Этник музыка
Этник музыка (этник, этномузыка; донъя халыҡтарының музыкаһы, милли музыка; ингл. ethnic music, world music[1]) — традицион халыҡ һәм популяр музыканы берләштергән һәм халыҡ музыкаһы (фолк-музыка) элементтары ҡулланылан хәҙерге заман музыкаһы йүнәлеше[2]. Билдәле инглиз термины «world music» (донъя музыкаһы) аналогы тип һанала[3][4]. Милләт рухында яҙылған һәм унда популярлыҡ яулаған музыкаль фольклор булараҡ танылған милли музыка менән бутарға кәрәкмәй[5]: популяр, рухи, академик музыка, театр һәм традицион йолалар музыкаһы, ҡала музыкаль фольклоры.
Этник музыка | |
Өлөшләтә тура килә | региональная музыка[d] |
---|---|
Этник музыка Викимилектә |
Был коммерция яҙмаһының Төньяҡ Америка һәм Европа стандарттарына яраҡлаштырылған музыка, шулай уҡ Европаға ҡарамаған музыкаль тауыштар рәте традицияларын, музыка ҡоралдарын, башҡарыу манераһы һәм башҡа традицион халыҡ музыкаһынан (донъяның төрлө мәҙәниәттәренән) һәм классик музыкаһын үҙләштергән хәҙерге заман «көнбайыш» музыкаһы.
Терминологияһы
үҙгәртергәИнглиз телендәге «world music» (донъя музыкаһы) термины Көнбайыш Европаның һәм Төньяҡ Американың мәҙәни йоғонтоһонан тыш барлыҡҡа килгән бөтә музыканы аңлата[6]. World music терминын «урындағы ситтән килгән музыка»[7] йәки « урындағы тағы ла кемдеңдер музыкаһы» тип билдәләргә мөмкин[8].
Термин музыкаль индустрияһында бындай күренештәр классификацияһының бүлеге исеме булараҡ 1980-се йылдарҙа таралыу ала. Был категорияға традицион халыҡ музыка; фолк-музыка —этник музыка элементтары менән хәҙерге заман популяр музыкаһы (мәҫәлән, кельт музыкаһы, афро-куба музыкаһы, регги) инә.
Урыҫ телендә ҡабул ителгән «этник музыка» термины компромислы булып тора: «world music» терминын тәржемә итеп булмай. Шуға күрә «ethnic music» термины алына.
Тарихы
үҙгәртергәКлассик музыка
үҙгәртергәКөнбайыш цивилизацияһының башҡа цивилизацияларҙың экзотик халыҡ музыкаһы һәм музыка традицияларына мөрәжәғәт итеүен барокко музыкаһынан башлап ышаныслы күҙәтергә мөмкин. Этник һәм классик музыка киҫелешендә музыкаль әҫәрҙәр бик күп. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк Европа халыҡтарының халыҡ музыкаһы йоғонтоһо аҫтында «Славян бейеүҙәре» һәм Төньяҡ Америка халыҡ музыкаһы йоғонтоһо аҫтында "9-сы симфония"ны («Яңы донъянан») яҙған композитор Антонин Дворжактыы ла билдәләргә кәрәк.
XX быуаттың классик, ә һуңыраҡ джаз сәхнәһендә музыкаль архаика неофольклоризм формаһында үҙ аллы йүнәлеш булараҡ раҫлана. 1913 йылда Игорь Стравинский неофольклоризмдың үҙенсәлекле манифесы булған «Изге яҙ» балетында мәжүсилекте данлай. Уның йоғонтоһо Сергей Прокофьевтың, Родион Щедриндың һәм Рәсәйҙә башҡаларҙың әҫәрҙәренә һиҙелерлек йоғонто яһай, ә сит илдәрҙә — Венгрияла Барток һәм Кодай, Чехияла — Мартина, Испанияла де Фалья, Бразилияла Вила-Лобос, Мексикала — Чавес һәм башҡа бик күптәр[9].
XX быуат
үҙгәртергәЭтник музыка (бигерәк тә Көнсығыш музыкаһы) Генри Коуэлл, Джон Кейдж, Лу Харрисон һәм Алан Ховханес кеүек ХХ быуаттың Америка композиторҙарына ҙур йоғонто яһай.
1960 йылдарҙа күп кенә рок-музыканттар Көнсығыштың традицион музыка сараларына мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, музыка The Beatles барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, The Beatles музыкаһында һинд элементтары барлыҡҡа килә, төркөм ағзаларын билдәле һинд музыканты Рави Шанкар ситарҙа уйнарға өйрәтә.[10].
Шул уҡ дәүерҙә инглиз телле мәҙәниәттә Ямайканың һәм уның иң билдәле башҡарыусыһы Боб Марлиҙың рухи музыкаһында барлыҡҡа килгән «донъя музыкаһына» ҡараған регги стиле киң танылыу ала..
1980-се йылдарҙа Көнбайышта милли тематикаһына ҡыҙыҡһыныу тағы ла көсәйә. Бер яҡтан, көнбайыш музыканттары яңы йоғонтолар эҙләй һәм халыҡ музыкаһын аса, икенсе яҡтан, маркетинг һәм музыка индустрияһы күҙлегенән этник музыка өмөтлө була. Шул саҡта (« Voice оf America» радиостанцияһында — «World of Music», «BBC Radio 1Xtra» радиостанцияһында — «D.N.A: DestiNation Africa», «BBC Radio 3» радиостанцияһында — Andy Kershaw шоу һәм башҡалар); фестивалдәр (WOMAD), этник музыкаһын ҡыҙыҡһынған лейблдар (Питер Гэбриелдың «Real World», 1988, «Piranha Music», World Music Network, Дэвид Бирныйҙың «Luaka Bop»). Рәсәйҙә лә World Music-та һәм этника менән шөғөлләнгән Sketis Music, Dom Records, Dolina Bortanga һәм башҡа лейблдар бар, әммә хәҙер ваҡытта ғәмәлдә булғандарҙан тик Sketis Music лейблын билдәләп була.
Этника рок-музыка (Питер Гэбриел һәм Роберт Планттың ҡайһы бер эштәре, «Рада и Терновник», Ят-ха), поп-музыка (мәҫәлән: latin pop, Шакира), электрон музыка (этно-электроника: «Волга», Theodor Bastard, Токэ-Ча, Deep Forest , Yarga Sound System, «Иван Купала»), State of Bengal) кеүек стилдәр менән киҫешә. Был йәһәттән «Руда Нави» лабораторияһы (Мәскәү) айырымланып тора, уның ижады эксперименталь эмбиентҡа (Trip Ambient) яҡын; проекттың күп кенә тректары төньяҡ һәм индеецтар этноэмбиенты менән бәйле.
Голливудтың бер нисә фильмына саундтректар яҙҙырған әрмән дудуксыһы Дживан Гаспарян айырыуса иғтибарға лайыҡ.. Шулай уҡ үҙ халҡының традицион музыкаһын, шул иҫәптән өзләүҙе башҡарыусы Көнбайыш Тыва шаманы Николай Ооржак тураһында иҫкә алыр кәрәк.
Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа этник һәм World музыкаһы жанры популярлаша бара. «Рада и Терновник», «Мельница», Инна Желанная, Заман, Теодор Бастард, ТЛ «Руда Нави», «Ва-Та-Га», Намгар, «Волга» Вороново Крыло, «Ведан Колод», «Волков трио», Сергей Старостин, Булат Гафаров, Виктор Савенко, Иван Смирнов, Степанида Борисова (Якутия), Ярга тауыш системаһы, Нино Катамадзе, Булат Ғафаров, АСЕ, Годлав, Фуджин-ХАО барабандары кеүек төркөмдәр һәм музыканттар Урыҫ донъя музыка сәхнәһенең сағыу образдары булып тора.
Халыҡ ансамблдәре
үҙгәртергәЭтник мотивтарҙың жанр музыкаһына үтеп инеүе (классик, рок, джаз) музыкаль фольклор профессиональ сәхнәлә булыу менән генә сикләнмәй. Беҙҙең көндәргә тиклем бында академик халыҡ коллективтары, хорҙар һәм оркестрҙар, шулай уҡ халыҡ музыкаһын һәм йырҙарын айырым башҡарыусылар мөһим роль уйнай. Славян фольклорын башҡарған иң боронғо коллектив — 1811 йылда ойошторолған Кубань казак хоры. XIX быуаттың икенсе яртыһында «В. В. Андреевтың беренсе Бөйөк Урыҫ Балалайка оркестры» барлыҡҡа килә, ул 1900 йылда Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә Рәсәй исеменән Елисей һарайында сығыш яһай. Тауыш яҙҙырыуҙы уйлап табыу арҡаһында быуат башында Мәскәүҙең концерт тормошонда Музыкаль-этнографик комиссия эшмәкәрлеге һиҙелерлек ваҡиғаға әйләнә. Уның менән билдәле Рябинин династияһынан Иван Трофимович Рябининдың Олонец хикәйәселәре һәм Ирина Андреевна Федосованың сығыштары бәйле.
ХХ быуат музыканттары араһында иң күренекле урынды Пятницкий хоры (1911 йылда барлыҡҡа килгән) һәм уның билдәле тәрбиәләнеүсеһе Зыкина Людмила Георгиевна биләй. 1977 йылда Людмила Зыкина «Рәсәй» ансамблен ойоштора. Осипов исемендәге Рәсәй халыҡ ҡоралдары оркестры (1919 йылда нигеҙләнгән)[11]) һәм 1945 йылда Петр Алексеев ойошторған Бөтә Союз радиокомитеты рус халыҡ инструменттары оркестры Рәсәй һәм сит илдәрҙәге белгестәр тарафынан киң танылыу ала. Күптән түгел генә булдырылған «Рәсәй казактары» бейеү театры ансамблен айырым билдәләп була, ул инде ике тапҡыр инглиз королеваһы Елизавета II алдында сығыш яһаны.
Башҡорт халыҡ фольклор ансамблдәре
— «Әхирәттәр» башҡорт фольклор ансамбле (Иглин районы, 2010, етәксеһе Фәнүрә Ғөбәйҙуллина)[12];
— «Йөрәктау» башҡорт фольклор ансамбле (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 2007, етәксеһе Әлфиә Зөбәйерова)[13];
— «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле (Мәскәү, етәксеһе Гөлсинә Батыршина)[14];
— «Йәшмәләр» башҡорт фольклор ансамбле (Өфө, 2006, етәксеһе Г. Вәлиева)[15];
— «Алтынай» башҡорт фольклор ансамбле (Межгорье ҡалаһы, 2009, етәксеһе Алсу Тимерова)[16] һәм башҡа бик күп фольклор коллективтары.
Музыка ҡоралдары
үҙгәртергәЭтник музыка ҡоралдары: ҡурай, ситар, диджерид, калимба, варган, тар, кеманча, саз, зурна, доол, бубен, кото, перкуссия һәм башҡалар.
Этник вокал: өзләү, урыҫ халыҡ йырлауы, йодль, мугам, мейхана һәм башҡалар.
- Урыҫ этник музыкаһында (фольклор) традицион музыка ҡоралдары: гусли (көснә), ҡысҡыртҡыс, жалейка,һыбыҙғы, мөгөҙһәм башҡалар[17].
Башҡорт этник музыкаль төркөмдәре
үҙгәртергәБашҡортостанда халыҡ ижадына, шул йәһәттән этнотөркөмдәргә, ҙур иғтибар бүленә, аҙаҡҡы йылдарҙа бер нисә этнотөркөм барлыҡҡа килде[18]. 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя халыҡ ижады фестивале — Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған семинарҙа башҡорт халыҡ кейеме, хәрби кейеме, кәсептәре менән рәттән этник музыка үҙенсәлектәре мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Юлай Үҙәнбаев этномузыка үҙенсәлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе[18]. 2016 йылда Ҡыйғы районында «Йор үҙән» Республика этно-фестивале үтте[19]. Фестивалдә «Арман» (Сибай, етәксеһе Баязит Ғәйнуллин), «Саптар» (Өфө, Гүзәл Үмәрғәлина), «Табын» (Ғәфүри районы, Илһам Байбулдин), «Әйле-ҡатай» (Ҡыйғы районы, Владислав Шәрифуллин), «Юлдаш» (Салауат районы, Илфат Йәмәлиев), «Дәрт» (Межгорье, Вилмир Әүбәкеров), «Һарттар» (Дыуан районы, Владислав Шәрифуллин) ҡатнаштылар. Этно-фестиваль сиктәрендә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында этник музыкаһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрелде, унда 2016—2020 йылдарға программа ҡабул ителде[19].
Танылған этно-төркөмдәр: Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө[20], «Арғымаҡ»[21], «Йатаған»[22] этно-рок төркөмдәре, «ZAINETDIN» этнопроекты[23].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Халыҡ йыры
- Неофольклоризм
- Славяндарҙың халыҡ музыкаһы
- Фолк-музыка
- Рок
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Музыка народов мира (kultoboz.ru)
- ↑ Шаров К. С. Музыка постмодерна и глобальный мир // «Ценности и смыслы», 2011
- ↑ Этническая музыка // eurodance-music.ru
- ↑ Этническая музыка // Словарь музыкальных терминов — М.: АСТ, 2009—320 с. — ISBN 978-5-17-057812-2 — С. 141
- ↑ Соловьёв, 1890—1907
- ↑ Гончарук А. Ю. Социально-педагогические основы теории и истории музыкальной культуры — М.: Перспектива, 2015. — 175 с. — С. 169
- ↑ Журнал «fRoots», процитировано в «N’Dour»[что это?] 2004, стр. 1
- ↑ Журнал «Songlines»
- ↑ Криволапова В. А. Поэтика язычества в музыкальном неофольклоризме первой половины XX века . Дата обращения: 7 апрель 2013. Архивировано 1 август 2013 года. 2013 йыл 1 август архивланған.
- ↑ «„Индийский Моцарт“ Рави Шанкар умер в Америке» . Дата обращения: 7 апрель 2013. Архивировано 1 август 2013 года. 2013 йыл 1 август архивланған.
- ↑ История оркестра 2013 йыл 17 апрель архивланған. — на сайте НАОНИР им. Н. П. Осипова
- ↑ башкирский фольклорный коллектив «Эхирэттэр» (недоступная ссылка)
- ↑ Башкирский фольклорный ансамбль «Юрактау» 2022 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ «Ак тирмэ» из Москвы отмечает первый юбилей
- ↑ Народный фольклорный ансамбль «Йэшмэлэр» 2022 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Алтынай. Деятельность коллектива
- ↑ Атлас музыкальных инструментов народов СССР / К. А. Вертков, Г. И. Благодатов, Э. Язовицкая ; Ленингр. гос. ин-т театра, музыки и кинематографии. — М.: Музгиз, 1964. — С. 249
- ↑ 18,0 18,1 Мәләүез ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында төбәк семинары үтте
- ↑ 19,0 19,1 Республиканский этно-фествиаль «Йор үҙән»
- ↑ «Ҡурайсы» төркөмө Russian World Music премияһына тамашасылар тауыш биреүҙә еңеү яуланы 2022 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ “Арғымаҡ” төркөмө Беренсе каналда сығыш яһаны 2022 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Концерт этно-группы «Йатаган» «Из глубины веков» 2022 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ ЕГЕТ БУЛҒАС ШУҠ БУЛҺЫН, ИКЕ КҮҘЕ УТ БУЛҺЫН
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гороховик Е. Этномузыкология сегодня и завтра: изучение музыкальных культур мира 2021 йыл 28 февраль архивланған. // Научные труды Белорусской государственной академии музыки. Выпуск 23 2020 йыл 27 октябрь архивланған. — Белорусская государственная академия музыки, 2010
- Тимошенко А. Этническая музыка и композитор: об исканиях Богдана Луканюка 2022 йыл 2 ғинуар архивланған. // Х Конференція дослідників народної музики червоноруських (Галицько-Володимирських) та суміжних земель 2020 йыл 30 июнь архивланған.. Львов, 21—23 апреля 2017 г.
- Соловьёв Н. Ф. Национальная музыка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Национальная музыка 2022 йыл 2 ғинуар архивланған. // Чудинов А. Н. Словарь иностранных слов, вошедших в состав русского языка. 1910
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Этническая музыка // Энциклопедия музыкальных жанров
- Колоритные ритмы этнической музыки разных стран 2020 йыл 21 сентябрь архивланған. (ethnoboho.ru)
- Что такое этническая музыка (chris-rea.ru)
- Этническая музыка и ее особенности (/melma.ru)