Элизия (тел белеме)
Элизия (лат. «ҡыҫырыҡлау», «этеп сығарыу») лингвистикала — һүҙҙә йә фразала һөйләүсе өсөн әйтеүҙе еңелләштереү маҡсатында өндөң (һуҙынҡының, тартынҡының йә ижектең) төшөп ҡалыуы. Ҡайһы берҙә өндәр яңғырашты күркәмләтеү өсөн төшөрөп ҡалдырыла.
Элизия | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Эпентеза |
---|
Ҡағиҙә булараҡ, элизия махсус ниәт менән эшләнмәй, әммә ниәтле лә булырға мөмкин. Субъектив күҙлектән был «аңлайышһыҙ әйтеү» йә «төшөрөп ҡалдырылған өн» тип ҡабул ителә.
Ниәт ителгән элизия миҫалы итеп латин шиғриәтен килтерергә була, унда ул стилистик сара булараҡ ҡулланыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, бер һүҙ һуҙынҡыға тамамланып, уның артынан килгән икенсе һүҙ ҙә һуҙынҡынан башланһа, был һуҙынҡылар берләшергә мөмкин. Элизия айырыуса Катулл ижадында йыш ҡулланыла. Мәҫәлән, Catullus 3-тән беренсе юл: Lugete, O Veneres Cupidinesque, әммә ул Lugeto Veneres Cupidinesque тип уҡыла.
Әгәр элизия һөҙөмтәһендә ҡыҫҡартылған форма йыш ҡулланыла башлаһа, ул оҙон (башланғыс) форманы алмаштырып та ҡуйғылай. Инглиз телендә был күренеш берләшеү тип атала, мәҫәлән, can’t формаһы тәүҙә cannot булған. Берләшеү элизиянан айырыла, сөнки берләшкән формалар морфологик тасуирланған, ә элизия һөҙөмтәһендәгеләр — юҡ.
Синкопа — элизияның синонимы, ләкин синкопа тигәндә тартынҡылар араһындағы һуҙынҡының төшөп ҡалыуы күҙҙә тотола (мәҫәлән, латинса tabula → испанса tabla). Афереза элизияның тағы бер формаһы булып тора, ул һүҙҙә беренсе һуҙынҡының (ҡағиҙә булараҡ, баҫымһыҙ) төшөп ҡалыуынан ғибәрәт.
Ҡайһы бер морфемалар (мәҫәлән, дисфикстар) элизия йоғонтоһон кисерә.
Эпентеза элизияның ҡапма-ҡаршыһы булып тора, ул әйтелеште еңеләйтеү өсөн өн өҫтәүҙән тора.
Элизияның айырым бер формаһы латин телендә ҡулланыла, ул m өнөнә тамамланған һүҙҙән һуң килгән һүҙ һуҙынҡыға башланған осраҡта эш итә. Мәҫәлән. «…et mutam nequiquam adloquerer cinerem.» = «…et mutam nequiquadloquerer cinerem.» — Catullus 101.
Һөйләмдә һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу элизия күренешенә инмәй.
Яҙмала сағылышы
үҙгәртергәӘйтелештә сағыу үҙгәрештәр яһаған элизия яҙыуға ла күскеләй. Айырым осраҡтарҙа (шиғриәттә, театр сценарийҙарында һ. б.) элизия тура телмәрҙең үҙенсәлектәрен бирә. Элизия әҙәби телгә хас булмаған телмәрҙә ҡулланыла. Элизияның айырым төрҙәре (һәм башҡа фонологик саралар) шиғыр формаһын биреү өсөн поэзияла ҡулланыла.
Латин алфавитына нигеҙләнгән ҡайһы бер телдәрҙә элизия апостроф (') аша бирелергә мөмкин. Элизия грек телендә лә шулай билдәләнә. Рус телендә бындай осраҡта ғәҙәттә һыҙыҡса (-) ҡулланыла.
Миҫалдар
үҙгәртергәБоронғо грек һәм грек (яңы грек) телдәре
үҙгәртергәҺуҙынҡыларҙың элизияһы боронғо грек телендә лә, койнела ла, хәҙерге грек телендә лә бар. Төшөп ҡалған һуҙынҡы урынына гректар апостроф ҡуя[1].
элизияны ошолай билдәләү ысулын хәҙерге Европа телдәре лә (мәҫәлән, инглиз, итальян, окситан, француз, каталан, арагон, аран телдәре һ.б.) үҙләштерә. Әммә классик латынгә элизияны ошолай яҙыу үтеп инмәй.
Латынь
үҙгәртергәӘгәр бер һүҙ һуҙынҡыға бөтһә (һуҙынҡы+M бәйләнешендәге назалләшкән һуҙынҡыны ла индереп), ә киләһе һүҙ һуҙынҡыға башланһа, беренсе һүҙҙәге һуҙынҡы гел төшөрөп ҡалдырылған (һәр хәлдә шиғырҙарҙа шулай). Моғайын, бындай осраҡта /i/ һәм /u/ ярым һуҙынҡы итеп әйтелгәндер.
Түбәндә шиғри латин текстары бирелә, уларҙа классик латынгә, итальян, шулай уҡ инглиз һәм немец әйтелеш традицияһына хас фонетик үҙенсәлектәр (айырыуса әйтелештә) прозаға ҡарағанда сағыуыраҡ күренә.
Вергилийҙың Энеидаһы, 1-се китап, 1—4-се юлдар. Quantitative metre.
үҙгәртергә1. Руссаға С. Ошеровтың тәржемәһе
- Битвы и мужа пою, кто в Италию первым из Трои —
- Роком ведомый беглец — к берегам приплыл Лавинийским.
- Долго его по морям и далеким землям бросала
- Воля богов, злопамятный гнев жестокой Юноны.
2.1. Боронғо рим орфографияһы
- arma·virvmqve·cano·troiae·qvi·primvs·aboris
- italiam·fato·profvgvs·lavinaqve·venit
- litora·mvltvm·ille·et·terris·iactatvs·et·alto
- vi·svpervm·saevae·memorem·ivnonis·obiram
2.2. XIX быуаттың традицион британ орфографияһы
- Arma virumque cano, Trojæ qui primus ab oris
- Italiam, fato profugus, Lavinaque venit
- Litora; multum ille et terris jactatus et alto
- Vi superum, sævæ memorem Junonis ob iram.
2.3. Һуҙынҡыларҙың оҙонлоғо билдәләнгән хәҙерге орфография (Oxford Latin Dictionary'ҙағы кеүек)
- Arma uirumque canō, Trōiae quī prīmus ab ōrīs
- Ītaliam fātō profugus, Lāuīnaque uēnit
- lītora, multum ille et terrīs iactātus et altō
- uī superum, saeuae memorem Iūnōnis ob īram.
3.1. Академик әйтелеш
- [ˈarma viˈrumkʷe ˈkano ˈtrojje kʷi ˈprimus ab ˈoris
- iˈtaliam ˈfato ˈprofugus, laˈvinakʷe ˈvenit
- ˈlitora ˈmultum ˈille et ˈterris jakˈtatus et ˈalto
- vi ˈsuperum ˈseve ˈmemorem juˈnonis ob ˈiram]
3.2. Боронғо рим әйтелеше
- [ˈarma wiˈrumkʷe ˈkanoː ˈtrojjai kʷiː ˈpriːmus ab ˈoːriːs
- iːˈtaliãː ˈfaːtoː ˈprofugus, laːˈwiːnakʷe ˈweːnit
- ˈliːtora mult ill et ˈterriːs jakˈtaːtus et ˈaltoː
- wiː ˈsuperũː ˈsaiwai ˈmemorẽː juːˈnoːnis ob ˈiːrãː]
3-сө юлдағы mult(um) һәм ill(e) тигән һүҙҙәрҙәге элизияға иғтибар итегеҙ. Күренеүенсә, классик латин телендә элизия яҙыуҙа бер нисек тә сағылдырылмай, уның барлығын шиғыр юлдарының ритмикаһына таянып ҡына белеп була.
