Шәрм-әш-Шәйех - рус. Шарм-эш-Шейх[3][4] (ғәр. شرم الشيخ‎, йыш ҡына хаталы итеп Шарм-эль-Шейх тип әйтәләр. 1982 йылға тиклем — Офира) — Мысырҙағы курорт ҡала.

Шәрм-әш-Шәйех
ғәр. شرم الشيخ
Рәсем
Рәсми атамаһы شرم الشيخ
Донъя ҡитғаһы Африка
Дәүләт  Мысыр
Административ-территориаль берәмек Южный Синай[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 73 000 кеше (2015)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1 метр
Туғандаш ҡала Арцакена[d] һәм Батуми[2]
Рәсми сайт isiseg.online
Урынлашыу картаһы
Карта
 Шәрм-әш-Шәйех Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Шәрм-әш-Шәйех Мысыр ривьераһының Ҡыҙыл диңгеҙ яры буйында, Синай ярымутрауының көньяҡ осонда урынлашҡан. Көньяҡ Синай губернаторлығындағы район үҙәктәренең береһе.

Оттоман империяһы осоронан билдәле, 1967-1982 йылдарҙа Израиль баҫҡан осорҙа Офира тип атала. 1970-се йылдарға тиклем бәләкәй генә ҡасаба була.

Уңайлы урында урынлашҡан, климаты яҡшы, бай тәбиғәтле, сифатлы һәм тиҙ үҫеш алыуы арҡаһында туристар араһында ҙур абруй ҡаҙана бара. Шул уҡ ваҡытта ул Мысырҙың башҡа ҡалаларынан ныҡ ҡына айырыла һәм Европаның Урта диңгеҙ буйындағы курорттарын хәтерләтә.

Ҡаһирәнән алыҫлығы автомобиль юлы буйынса 500 км, авиатрасса оҙонлоғо 385 км

 
Яңы төҙөлөштәр. Тиран утрауына ҡаршы яҡ

Тарихи рәүештә ҡала бер юлы төҙөлмәгән, шуға күрә күп төрлө архитектуралы "оазистар" булып булып үҫә. Улар аша төп магистраль - Peace Road проспекты үтә һәм ҡаланы бер бөтөнгә тоташтыра.

40 км. төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Наама ҡултығы ҡушыла, унда ҡунаҡхана төҙөп, халыҡ-ара һәм күңел асыу программаһы тәҡдим ителә.[5]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәрәп теленән Шәрм-әш-Шәйех — « шәйех бухтаһы (ҡултығы)» тип тәржемә ителә. Ҡайһы бер урындағы гидтар уны «шәйех яры» тип атай.

1996 һәм 2006 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[6].

Йыл Халыҡ һаны
1996 4306 [1]
2015 73 000 [1]
 
Ғәҙәти һыу ҡойонор урын,ҡомлоҡ. Горизонтта — Тиран утрауы
 
Нәәмә-Бәй урамындағы сауҙа-күңел асыу үҙәге
 
Шәрм-әл-Мәййә ҡултығындағы ҡаялы яр
 
Шәрҡес-Бәй ҡаялы яры

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

  Путеводитель «Шарм-эш-Шейх» в Викигиде

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 https://www.citypopulation.de/Egypt-Cities.html
  2. https://batumi.ge/ge/?page=show&sec=5
  3. Египет // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 145. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  4. Письмо Росреестра о написании названия города на русском языке.
  5. Тураһында файҙалы мәғлүмәт Наама Бей
  6. Arab Republic of Egypt

Һылтанмалар

үҙгәртергә