Эткөсөк (рус. Иткучуково) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 235 кеше[1]. Почта индексы — 453870, ОКАТО коды — 80241802008.

Ауыл
Эткөсөк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

52°59′57″ с. ш. 56°18′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 802 008

ОКТМО коды

80 641 402 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Эткөсөк (Рәсәй)
Эткөсөк
Эткөсөк
Эткөсөк (Башҡортостан Республикаһы)
Эткөсөк


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 235 122 113 51,9 48,1
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %) йәшәй[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 30 саҡрым
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Боһорман): 7 саҡрым
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 30 саҡрым

Эткөсөк (Түбәнге Эткөсөк) XVIII быуат һуңында, XIX быуат башында барлыҡҡа килгән ауыл. 1834 йылғы VIII ревизия 64 йортта 373 кеше йәшәгәнен билдәләй, ә инде X ревизия ваҡытында 78 йортта 522 кеше теркәлгән, әммә 1920 йылдағы иҫәп йорттар һаны артыуға ҡарамаҫтан, ауылда йәшәүселәр һаны кәмеүен күрһәтә, 87 йортта 431 кеше теркәлгән. Ауылда тәү башлап нигеҙ ҡороусы Сәнкем-ҡыпсаҡ старшинаһы ярҙамсыһы Эткөсөк Санғошов тип иҫәпләнә. Ул 1787 йылда Нөгөш йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе заводсы Пашковаға һатыуҙа аҫабаларҙың ышаныслы вәкиле сифатында ҡатнаша. Өлкән улы, комиссар Эткөсөков (1768 йылда тыуған) 1850 йылда ла иҫән була. Уның улдары Йәрмөхәмәт, Динмөхәмәт, Мөхәмәтшәриф, Мөхәмәтйән, Мөхәмәткәрим. Икенсеһе — Кәлимулла (1773—1836), указлы мулла булып хеҙмәт иткән. Уның улы Абдулла. Өсөнсө улы, 1788 йылғы Хәйбулла (улы Айнулла).

1842 йылда 419 кешегә 344 бот ужым икмәге, 1384 бот яҙғы иген сәселгән. 64 йортҡа 68 йылҡы, 114 эре мөгөҙлө мал, 36 һарыҡ, 86 баш кәзә; 80 умарта тура килгән[3].

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исемдәре[4]:

  • Тау һырты урамы (рус. улица Нагорная)
  • Яңы урам (рус. улица Новая)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә