Шәфиғуллина Рима Юныс ҡыҙы

педагогик хеҙмәт ветераны

Шәфиғуллина Рима Юныс ҡыҙы (рус. Шафигуллина Рима Юнусовна; 22 ноябрь 1950 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, «ВАУР»-сы эҙермәндәр-патриотик клубы һәм мәктәп музейы директоры, Халыҡ мәғарифы отличнигы билдәһе (1994), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2020), Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданы (2021).[1]

Шәфиғуллина Рима Юныс ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре


Биографияһы

үҙгәртергә

Рима Юныс ҡыҙы Шәфиғуллина 1950 йылдың 22 ноябрендә хәҙерге Башҡортостан Респуликаһы Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт юлын 1968 йылда Дәүләкән районы Шестопаловка ауылы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 1976—1979 йылдарҙа Әлшәй районы Ҡыҙыл Юл урта мәктәбендә, артабан Дәүләкән районы № 2 Ҡаҙанғол урта мәктәбендә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы, мәктәптән һәм синыфтан тыш тәрбиә эштәре ойштороусы булып эшләй. 1979 йылдан Дәүләкән ҡалаһының хәҙерге 3-сө башҡорт мәктәп-интернатында тарих һәм йәмғиәт фәндәре уҡытыусыһы, мәктәптән һәм синыфтан тыш тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, үҙе ойошторған «ВАУР»-сы эҙермәндәр-патриотик музейы етәксеһе.[1] Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Дәүләкәнгә Гомель хәрби авиация фотограмметрик мәктәбе һәм Таганрог хәрби авиация осоусылар мәктәбенең осоу частары эвакуациялана, уның базаһында Дәүләкән хәрби авиация разведка училищеһы (ВАУР) 1942 йылдың яҙында ойошторола. Рима Юныс ҡыҙы етәкселегендә йыл һайын музей архивы Дәүләкән ВАУР тарихы һәм ВАУР ағзалары яҙмышы тураһында яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырыла. Йәш тыуған яҡты өйрәнеүселәр Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк архивында эшләгәндә яңы документтар таба, археологик экспедицияларҙа ҡатнаша.[2]

Рима Юныс ҡыҙы 2002 йылда Өфө ҡалаһында булдырылған Башҡортостан Республикаһы Эҙәрмәндәр отрядтары фондын ойоштороусыларҙың береһе була.2003 йылдан Башҡортостандың Эҙәрмәндәр отрядтары фонды саҡырыуы буйынса тәүге республика эҙәрмәндәр экспедицияһы составында клубтың 8 ағзаһы Ленинград өлкәһендә Бөтә Рәсәй "Хәтер вахтаһы"нда ҡатнаша. Һәләк булған Тыуған илде һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эшкә өлөш индергәне өсөн «ВАУР»-сы клубы Рәсәй тарихи йәмғиәте Грамотаһы менән бүләкләнә. Мәктәп музейы ла шулай уҡ төрлө республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары призёры.[3]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Рима Юныс ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы булып эшләүен дауам итә, ветерандарҙың ҡала-район советы Президиумы ағзаһы булып тора.[3]

Китаптары

үҙгәртергә

Йыйылған материалды баҫмаға әҙерләү буйынса Рима Юныс ҡыҙы ҙур эш башҡара. «Һуғышты онотма» («Помни войну») брошюра (уҡыусыларҙың «Туғандарым һәм яҡындарым, яҡташтарым — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре» йүнәлеше буйынса тикшеренеү эше)

2018 йылда «Белая река» нәшриәтендә (Өфө ҡалаһы) «Аэрофоторазведчиктар. Еңеү йылъяҙмаһы» китабын баҫтырып сығара. 113 курсант тураһында мәғлүмәт тупланған. Һуңғы йылдарҙа интернет-сайттар ярҙамында ВАУР курсанттары тураһында мәғлүмәт йыйыу буйынса эш башҡара.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Һәләк булған Ватан һаҡсыларының хәтерен мәңгеләштереүҙәге уңыштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән ();

Халыҡ мәғарифы отличнигы билдәһе (1994);

«Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2008);

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2020);

Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданы (2021)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 МКУ ОО МР Давлекановский район, стр.45
  2. Из истории АВУР-а. Музей башкирской гимназии-интернат №3 г. Давлеканово. Дата обращения: 6 февраль 2024.
  3. 3,0 3,1 Балҡантау (гәзит) «Почётлы исемгә лайыҡ булдылар», 31 декабрь 2021 йыл
  4. Шафигуллина Рима Юнусовна. Аэрофоторазведчики .Летописи Победы. — Уфа: Белая река, 2018. — 198 с. — ISBN 978-5-87691-167-2.
  • МКУ ОО МР Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
  • Шафигуллина Рима Юнусовна. Аэрофоторазведчики .Летописи Победы. — Уфа: Белая река, 2018. — 198 с. — ISBN 978-5-87691-167-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә