Нино Катамадзе

грузин джаз йырсыһы һәм композиторы

Нино Кукуриевна Катамадзе (груз. ნინო ქათამაძე; 21 август 1972, СССР-ҙың Грузин ССР-ы Кобулети ҡалаһы) — грузин  джаз  йырсыһы һәм композитор.

Нино Катамадзе
груз. ნინო ქათამაძე
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Грузия
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. ნინო ქათამაძე
Тыуған көнө 21 август 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Кобулети[d], Грузия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө йырсы, композитор, джазмен
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Джаз, джаз-фьюжн[d], Этник музыка һәм психоделический рок[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Мистерия звука[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Президентский орден Сияние орден княгини Ольги III степени
Рәсми сайт nino-katamadze.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 33 900 ± 99[1]
 Нино Катамадзе Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Нино Катамадзе Грузияның көньяҡ провинцияһы булған Аджарияла тыуа.  1990 йылда З. П. Палиашвили  исемендәге Батуми музыка институтының вокал бүлегенә инә, Мурман Махарадзе класында уҡый. Институтта уҡыған сағында ла, уҡыуын тамамлағас та төрлө төркөмдәр менән бергә сығыш яһай, төрлө музыкаль  проекттарҙа ҡатнаша.

19941998 йылдарҙа инвалид һәм социаль яҡланмаған артистарға ярҙам итеүсе йәмәғәт хәйриә фонды ойоштора.  1999 йылда Insight төркөмө менән ижади хеҙмәттәшлеге башлана, был хеҙмәттәшлек йырсыға тыуған илендә, Рәсәйҙә,  ә  2002 йылда  Бөйөк Британияла  Грузия көндәрендә ҡатнашҡандан һуң Европала ла билдәлелек килтерә[сығанаҡ 4444  көн күрһәтелмәгән].

2009 йылда йырсы  Әзербайжандың баш ҡалаһы  Баҡыла ике концерт бирә. 

2010 йылдың ғинуарында Рәсәйҙә Бобби Макферриндың «Боббл» вокаль опера-импровизацияһы постановкаһында  ҡатнаша.

2011 йылдың ноябрендә Crocus City Hall концерт залында Insight төркөмө менән берлектәге концерты була. 

2012 йылдың ғинуарында  Лондонда  «Ғүмер бүләк ит» хәйриә ойошмаһын рәсми асыу тантанаһында сығыш яһай[2].

2014 йылда  Украинала, Ирина Дубцованы алмаштырып, Х-Факторҙың бишенсе миҙгеленең судьяһы була[3]. Алтынсы миҙгелдә лә жюриҙа ҡатнаша, әммә был миҙгел уның өсөн һуңғыһы була.  

Ансамбль Insight үҙгәртергә

Катамадзе  джаз  ансамбле  «Insight»[4] менән сығыш яһай һәм йырҙар яҙҙыра, уның  составына инәләр[5]:

  • Гоча Качеишвили — төп гитара, акустик  гитара, синтезатор, төркөмдө  ойоштороусы
  • Уча Гугунава — бас-гитарист
  • Давид Абуладзе — барабансы, перкуссионист, синтезатор
  • Гия Челидзе (тауыш режиссёры).

Дискография үҙгәртергә

Альбомдары үҙгәртергә

  • Nino Katamadze & Insight (2003), переиздан как Black (2006)
  • Ordinary Day (2004), переиздан как White (2006)
  • Blue (2008)
  • Red (2010)
  • Green (2011)
  • Yellow (2016)

DVD үҙгәртергә

  • Русалка (2008)
  • Red Line (2010)

Фильмдарға саундтректар үҙгәртергә

  • Яблоко 
  • Оранжевое небо 
  • Дорога к Спасителю
  • Русалка 
  • Жара (2006) 
  • Инди (2007) 
  • Домовой (2008) 
  • Трасса М8 (2008) 
  • Убить Короля (2008) 
  • Любовь с акцентом (2012) 
  • Без границ (2015)
  • Коллектор (2016)[6]

Бүләктәре үҙгәртергә

  • 2002 — Иң яҡшы йыл йырсыһы,   «Овация» призы, Грузия
  • 2002 — Йыл йырҙары авторы һәм башҡарыусыһы, Грузия
  • 2002 — Иң оригиналь музыка өсөн приз, Грузия
  • 2003 — Йыл йөҙө, Грузия
  • 2003 — Иң яҡшы йыл йырсыһы,   «МЕГА» призы, Грузия
  • 2003 — Йылдың иң яҡшы вокаль-инструменталь ансамбле (Нино Катамадзе һәм Insight),  «Овация» призы, Грузия
  • 2004 — Музыкаға индергән өлөшө өсөн  махсус «Одзэла» призы, Грузия

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә