Ямаҙы-Таш мәмерйәһе
Ямаҙы-Таш мәмерйәһе (шулай уҡ Игнат, Игнатов, Игнатиевская, Дальняя, Серпиевская атамалары менән билдәле) — Урал тауы биләмәһендә Ағиҙелгә ҡойған Эҫем йылғаһы ярындағы ҙур эзбизташлы мәмерйә. Ул Силәбе өлкәһенең Серпиевка ауылы янында урынлашҡан[2] (Силәбе өлкәһе, Рәсәй)[3][4].
Ямаҙы-Таш мәмерйәһе | |
Тау һырты | Урал тауҙары |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Серпиевка[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Катав-Ивановский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | 8 км вниз по течению р. Сим |
Ямаҙы-Таш мәмерйәһе Викимилектә |
Мәмерйә тураһында тәүге мәғлүмәттәр П. И. Рычковтың 1762 йылда баҫылып сыҡҡан (1755 йылда яҙылған) «Топография Оренбургская, то есть обстоятельное описание Оренбургской губернии сочиненное коллежским советником и Имперской Академии наук корреспондентом Петром Рычковым» китабында бирелгән. Игнатьев мәмерйәһе тигән хәҙерге атамаһын XIX быуатта йәнәһе шул мәмерйәлә йәшәгән Игнат ҡарт исеменән биргәндәр веке[5].
Донъя әһәмиәтендәге тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. 1983 йылдан Илмән ҡурсаулығы филиалы[2]. 2010 йылда президент Владимир Путин мәмерйәгә дәүләт ҡурсаулығы тигән статус биреү тураһында мәсьәләне ҡарарға ҡабул иткән[6].
Ямаҙы-Таш мәмерйәһе Игнатьевская пещера атамаһы менән Рәсәйҙән ситтә лә киң билдәле. Уның ҡабырғаларында палеолит осорондағы һүрәттәр һаҡланған. Шул осорға кешеләр угда йәшәй башлаған, унда төрлө йолалар атҡарылған. Археологтар һәм палеонтологтар тикшеренгән ваҡытта шуларҙы иҫбатлаусы дәлилдәргә юлыҡҡан. XIX быуат башында мәмерйәлә Игнатий тигән ҡарт йәшәгән, дингә әйҙәгән. Ул мәмерйәнең бер залында ерләнгән. Был залға инеү юлы һалынҡы ҡая аҫтынан үтә. Унда ҡулына бала тотҡан Мәрйәм Инә һынына оҡшатылған сталагмит бар. Уны икона тип һанап табыналар. Шул арҡала мәмерйәгә илдең төрлө яҡтарынан, хатта сит илдәрҙән киләләр. Игнатий ҡарт тәхетен ташлап, икенсе юл һайлап ҡапыл юҡҡа сыҡҡан Александр Беренсе булыуы ла ихтимал тигән фараздар ҙа бар.
Археологик табыштар
үҙгәртергә1980 йылда бында аяҡ араһына 28 ҡыҙыл нөктә төртөлгән кеше һүрәте табылған. Быны ҡатын-ҡыҙҙың күреме[7] циклы төшөрөлгән тип фараз итәләр[8][9]. Мәмерйәлә шулай уҡ микролиттар (ҡорал), хайуан кәүҙәләре ҡалдыҡтары, ҡаяларҙа бик күп һүрәттәр (ат, мамонт, мөгөҙморон, йола символдары) табыла. Шулай уҡ Тимер быуат объекттарына тап булалар[10].Ҡайһы бер сығанаҡтар мәмерйәләге һүрәттәрҙе палеолит осоро тип билдәләһә лә[10], һуңғы осорҙа пигменттарға үткәрелгән радиоуглеродлы анализ улар 6 — 8 мең йыл элек эшләнгән тигән һығымтаға килтергән[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 176 от 20.02.1995
- ↑ 2,0 2,1 Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- ↑ Bahn, Paul G. (1993), Collins Dictionary of Archaeology, ABC-CLIO, p. 224, ISBN 0-87436-744-1.
- ↑ Shirokov, Vladimir (2002), Review of the Ural cave and rock art 2007 йыл 10 август архивланған., The Northern Archaeological Congress.
- ↑ Дубровский Д.К., Грачёв В.Ю. Часть 2. Древние изображения Уральских гор. Глава 2. Первобытная живопись в пещерах Южного Урала. Древние рисунки Игнатьевской пещеры // Уральские писаницы в мировом наскальном искусстве. — Екатеринбург: ООО «Грачёв и партнёры», 2010. — С. 169—174. — 216 с. — ISBN 978-5-91256-047-7.
- ↑ Путин повысит статус персидской крепости и древнегреческой колонии . Lenta.ru (26 июль 2010). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 27 март 2012 года.
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D2%AF%D1%80%D0%B5%D0%BC_(%D0%B0%D0%B9%D0%BB%D1%8B%D2%A1)
- ↑ Rudgley, Richard (1998), Lost Civilisations of the Stone Age, Century, p. 196, ISBN 0-7126-7758-5.
- ↑ Blackledge, Catherine (2004), The Story of V: A Natural History of Female Sexuality, Rutgers University Press, p. 37, ISBN 0-8135-3455-0.
- ↑ 10,0 10,1 Kipfer, Barbara Ann (2000), Encyclopedic Dictionary of Archaeology, Springer-Verlag, p. 250, ISBN 0-306-46158-7
- ↑ Steelman, K. L.; Rowe, M. W.; Shirokov, V. N.; Southon, J. R. (2002), «Radiocarbon dates for pictographs in Ignatievskaya Cave, Russia: Holocene age for supposed Pleistocene fauna», Antiquity 76 (292): 341—348.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Древние рисунки Игнатьевской пещеры 2016 йыл 4 март архивланған.
- [1]Игнатьевская пещера
- [2]Игнатьевская пещера