Этмекджиян Ашот Арутюнович

Ашот Этмекджиян Арутюнович (22 март 1911 йыл1 октябрь 1991 йыл) — совет дәүләт эшмәкәре.

Ашот Арутюнович Этмекджиян
рус. Ашот Арутюнович Этмекджия́н
Флаг
Флаг
СССР дәүләт план комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР министры
18 июль 1962 — 24 ноябрь 1962
Хөкүмәт башлығы: Хрущев Никита Сергеевич
 
Тыуған: 22 март 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Рәсәй империяһы, Дон Ғәскәре өлкәһе (хәҙерге Ростов өлкәһе), Таганрог ҡалаһы
Үлгән: 1 октябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)
Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы
Ерләнгән: Введенское зыяраты[d]
Партия: 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Белеме: Московский институт инженерно-коммунального строительства (1941)
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре кандидаты
Профессияһы: инженер
 
Наградалары:
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Ленин премияһы — 1959 Сталин премияһы — 1950

Биографияһы

үҙгәртергә

1911 йылдың 22 мартында Таганрог ҡалаһында (хәҙерге Ростов өлкәһе) тегенсе ғаиләһендә тыуған. Әрмән. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

  • 19271930 — эшсе, һуңынан «Севкавтяжстрой» тресы десятнигы, Таганрог.
  • 19301932 — Дондағы Ростов төҙөлөш техникумы уҡыусыһы .
  • 19321934 — эштәрҙе ойоштороусы, «Севкавтяжстрой» тресы участка начальнигы.
  • 19341936 — эшсе крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһында хеҙмәт итә.
  • 19361941 — эштәрҙе ойоштороусы, участка начальнигы, «Севкавтяжстрой» тресы төҙөлөш идараһы баш инженеры һәм башлығы, Дондағы Ростов.
  • 19411942 — 5-се сапер армияһы 49-сы оборона төҙөлөш идаралығы башлығы.
  • 19421946 — «Севкавтяжстрой» тресы идара начальнигы, управляющийы һәм бер үк ваҡытта СССР-ҙың төҙөлөш халыҡ комиссариатынан вәкил, Дондағы Ростов.
  • 19461951 — Главвостокюгстрой начальнигы, һуңынан СССР-ҙың төҙөлөш министрлығы Главюгстрой начальнигы.
  • 19511953 йылдарҙа — СССР төҙөлөш министры урынбаҫары.
  • 19531954 — Мәскәүҙә бейек биналар төҙөлөшө буйынса Баш идаралығы начальнигы.
  • 19541958 — Главмосстрой начальнигының беренсе урынбаҫары.
  • 19581962 — Мәскәү ҡала башҡарма комитеты эргәһендәге төҙөлөш материалдары сәнәғәте баш идаралығы начальнигы.
  • 1962 — СССР Госплан рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР министры.
  • 19631969 — СССР дәүләт төҙөлөшө рәйесенең беренсе урынбаҫары (СССР министры 1963—1965), бер үк ваҡытта КПСС Үҙәк комитеты һәм СССР Министрҙар Советының минераль ашламалар һәм улар өсөн сеймал етештереүсе предприятиеләр төҙөү буйынса комиссия рәйесе.
  • 19691973 — торлаҡ һәм граждандар төҙөлөшө баш идаралығы (Главмосстрой) начальнигы урынбаҫары.
  • 1973 йылдың июненән — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

1991 йылдың 1 октябрендә вафат була. Мәскәүҙә Введенский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ленин ордены
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • i дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951 ) — тимер-бетон конструкцияларҙы тергеҙеүҙең яңы ысулдарын эшләгәне һәм төҙөлөш практикаһына индергәне өсөн.
  • Ленин премияһы (1959) — Мәскәү ҡалаһының Лужники районын төҙөкләндереү һәм тиҙләтелгән реконструкциялау ҙур ҡала төҙөлөшө мәсьәләләрен хәл иткәне һәм В. И. Ленин исемендәге Үҙәк стадион спорт ҡоролмалары комплексын төҙөгәне өсөн.
  • Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991. Историко-биографический справочник /Сост. В. И. Ивкин. — М., 1999. — ISBN 5-8243-0014-3

Һылтанмалар

үҙгәртергә