Эркки Хуттунен
Эркки Хуттуннен (фин. Erkki Juhani Huttunen; 18 май 1901 йыл, Алавус, Бөйөк Финляндия кенәзлеге — 17 ноябрь 1956, Хельсинки, Финляндия) — фин архитекторы-функционалисы, ҡыҫҡа карьераһы эсендә Финляндияның төрлө ҡалаларында бик күп йәмәғәт һәм шәхси биналары төҙөй.
Эркки Хуттунен | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Финляндия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | фин. Erkki Juhani Huttunen |
Тыуған көнө | 18 май 1901[4][5] |
Тыуған урыны | Алавус[d], Южная Остроботния[d], Вазаская губерния[d], Великое княжество Финляндское[d], Рәсәй империяһы[4] |
Вафат булған көнө | 17 ноябрь 1956[4][5] (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Хельсинки, Финляндия[4] |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто | Һелсинки политехника институты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Эркки Хуттунен Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәХельсинкски политехник институтын тамиамлай (1927), унда, архитектуранын тыш, һынлы сәнғәтте һәм рәсемде өйрәнә. Үҙ һөнәри юлының башында гәзит иллюстраторы, портретсы һәм карикатурасы булып эшләй. Уҡыу йылдарында һәм һуңынан Европа илдәре буйынса сәфәр ҡыла, Италия, Франция, Бөйөк Британия, Греция, шулай уҡ АҠШ-та була.
Институтты тамамлағандан һуң SOK (фин. Suomen Osuuskauppojen Keskuskunta, сегодня — S-группа (фин. S-ryhmä)) фин кооператив компанияһына эшкә алына һәм уның өсөн Йоэнсуу, Сортавала, Оулу, Ваасе, Раума, Котка, Выборг һәм башҡа ҡалаларҙы функциональ стилдәге күп һанлы сәнәғәт, келәт һәм контора биналары проектын әҙерләй.
1937 йылда Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә алтын миҙалға лайыҡ була[6].
1939 йылдан 1942 йылға тиклем Хуттунен был төҙөлөш отрядын етәкләй, 1942 йылдан 1953 йылға тиклем Финляндия Төҙөлөш идаралығы (фин. Rakennushallitus) башлығы була.
1931—1956 йылдарҙа шулай уҡ үҙ архитектура бюроһында эшләй. Уның ҡоролмалары араһында — Коткала һәм Лауритсалдә ҡала советы бинаһы, Наккилала сиркәү.
Төп эштәре
үҙгәртергәҠаралты | Ҡала | Һүрәттәр | Йыл |
---|---|---|---|
Үҙәк универмаг «Сокос», Mannerheimintie, 9 |
Хельсинки | 1938-1952 | |
Топпилала SOK фабрикаһы | Оулу | |
1928-1929 |
SOK торлаҡ йорто Kansankatu, 47 |
Оулу | 1937-1938 | |
Он тартыу фабрикаһы һәм иген һаҡлағыс [7] | Выборг | 1930-1932 | |
«Ханккия» фирмаһының административ һәм келәт бинаһы | Выборг | 1938 | |
Оусаари торлаҡ йорто, Nuottasaarenkatu |
Оулу | 1949 | |
Нуоттала районында торлаҡ йорт | Оулу | ||
Котка мэрияһы | Котка | 1931-1934 | |
Раямякиҙә сиркәү | Нурмиярви | 1937-1938 | |
Наккилала сиркәү | Наккила | 1935-1937 | |
«Туркам йорто» административ-торлаҡ йорт Карел урамы 21 |
Сортавала | 1930 | |
SOK контораһы | Раума | 1930-1931 | |
«Сеурахуон» ҡунаҡханаһы | 1938 | ||
Рауманлинна (ҡунаҡхана, шоцкюрҙың элекке штабы) | Раума | 1933 | |
Раямякиҙа фабрика | Нурмиярви | 1933-1939 | |
Архитекторҙың шәхси йорто | Нууксио, Эспоо | 1937-1938 | |
Altia ликер-араҡы заводы | Коскенкорва |
1939 |
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Jokinen, Teppo. Erkki Huttunen (1901-1956) — Arkkitehti. Museo Suomen rakennustaiteen, 1993. ISBN 951-9229-82-5.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Union List of Artist Names (ингл.) — 2010.
- ↑ https://biografiasampo.fi/henkilo/p3893
- ↑ Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. Klinge — Suomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 https://www.mfa.fi/kokoelmat/arkkitehdit/erkki-huttunen/
- ↑ 5,0 5,1 Jokinen T. Erkki Huttunen // Huttunen, Erkki (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2018. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T039620
- ↑ Страница архитектора на сайте Архитектурного музея Финляндии . Дата обращения: 12 октябрь 2018. Архивировано 20 август 2016 года. 2016 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Елена Насибуллина. 8 шедевров финской архитектуры недалеко от Петербурга, sobaka.ru