Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы

музыка белгесе
(Эльмира Минһаж ҡыҙы Давыдова битенән йүнәлтелде)

Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы (1 февраль 1940 йыл — 30 июль 2018 йыл) — музыка белгесе, фән кандидаты. 1973—1976 һәм 1982—2002 йылдарҙа Башҡортостан Композиторҙар союзының яуаплы секретары, 1978—1982 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 1981 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты (2008).

Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 30 июль 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө музыкант
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Эльмира Минһаж ҡыҙы Давыдова 1940 йылдың 1 февралендә Ҡырғыҙ ССР-ының Ош өлкәһе Араван районының Тепе-Ҡурған ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа. 1949 йылда ғаилә Өфөгә күсә. Ғаилә башлығы Давыдов Минһаж Хөсәйен улы Башпотребсоюзда эшләй, ҡатыны Софья Хәмиҙуллина Башҡортостан медицина институтын тамамлағандан һуң медик була. Эльмира Өфөнөң 44-се дөйөм белем биреү мәктәбендә белем ала.

1962 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын, 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

1976—1978 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый (ғилми етәксеһе Мәхмүт Ниғмәтйәнов). Уны тамамлағас, «З. Ғ. Исмәғилевтең опера ижадында халыҡ йыры тамырҙары» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1961 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитетының музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире булып эшләй, 1965—1968 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт филармонияһының лектор-музыка белгесе, 1973—1976 һәм 1982—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Композиторҙар берлегенең яуаплы секретары, 1978—1982 йылдарҙа — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре.

Эльмира Минһаж ҡыҙының ғилми эштәре башҡорт операһының үҫеш тарихына, Башҡортостан Республикаһының башҡарыусыларына һәм композиторҙарына арналған.

Уның сценарийы буйынса Ғ. С. Әлмөхәмәтов тураһында документаль фильм ҡуйылған. 1961—1995 йылдарҙа «Башкортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Антология башкирской музыки», «Годы и судьбы», «Мастера искусств Башкортостана», «Музыкальная гостиная» тапшырыуҙарын алып бара.

2018 йылдың 30 июлендә Өфөлә вафат була[1].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының музыка тарихы, музыкаль мәҙәниәте буйынса 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

  • Давыдова Э. М. Автор знаменитых «Башмачков» / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 2000. — 20 июня.
  • Давыдова Э. М. А говорят, незаменимых не бывает! / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 2002. — 23 окт.
  • Давыдова Э. М. (Мингажева Э.) А может, Бетховен среди них? / Э. М. Давыдова // Республика Башкортостан. — 2003. — 3 апр.
  • Давыдова Э. М. А музыка… со знаком минус / Э. М. Давыдова // Сов. Башкирия. — 1991. — 12 апр.
  • Давыдова Э. М. А последний концерт состоялся в … тюрьме / Э. М. Давыдова // Республика Башкортостан. — 2006. — 12 янв.
  • Давыдова Э. М. Ах, как пел он «Башкирия, славься!» / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 1999. — 11 сент.
  • Давыдова Э. М. В ансамбле только ударные / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 1988. — 2 апр.
  • Давыдова Э. М. Вечно юный голос / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 2000. — 13 сент.
  • Давыдова Э. М. Обзор музыкальной жизни / Э. М. Давыдова // Музыка России.- М., 1980. — Вып.3. — С. 395—397.
  • Давыдова Э. М. Семь дней фестиваля / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 1988. — 1 апр.
  • Докучаева А. А. Сто экземпляров необыкновенной биографии / А. А. Докучаева // Истоки. — 2010. — 24 февр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты (2008).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә