Разведчиктар хәрби авиация училищеһы

уҡыу йорто

Разведчиктар хәрби авиация училищеһы (15 май 1942 йыл) — Дәүләкән ҡалаһында Гомель хәрби аэрофотограмметрик һәм Таганрог хәрби авиация мәктәптәре базаһында ойошторола, Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Хәрби-һауа көстәренә ҡараған уҡыу йорто.

Разведчиктар хәрби авиация училищеһы
Нигеҙләү датаһы 15 май 1942
Әүҙемлек урыны Дәүләкән
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 27 июль 1946
Дәүләт  СССР
Барлыҡҡа килеү урыны Гомель[d]

1941 йылдың июлендә разведчиктар, аэрофототөшөрөү, разведка фотоҡорамалдары һәм мәғлүмәттәрҙең шифрын билдәләү буйынса белгестәр экипаждарын әҙерләгән Гомель хәрби-авиация аэрофотограмметрик мәктәбе Белоруссияның Гомель ҡалаһынан Дәүләкән ҡалаһына күсерелә. Ул һуғыш аҙағына тиклем республикала булып, исемен үҙгәртеп тора. Башҡортостанға килгәс тә уны Дәүләкән хәрби аэрофотограмметрик мәктәбе тип атай башлайҙар. Ҡаланың иң яҡшы таш биналары ВАУР-ға бирелә: штаб — хәҙерге сәнғәт мәктәбе бинаһында (Беренсе Май урамы), санчасть — хәҙерге хәрби комиссариат бинаһында, уҡыу корпустары — Өфө төҙөлөш колледжының хәҙерге филиалы (Баҡса урамы) һәм 1-се урта мәктәп территорияһында, ҡыҙҙар казармаһы — 3-сө мәктәп, һаҡ ротаһы 6-сы урта мәктәп бинаһында урынлаша. Училищеның ике аэродромы була: Комсомол ауылында һәм «Яңы көнкүреш» колхозы территорияһында «(Коммунар» колхозы")[1]. 1942 йылдың башында уға элекке «Гомель» исемен кире ҡайтаралар, шул уҡ йылдың майында училище таратыла. Башҡортостанға күсерелгән Таганрог авиамәктәбе менән ҡушылып, яңы училище ойошторола. Уҡыу йорто Хәрби-һауа көстәре разведчиктарының хәрби авиация училищеһы тип атала башлай. Был сифатта ул Башҡортостанда 1945 йылдың 7 майына тиклем эшләй. Әйтергә кәрәк, Советтар Союзы ул ваҡытта Дәүләкән мәктәбенән башҡа бер ҡайҙа ла һауа разведкаһы буйынса белгестәр әҙерләмәй. Училищела фото белгестәре һәм штаб разведчиктары етәкселеге составының белемен камиллаштырыу курстары эшләй. 1942 йылдың июль айынан 1945 йылдың май айына тиклем хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең офицерҙар һәм сержанттар составынан торған 300-ҙан артыҡ сығарылышы (4 меңдән ашыу кеше), разведка авиацияһы подразделениеһы экипаждары һәм фотолаборатория белгестәре: фотографтар, лаборанттар, ҡорамал механиктары, атыусы-радистар, мәғлүмәттәрҙең шифрын уҡыусыларын әҙерләй. Бында Пе-2 самолеттарында осоу өсөн тәжрибәле летчиктар ҡайтанан әҙерлек үтә, разведчиктарҙың етәксе составы курстары эшләй. Уҡыу бурыстарынан тыш, мәктәп хеҙмәткәрҙәре халыҡ хужалығы объекттарын айырым оборона бурыстарына (урын карталарын төҙөү, хәрби объекттарҙың маскировкаһын контролдә тотоу) аэрофототөшөрөүҙе башҡара. 1942—1943 йылдарҙа Өфөлә һәм уның эргәһендә урынлашҡан сәнәғәт объекттарында, Дим тимер юл станцияһында аэрофототөшөрөү үткәрелә. Һуңынан фотоға төшөрөүҙең ҡайһы бер һөҙөмтәләре халыҡҡа еткерелә. 1945 йылдың майынан Кировоград ҡалаһына офицерҙар мәктәбе итеп күсерелә, 1946 йылдың апреленән — Красноярск ҡалаһына. 1946 йылдың 27 июлендә таратыла[2]. Училище начальниктары: полковник Л. П. Никольский (1942 йыл, май—август), 1942—1946 йылдарҙа генерал-майор С. Е. Жуков[3].

  • 1985 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының 3-сө интернат- башҡорт гимназияһының «Вауровсылар» эҙермәндәр клуб-музейына нигеҙ һалына. Етәксеһе — Шәфиғуллина Римма Юныс ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Дәүләкән районы һәм ҡалаһының почётлы гражданы[4];
  • Р. Ю Шәфиғуллина. «Аэрофоторазведчики.  Летопись Победы». — Өфө: «Белая река», 2020 й..[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә