Эдлинг Роксандра Скарлатовна

императрица Елизавета Алексеевнаның фрейлины

Графиня Роксана Скарлатовна Эдлинг (ҡыҙ фамилияһы Стурдза; 12 октябрь 1786 йыл28 ғинуар 1844 йыл) — императрица Елизавета Алексеевнаның яратҡан фрейлины, граф Каподистрияның яҡын дуҫы һәм һөйгәне, Пушкин дәүерендәге Одесса йәмғиәтенең юғары ҡатламы вәкиле. Господарь Константин Мурузиның ейәнсәре, дипломат А. К. Эдлингтың ҡатыны, А. С. Стурдзаның һеңлеһе, господарь Михаил Стурдзаның ике туған апаһы. Ҡыҙыҡлы мемуарҙар авторы.

Эдлинг Роксандра Скарлатовна
рум. Roksandra Skarlatovna Edling-Sturdza
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Греция
Тыуған көнө 12 октябрь 1786({{padleft:1786|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Константинополь[d], Ғосман империяһы
Истанбул, Ғосман империяһы[1]
Вафат булған көнө 16 ғинуар 1844({{padleft:1844|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (57 йәш) или 1844[1]
Вафат булған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Одесса
Атаһы Скарлат Дмитриевич Стурдза[d]
Әсәһе Султана Константиновна Мурузи[d]
Бер туғандары Александр Скарлатович Стурдза[d]
Хәләл ефете Альберт Каэтан Эдлинг[d]
Балалары Эсмеральда Георгиевна Балш[d][2], Наталья Бальс[d][2] һәм Александр Балш[d][2]
Нәҫеле Стурдза[d]
Һөнәр төрө фрейлина, яҙыусы
 Эдлинг Роксандра Скарлатовна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаҡлы һәм бик бай, кенәз Мурузи нәҫеленә туған һәм христиандарҙың төрөк иҙеүенә ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан башҡа шәхестәр менән туғанлыҡ ептәре бәйләгән молдаван нәҫеленән. Уның атаһы, Скарлат Стурдза, Константинополдә йәшәй, унда күренекле эш урынын биләй һәм Портта үҙ ватандаштары файҙаһына йоғонто яһарға һәләтле була. Әммә Яссы килешеүе төҙөлгәндән һуң уның биләгән статусы ныҡ ҡына ҡаҡшай, һәм ул урыҫ дипломаттырының Төркиәне бөтөнләй ташлап китеү һәм Рәсәйгә күсенеү тураһындағы тәҡдимен ҡабул итә. 1792 йылда Стурдза ғаиләһе тотошлай Рәсәйгә күсенә.

Петербургта йәшәү уларға бик ҡиммәткә төшә, сөнки эмиграцияла улар мөлкәтенән яҙа. Ғаилә байлыҡтарынан ҡалған аҡсаға Днепрҙағы Могилевтан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан белорус имениеһын һатып ала. Баш ҡалалағы сәйәси тормаштан алыҫлашып, Стурдза ғаиләһе биш балаһын тәрбиәләү менән шөғөлләнә, өсөнсө ҡыҙҙары Роксандра алтынсы йәше менән барған була. Стурдзаларҙың ауыл йорто, Вигель һүҙҙәре буйынса, академияны хәтерләтә: унда бер нисә уҡытыусы даими йәшәй, улар араһында бигерәк тә Төркиәнән күсенеп килгән Жозеф Допиндың балаларға йоғонтоһо ҙур була.

1801 йылда Стурдза ғаиләһе, өлкән улдары Константинды хеҙмәткә урынлаштырыу һәм ҡалған балаларының белемен камиллаштырыу маҡсатында Петербургҡа күсенә. Тәүге ике йыл Роксандра өсөн баш ҡалалағы тормош бер төрлө һәм күңелһеҙ булып тойола. Ауылға ҡайтып үткәргән дүрт айы уға көс, ҡеүәт өҫтәгәндәй була. Бала саҡта тәрбисеһе биргән динилек арта һәм үҫешә. Бигерәк тә апаһы вафатынан һуң дини тәғлимәттәргә айырыуса иғтибар бүлә башлай. Ҡустыһының үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ла Роксандраның дини ҡарашына йоғонто яһамай ҡалмай. Ата-әсәһе, ҡустылары һәм һеңлеләре тураһындағы хәстәрләү уның төп эшенә әүерелә. Роксандраны икенсе бер нимә менән ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында, ата-әсәһе уны батша һарайына фрейлин итеп урынлаштыра.

Роксандра батша балалары тәрбиәсеһе графиня Ливендың иғтибарын йәлеп итеүгә өлгәшә. Артабан ул адмирал Чичаговтың ҡатыны менән дуҫлаша һәм уның йортонда бик күп танылған кешеләр менән таныша: ағалы-ҡустылы графтар де Местрҙар, граф Каподистрий, Ипсиланти һәм башҡалар. Әммә Чичагованың вафаты һәм Каподистриҙың Венаға китеүе менән Роксана был даирәнән алыҫлаша. Өҫтәүенә атаһы ауырып китә, ә әсәһе ауылға ҡайта, ҡустыһы Александр тураһындағы хәстәрлек тулыһынса Роксандраға йөкмәтелә.

1811 йылдың йәйендә Роксандра Таш Утрауҙағы Йәйге Һарайға йәшәргә бара һәм шунда тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. 1811—1816 йылдарҙа батшабикәне фрейлиндары араһында булыуы Роксана тормошондағы иң мәһим ваҡиға була. Батшабикә менән яҡындан дуҫлаша алмаһа ла, ул ғәли йәнәптәренең иғтибарын йәлеп итә, ә был императрицаның икенсе фрейлины Валуевала көнсөллөк тойғоһо уята.

Роксандра характерындағы ошо сифаттарҙы императрица юғары баһалай, ә бына икенсе төрлө сифаттарын император күрә һәм баһалай. Александр I ҡатыны янына барғанда фрейлин менән ярайһы уҡ оҙаҡ ҡына әңгәмәләшергә ярата.

1811—1812 йылдарҙағы ауыр көндәрҙе батша ғаиләһе менән бергә кисереп, 1814 , 1815 йылдар шатлыҡтарын улар менән бергә уртаҡлаша. 1813 йылда императрица уны бер аҙ ситкә этәрһә лә, сит ил сәйәхәтенә үҙе менән бергә уны ла алырға була. 1813 йылдың 19 декабрендә Роксандра Рәсәйәҙән сит илгә сыға һәм өс йыл императрица менән бергә сил илдәр буйлап йөрөй. Веймарҙа буласаҡ тормош иптәше граф Альберт Каэтан Эдлинг менән таныша. Әммә уның өсөн дин мәсьәләләре әүәлгесә өҫтөнлөклө булып ҡала: Баденда баронесса Крюднер һәм Юнг-Штиллинг менән яҡынлаша. Швейцарияла йәшәгән граф Каподистрий менән хат алыша башлай. Хат аша граф Роксандраға тәҡдим яһай.

Ире менән көньяҡ Германия һәм Италия буйлап сәйәхәт ҡыла,1819 йылда Петербург ҡалаһына килә. Бессарабияла ер таратҡан мәлдә уға 10 мең дисәтинә ер бүлеп бирелә, батша һарайында уға һалҡынса ҡарауҙарын тойоп, Роксандра ире менән Бессарабиялағы «Манзырь» тип аталған имениеһында төпләнергә ҡарар итә. 1822 йылда улар көньяҡҡа күсенә. Был поместьела ул виноград үҫтерә һәм нәҙек йөнлө һарыҡтар үрсетеүҙе юлға һала. Шулай итеп, бөтөнләй ҡырағай хәлдә булған поместье бик күп кешене эш менән тәьмин иткән имениеға әйләнә. Роксана ерендә крепостной крәҫтиәндәр буламай, ул кешеләрҙе яллап эшләтә. Йылдың бер өлөшөн Одессала үткәрер була. Унда мәрхәмәтлелек эшмәкәрлегенә бирелә.

1843 йылда Роксандраның ире вафат була, ә16 (28) ғинуар 1844 йылдың 16 (28) ғинуарында оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан һуң Роксандра вафат була. Одессаның Воскресенск зыяратында ерләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә