябрь 1896 йыл — 18 февраль 1993 йыл) — СССР терапевы, ғалим һәм клиницист. СССР Медицина фәндәре академияһы академигы. Томск медицина институтының факультет терапевтик клиникаһы кафедраһы профессоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Яблоков Дмитрий Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 13 ноябрь 1896 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 февраль 1993 (96 йәш) |
Вафат булған урыны | Томск, Томск өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Кладбище Бактин[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | медицина |
Эш урыны | Себер дәүләт медицина университеты |
Уҡыу йорто | Томск дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Михаил Курлов[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Дмитриевич Яблоков 1896 йылдың 13 ноябрендә Өфө ҡалаһында (хәҙерге Башҡортостан) уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.
1916 йылда Өфө дини семинарияны (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — гимназия) тамамлағандан һуң Петроград университетының Пермь филиалындағы физико-математика факультетының медицина бүлексәһенә уҡырға инә. 1918 йылда Аҡ армияла фельдшер булып хәрби хеҙмәт үтә, 1919 йылдың ноябренән — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА) сафында.
1920—1923 йылдарҙа Томск университетының медицина факультетында уҡыуын дауам итә. 1923 йылдан башлап — рентген кабинетында ғилми хеҙмәткәр, факультеттағы терапевтик клиникала ординатор, 1931 йылдан башлап — факультет клиникаһы кафедраһында туберкулез курсы буйынса доцент. 1936 йылдан — госпиталь терапевтик клиникаһы кафедраһы мөдире, 1941—1979 йылдарҙа — кафедра мөдире, 1979 йылдан В. М. Молотов исемендәге Томск дәүләт медицина институтының факультет терапияһы кафедраһы профессоры .
Д. Д. Яблоков — илдә һәм сит илдәрҙә киң билдәле күренекле табип-клиницист, педагог һәм ғалим. Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре — фтизиатрия, пульмонология, край патологияһы (описторхоз), клиник фармакология (Себерҙең дарыу үләндәре), курортология. Күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда Себерҙә терапевтар, ревматологтар, фтизиатрҙар, курорт эше белгестәре мәктәптәрен булдыра.
1925 йылда Себерҙә беренсе булып дауалау пневмотораксынҡуллана, 1929 йылда башҡарылған эштең темаһы «Диагностикалау һәм дауалау ысулы булараҡ пневмоперитонеум» темаһына ғилми эшен тамамлай. 1937 йылда «Үпкә туберкулезын һәм сероз бөркәнсектәрҙе алтын тоҙҙары менән дауалау тураһында» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында профессор Д. Д. Яблоков Томскиҙағы эвакогоспиталдәрҙә баш терапевт була, ә Д. Д. Яблоков етәкләгән клиникала Себерҙең дарыу үҫемлектәренән алынған яңы дауалау саралары һынауҙар үтә.
Ҙур дауалау һәм консультация эштәре менән бер рәттән, ул фармаколог профессор Н. В. Вершинин һәм ботаник профессор В. В. Ревердатто менән бергә Себерҙең дарыу үҫемлектәренән йөрәк, гипотензив, седатив һәм ҡаҡырыҡты бүлеп сығарырға ярҙам итеүсе дауалау сараларын өйрәнеү һәм уларҙы практика индереү буйынса ғилми-тикшеренеү эше менән дә шөғөлләнә.
Себер курорттарын өйрәнеп, Д. Д. Яблоков 1938 йылда «Аҡҡош курорты һәм уның дауалау факторҙары» тигән ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара. Нервы системаһының функциональ боҙолоуын, гипертоник ауырыуҙарҙы, атеросклероздың башланғыс формаларын, терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын дауаланғанда һәм гинекология сирҙәрен дауалау практикаһында файҙаланыу өсөн Чажемто һыуының бальнеологик үҙенсәлектәрен тикшереүҙә ҡатнаша һәм 1960 йылдан ревматизм, описторхоз һәм эхинококкозды диагностикалау һәм дауалауға .ҙур иғтибар бүлә.
