Әшә (рус. Аша́) — Әшә ҡалаһына исем биргән йылға, Әшә ҡалаһы ситенән аға. Ҡала был йылға буйында 1898 йылда Әшә-Балашово суйын иретеү заводы төҙөү айҡанлы барлыҡҡа килә.

Әшә
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Эҫем
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 352 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Рәсәй
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 122 метр
Оҙонлоҡ 59 km
Карта
 Әшә Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Әшә йылғаһы Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы ерҙәре аша аға, Эҫем йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы.

Силәбе өлкәһе Әшә районында урынлашҡан Ҡаратау битенән баш ала һәм юғары ағымында кеше йәшәмәгән урындарҙан аға. Эҫем йылғаһына уның тамағынан 120 км өҫтәрәк Әшә ҡалаһы ситендә килеп ҡушыла.

82 ҡушылдығы бар. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо — 180 км. Силәбе өлкәһенең тәбиғәт һәйкәле.

Тәбиғәт һәйкәле

үҙгәртергә

Әшә йылғаһы 1987 йылдың 6 октябрендә халыҡ депутаттарының Силәбе өлкә Советы тарафынан гидрологик тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителгән [1] һәм хужалыҡта файҙаланыуҙан алмайса 805,3 га майҙан билдәләнгән.Ул тәбиғәт һөйкәле булараҡ тәбиғәтте һаҡлау, мөхит тыуҙырыусы, ғилми-танып белеү һәм рекреация әһәмиәтенә эйә [2][3].

Ҡасандыр йылға буйында махсус торлаҡ пункттар, ағас бысыу һәм күмер яндырыусы ауылдар: Үрге Әшә, Ивановка, Тройчатка булған[4]

Хәҙерге ваҡытта Әшә йылғаһы буйында Точильный ҡасабаһы урынлашҡан. Ул ҡасандыр Әшә-Балашов заводы ихтыяждары өсөн тирә-яҡ урмандарҙы ҡырҡыусыларҙың балталарын сыныҡтырыу өсөн ҡайраҡ түңәрәктәр яһаусыларҙың йәшәү урыны булараҡ барлыҡҡа килгән. Әшә-Балашов заводы, һуңынан Әшә заводы 1947 йылға тиклем ағас күмере ҡулланып эшләгән [5].

Һыу реестры мғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестрының мғлүмәттәре буйынса, Кама һыу бассейны округына инә, һыу хужалығы йылға бассейны - йылға башынан тамағына тиклем — Эҫем йылғаһы, бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама йылғаһы[6].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йылға исеменең килеп сығышын Свердловск өлкәһе төбәкте өйрәнеүсеһе, географы, топонимдар белгесе Шувалов Николай Ивановичтың "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аңлатылыуынса, ике фараз осрай:

Аша, река, правый приток Сима, бассейн Белой; город областного подчинение; районный центр. Поселок основан в 1898 г. в связи со строительство металлургического завода, с 1933 г.— город. Название имеет два толкования. Одно рассматривает топоним с точки зрения оценки местных природных условий, с тюркским глагол ас, аш — «переваливать», «переходить» (через горы), т. е. река, пробивающаяся через горы. Другое толкование из этнический терминологии. В первоисточникахрека называется Асса (звуковое соответствие «с» и «  ш»), что позволяет отнести название к родоплеменному «ас», «ассы», «аша». Род асс, ас входит в племя катайцев[7][8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение исполнительного комитета Челябинского областного Совета народных депутатов от 06.10.1987 №361
  2. Река Аша//Установочные сведения
  3. ОБ УТВЕРЖДЕНИИ ГРАНИЦЫ ПАМЯТНИКА ПРИРОДЫ ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ РЕКИ АША
  4. 1930-е. Спецпоселения в Уральской области
  5. Точильный 2018 йыл 16 август архивланған.
  6. «Әшә (йылға)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  7. Шувалов Н.И. Аша// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  8. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.
  • Аша // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М.  : Советская энциклопедия, 1969-1978.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә