Мыш-Арҡа
Мыш-Арҡа — Көньяҡ Уралдың төньяғындағы (Силәбе өлкәһе) һырт. Орографик яҡтан Мыш-Арҡа һырты көньяғынан һәм көньяҡ-көнсығышынан Байрамғол һәм Ҡоротау (Сухие горы) менән сикләшә. Мыш-Арҡаның төньяғында һәм ҡөнбайышында уба рәүешле, урман баҫҡан тәпәш тауҙар һәм Гребень һырты. Мыш-Арҡаның көнсығыш армыты — Полозовая тауы. Төп түбәһе — Голая Шишка (диңгеҙ кимәленән 945,5 метр) Бүтән артыҡ айырылып торған түбәләре юҡ.
Мыш-Арҡа | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 856 метр |
Урынлашыуы
үҙгәртергәҺырт — Эҫем һәм уның ҡушылдығы Ләмәҙене айырып торған һыу айырғыс. Эҫем Мыш-Арҡаның төньяҡ итәгендәге бер нисә инештән, уның ҡушылдығы Ләмәҙ — Мыш-Арҡанан көньяҡтараҡ тау араһындағы үҙәндән башлана. Шулай уҡ Мыш-Арҡа һыртынан Ҡатау йылғаһының төп һул ҡушылдығы — Нилә йылғаһы баш ала. Һырт Силәбе өлкәһенең Сим (Эҫем) Ҡатау-Ивановск ҡалалары араһында йәйрәп ята.
Этимологияһы
үҙгәртергәҺырттың атамаһын — «Мыш-Арҡа» — башҡорт телендәге «мышар» (миләш)[2] һүҙенә алып барып тоташтыралар. Һырттың башҡортса атамаһы — Мыш-Арҡа, йәғни, мышарлы арҡа. Аҫаба халыҡ биргән атаманы Ҡатау тау заводтарына күсенеп килгән урыҫтар үҙгәртеп, Амшар тип йөрөтә башлағандар[3].
Флораһы
үҙгәртергәҺыртта ҡатнаш урмандар өҫтөнлөк итә, саған, йүкә, ҡайын, уҫаҡ, йыла, шыршы, ҡарағай һәм ҡарағас үҫә. Һырттың түбәһендә — тау тайгаһы. Урманды һуңғы ваҡыттарғаса хужалыҡ маҡсаттарында күпләп ҡырҡтылар. Шуның өсөн Мыш-Арҡала йәш ағастар үҫеп килгән ҡырҡындылар күп осрай.
Транспорт
үҙгәртергәМыш-Арҡаға Арат—Ҡатау-Ивановск, Ҡатау-Ивановск—Ләмәҙ—Биҙәреш юлдары буйлап килергә була. Һыртҡа шулай уҡ ағас ҡырҡыусыларҙан ҡалған юлдарҙан күтәрелергә мөмкин. Ҡатау-Ивановскиҙән Ләмәҙгә 5 саҡрым ҡала юлдан боролғас, Анновка ыҙанынан да уңайлы юл бар. Ул юлдан түбәгә тиклем тиерлек барып етеп була.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 842-се бит
- ↑ http://yuzhnyj-ural.ru/obekty/hrebtyi/184-hrebet-amshar.html