Д. Д. Яблоков «Боровое», «Карачи күле», «Шира күле», «Чемал», «Аҡҡош» кеүек билдәле Себер курорттарының консультанты һәм фәнни етәксеһе була.
1987 йылдан Томск дәүләт медицина институты факультет терапияһы кафедраһында профессор-консультант булып эшләй.
Медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Медицина фәндәре академияһы академигы (1965; 1950 йылдан ағза-корреспонденты; 1992 йылдан — Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы).
РСФСР Юғары Советының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыштары депутаты (1951—1959).
1993 йылдың 18 февралендә вафат була. Томскиҙең Бактин зыяратына ерләнгән[1].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәАкадемик Д. Д. Яблоковтың 250-нән ашыу ғилми хеҙмәте баҫылған, шул иҫәптән 17 монография («Силикоз һәм силикотуберкулез клиникаһы» (1962), «Туберкулез һәм эске ауырыуҙар клиникаһында бронхоүпкәлә ҡан йыйылыуы һәм ҡан төкөрөү» (1971), «Эске ауырыуҙар менән берлектә үпкә туберкулезы» (1976), «Кешенең описторхозы» (1979), «Эске ауырыуҙарҙы дауалау буйынса һайланма главалар» (1983, 1990, 1996)).
Дмитрий Дмитриевич редакцияһы аҫтында фәнни эштәрҙең 15 йыйынтығы сыға.
«Туберкулез һәм эске ауырыуҙар клиникаһында бронхоүпкәлә ҡан йыйылыуы һәм ҡан төкөрөү» (1971) монографияһы өсөн 1971 йылда профессор Д. Д. Яблоковҡа СССР Медицина Фәндәре академияһы Президиумының премияһы һәм С. П. Боткин исемендәге миҙал тапшырыла.
Ҙур медицина энциклопедияһын мөхәррирләү эшендә әүҙем ҡатнаша (2-се һәм 3-сө баҫмалар) — ике бүлектең («Эске ауырыуҙар» һәм «фтизиатрия») мөхәррире, эске һәм туберкулез ауырыуҙары буйынса күп томлы әсбаптың авторҙашы.
Яблоков Д. Д. 6 фән докторы һәм 39 медицина фәндәре кандидатын әҙерләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986) — медицина фәненең һәм халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһе үҫешенә индергән тос ҡаҙаныштары өсөн
- өс Ленин ордены (1956, 1976, 1986)
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945, 1961)
- миҙалдар
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) — Себерҙәң үҫкән дарыу үҫемлектәренән яңы дарыу препараттары әҙерләү ысулдарын эшкәркәне һәм уларҙы һаулыҡ һағы практикаһына индергәне өсөн
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1948)
- С. П. Боткин исемендәге алтын миҙал (1971) — «Туберкулез һәм эске ауырыуҙар клиникаһында бронхоүпкәлә ҡан йыйылыуы һәм ҡан төкөрөү» (1971) монографияһы өсөн
- Томск ҡалаһының почётлы гражданы (1968)
Хәтер
үҙгәртергә1.Дмитрий Дмитриевич Томскиҙа Себерҙәге беренсе медицина университетының Клиник корпусы бинаһына Яблоков Дмитрий Дмитриевичҡа горельеф ҡуйылған[2]. 2. «Д. Д, Яблоков. Страницы в альбом памяти.» 2017 йыл . Авторҙары Р. С. Карпов,В. А. Зыкова.170 стр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Список объектов культурного наследия Томской области(недоступная ссылка)
- ↑ Самое «горельефное» здание в Томске: куда смотрят одиннадцать бронзовых ученых?, Томский обзор (9 октября 2012). 9 апрель 2013 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Яблоков Дмитрий Дмитриевич . «Герои страны» сайты.