Испан теле
үҙгәртергәЛатындән роман телдәренә күп һанлы элизиялар (башлыса синкопалар) инеп нығынған. Испан телендә, мәҫәлән:
- tabla — латинса tabula
- isla — латинса insula (*isula аша)
- alma — латинса anima (-nm-дың -lm-ға диссимиляцияһы менән)
- hembra — латинса femina (f- — h-ға, -mn- -mr-ға диссимиляцияланып, артабан -mr- -mbr-ға эпентезалана).
Итальян теле
үҙгәртергәИтальян телендә ғәҙәттә элизияға дусар булалар:
- ҡатын-ҡыҙ родындағы una билдәһеҙлек артикле, әгәр киләһе һүҙ a өнөнә башланһа: un’antica;
- берлектәге билдәлелек артиклдәре lo, la: l’albero, l’erba;
- күплектәге ир родына ҡараған билдәлелек артикленең gli формаһы, әгәр киләһе һүҙ i менән башланһа: gl’Italiani, gl’Indiani;
- күплектәге ҡатын-ҡыҙ родлы le артикле диалекттарҙа һәм һөйләш телендә ҡайһы саҡта ҡыҫҡара: l’erbe — әммә тулы формаһын ҡулланыуға өҫтөнлөк бирелә: le erbe.
Бынан тыш элизия йыш ҡына ҡайһы бер предлогтар, алмаштар, сифаттар өсөн ҡулланыла:
- di: d’Italia;
- mi, ti, si, vi: m’ha parlato, v’illudono;
- grande, santo, bello, quello: grand’uomo, sant’Angelo, bell’albero, quell’amico.
Үрҙәге миҫалдарҙан күренеүенсә, итальян телендә элизия — һүҙ аҙағында яңғыҙ һуҙынҡының төшөп ҡалыуы. Итальян телендә тотош ижектәрҙең төшөп ҡалыуы ла күҙәтелә, улар апостроф менән билдәләнмәй һәм аферези (afèresi) — һүҙ башында ижекте төшөрөү; синкопа (sincope) — һүҙ уртаһында ижекте төшөрөү; апокопа (apocope, шулай уҡ troncamento) — һуңғы ижекте төшөрөп ҡалдырыу (киләһе һүҙҙе беркетмәйенсә) — тип атала.
Француз теле
үҙгәртергәФранцуз телендә элизия — иҫкәрмә түгел, ә норма. Һүҙҙәрҙең аҙағы йыш ҡына уҡылмай. Телдең был үҙенсәлеге ҡағиҙәләргә буйһона[2].
Эсперанто
үҙгәртергәХалыҡ-ара эсперанто телендә элизияға ғәҙәттә түбәндәгеләр бирелә:
- билдәлелек артикле la, әгәр унан һуң килгән һүҙ һуҙынҡыға башланһа (шиғырҙарҙа киләһе һүҙ тартынҡыға башланһа ла мөмкин): l' amo.
- ғәҙәттә шиғырҙарҙа — берлектәге төп килешле исемдәрҙең «-о» ялғауы: «Al la mond' eterne militanta ĝi promesas sanktan harmonion».
Был ике осраҡ «Основы эсперанто» китабында килтерелгән.
Миҫал: Ho mia kor’! Post longa laborado ĉu mi ne venkos en decida hor’? Sufiĉe! Trankviliĝu de l’ batado, Ho mia kor’!
Бынан тыш элизия йәнә ошондай осраҡтарҙа була:
- ҡайһы бер ҡушма предлогтарҙа: dank' al
- һөйләш телендә башҡа миҫалдар осрай, мәҫәлән, «estas» урынына «'stas».
Инглиз теле
үҙгәртергәТүбәндә инглиз телендә элизия осраҡтары килтерелә:
comfortable: | /ˈkʌɱfɚtəbəl/ | → /ˈkʌɱftɚbəl/ |
fifth: | /ˈfɪfθ/ | → /ˈfɪθ/ |
him: | /hɪm/ | → /ɪm/ |
laboratory: | /læˈbɔrətɔri/ | → /ˈlæbrətɔri/ (American English), /ləˈbɔrətri/ (British English) |
temperature: | /ˈtɛmpərətʃɚ/ | → /ˈtɛmpɚtʃɚ/, /ˈtɛmprətʃɚ/ |
vegetable: | /ˈvɛdʒətəbəl/ | → /ˈvɛdʒtəbəl/ |
Фин теле
үҙгәртергә-ta партитив ялғауындағы тартынҡы, алдындағы һуҙынҡы эпентеза булмаһа, ҡыҫҡа һуҙынҡылар араһында элизияға дусар була. Башҡа осраҡтарҙа тартынҡы һаҡлана. Мәҫәлән:
- katto+ta → kattoa
- ranta+ta → rantaa
Әммә
- työ+tä → työtä — «тю́йота» тиеберәк әйтелә = «эш»
- mies+ta → miestä — «ми́эста» тип әйтелә = «кеше»
- jousi+ta → jousta — i тартынҡыларҙан һуң эпентеза булып тора («йо́уста» тип әйтелә = «һығылмалы»)
Рус теле
үҙгәртергәӘҙәби рус телендә элизияға ҡайтым ҡылымдарында -ся постфиксы дусар була. Әгәр флексия һуҙынҡыға бөтһә, ул -сь формаһын ала: умоюсь, собираетесь, отвалилось, найтись, улыбаясь һ.б. Сифат ҡылым (причастие) иҫкәрмәләргә инә: бреющегося, проснувшаяся һ.б. Был постфиксты элизияһыҙ ҡулланыу ябай һөйләү теленә хас йә уны имитациялау билдәһе була: разгулялася.
Йыш ҡына, айырыуса шиғри телмәрҙә, теркәүестәрҙең һәм киҫәксәләрҙең һуңғы һуҙынҡыһы төшөп ҡала: чтобы→чтоб, уже→уж, бы→б, же→ж, ли→ль.
Телмәрҙә шулай уҡ әйтелмәүсе тартынҡыларҙың төшөп ҡалыуы ла элизияға яҡын тора: солнце, властный, звёздный һ.б.
Япон теле
үҙгәртергәЭлизия япон телендә йыш осрай. Ғәҙәттә юғары күтәрелеш һуҙынҡылары (/i/ йә /u/) ике һаңғырау тартынҡы араһында көсһөҙ позицияла була, шуның өсөн түбәнәйтелгән тон менән әйтелә йә бөтөнләй төшөрөп ҡалдырыла. Инглиз йә француз телдәренән айырмалы, элизия яҙыуҙа бер нисек тә күрһәтелмәй, сөнки тик фонетик күренеш булып тора. Ул диалекттарҙа айырылырға мөмкин, шулай уҡ хөрмәтләү дәрәжәһенә лә бәйлелеге бар. Бер нисә миҫал (бер аҙ ҡабартыбыраҡ бирелә; апострофтар күрһәтмә маҡсатта ҡуйылған):
- Мацусита-сан ва имасу ка? («Мацусита әфәнде килдеме?» йә «Мацусита ханым килдеме?»)
- matsɯɕtasɑ̃wa imasːka
- року, сити, хати («алты, ете, һигеҙ»)
- ɺokɯ̥ ɕitɕi̥ hatɕi̥
- Сицурэй симасу («Ғәфү итегеҙ»)
- ɕi̥tsɯ̥ɺeː ɕimasː
Элизия ҡулланыуға япон телмәренең гендер үҙенсәлектәре лә йоғонто яһай. У өнөн төшөрөп ҡалдырыу, айырыуса — хөрмәтләү ҡылымы формаларында (-масу, дэсу), — ирҙәр телмәренең билдәһе. Ҡатын-ҡыҙҙарға, киреһенсә, өндәрҙе төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта үтә көслө элизия — наҙанлыҡ күрһәткесе йә диалектизм, ә етерлек булмаһа, ҡылансыҡлы йә иҫке модалы әйтелеш һанала.
Тамил теле
үҙгәртергәТамил телендә элизия ҡулланыу тураһында ҡағиҙәләр йыйылмаһы бар. Улар элизияға дусар булған фонема буйынса классификациялана.
Class name | Phoneme |
---|---|
Kutriyalukaram | u |
Kutriyalikaram | i |
Aiykaarakkurukkam | ai |
Oukaarakkurukkam | au |
Aaythakkurukkam | особый символ akh |
Makarakkurukkam | m |
Башҡорт теле
үҙгәртергәЖәлил Кейекбаевтың "Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше" тигән хеҙмәтендә [3] башҡорт телендәге элизия күренеше тасуирлана: "Һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙең артынса һуҙынҡы өн менән башланған һүҙ килһә һәм ике һүҙ бер интонация менән (паузаһыҙ) әйтелһә, дөрөҫ әйтелештә ике һуҙынҡы өндөң береһе төшөп ҡала. Шул арҡала һүҙҙәрҙең фонетик ижек ҡалыбы боҙола һәм орфоэпик ижек ҡалыптары барлыҡҡа килә".
Мәҫәлән:
яҙылышы (фонетик ижек ҡалыбы менән):
яҡ-шы у-ҡый-ҙар
бүл-мә э-сен-дә
ҡо-ро у-тын
кү-рә ал-ма-ным
э-ре и-кән
бөт-тө ин-де;
әйтелеше (орфоэпик ижек ҡалыбы менән ):
яҡ-шу-ҡый-ҙар
бүл-мә-сен-дә
ҡо-ру-тын
кү-рал-ма-ным
э-ри-кән
бөт-тин-де һ. б.
Ж. Кейекбаев раҫлауынса, башҡорт теленең дөрөҫ әйтелешендә элизия күренеше күберәк түбәндәге хәлдәрҙә була:
1. Әгәр ике һүҙҙең араһында киң һуҙынҡылар осрашһа, мәҫәлән:
а — а: бара алманым, әйтелеше: ба-рал-маным,
ә — а: күрә алмаған, әйтелеше: кү-рал-ма-ған,
а — ә: Муса әйтте, әйтелеше: Му-сайт-те.
2. Ике һүҙ араһында киң һәм ярым киң һуҙынҡылар осрашҡанда, мәҫәлән:
е — а: һике аҫтында, әйтелеше: һи-каҫ-тын-да,
а — э: бура эсендә, әйтелеше: бу-ра-сен-дә,
а — э: өйрә эстек, әйтелеше: өй-рәс-тек,
о — а: һоло ашат, әйтелеше: һо-ла-шат,
а — о: тула ойоҡ, әйтелеше: ту-ла-йоҡ.
3. Ике һүҙ араһында ярым тар һәм тар һуҙынҡылар осрашҡанда, мәҫәлән:
о — у: ҡоро утын, әйтелеше: ҡо-ру-тын,
ө — у: Өфө урамдары, әйтелеше: Ө-фу-рам-дары,
о — ө: ошо өйҙә, әйтелеше: о-шөй-ҙә,
о — и: (көн) ҡоро ине, әйтелеше: (көн) ҡо-ри-не,
ө — и: (кисә) өсө ине, әйтелеше: (кисә) ө-си-не,
ы — и: ҡалды инде, әйтелеше: ҡал-дин-де,
е — и: килде инде, әйтелеше: кил-дин-де,
ы — у: тары уралар, әйтелеше: та-ру-ра-лар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Греческая грамматика.
- ↑ Элизия во фр.языке (сайт на англ., содержит рекламные окна)
- ↑ https://www.docme.ru/doc/1699059/kiekbaev-dzh.-g.-bashkirskoe-literaturnoe-proiznoshenie--na- 2019 йыл 24 июнь архивланған....
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Редукция (тел белеме)
- Ассимиляция (тел белеме)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Crowley, Terry. (1997) An Introduction to Historical Linguistics. 3е издание. Oxford University Press.
- https://www.docme.ru/doc/1699059/kiekbaev-dzh.-g.-bashkirskoe-literaturnoe-proiznoshenie--na- 2019 йыл 24 июнь архивланған.... Ж. Кейекбаев.