Сәлихов Шәйхелислам Ғүмәр улы

(Шәйхелислам Ғүмәр улы Сәлихов битенән йүнәлтелде)

Сәлихов Шәйхелислам Ғүмәр улы (4 февраль 1914 йыл19 июнь 1978 йыл) — Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры. КПСС ағзаһы.

Шәйхелислам Ғүмәр улы Сәлихов
Тыуған ваҡыты

4 февраль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Боҫҡаҡ-Ҡуян ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

19 июнь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (64 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы Иҫке Боҫҡаҡ ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1936—1938; 1939—1940; 1941—1945

Хәрби звание
Сержант
Сержант
сержант
Часть

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында:

  • 334-се уҡсылар дивизияһының 407-се айырым разведка ротаһы
Хәрби алыш/һуғыш

Совет-фин һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәйхелислам Ғүмәр улы Сәлихов 1914 йылдың 4 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Боҫҡаҡ-Ҡуян [1] ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[2].

Башланғыс белем ала — 4 синыфты тамамлай. 1931 йылдан колхозда бригадир булып эшләй[3].

1936 йылдан Ҡыҙыл Армия составында хеҙмәт итә. 1938 йылда Хәсән күлендә совет һәм япон ғәскәрҙәре араһындағы хәрби бәрелештәрҙә, 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында Карел муйынындағы алыштарҙа ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 4 июлендә Саҡмағош район хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡыртыла. 1941 йылдың декабренән Калинин, 1-се Балтик буйы һәм 3-сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә[3].

1944 йылдың 16 авгусында Личупьи ауылы (хәҙерге Латвияның Бауска ҡалаһы эргәһендә) тирәһендәге хәрби операция барышында Сәлихов беренселәрҙән булып дошман дислокацияһына үтеп, ҡул гранаталары менән фашист пулемётын һәм уны хеҙмәтләндереүселәрҙе юҡ итә. Сигенеүсе немецтарҙы эҙәрлекләп, шәхси ҡоралының уты менән 7 немецты юҡ итә һәм разведка төркөмө составында Личупьи ауылын яулап алыуҙа ҡатнаша. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1944 йылдың 18 авгусында III дәрәжәләге Дан ордены менән бүләкләнә. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.

1944 йылдың 18 авгусынан 3 тапҡыр дошман тылына разведкаға йөрөй. 1944 йылдың 11 сентябрендә Елгава ҡалаһы тирәһендә (хәҙерге Латвия) немец тылына 8 километрға үтеп инә һәм дошман ғәскәрҙәренең хәрәкәтен күҙәтеп кәрәкле мәғлүмәттәр йыя. 1944 йылдың 9 ноябрендә Дамбенизки ауылы тирәһендә дошман тылына 6 километрға үтеп инә, немец танкыларының һәм пехотаһының хәрәкәтен билдәләй һәм бының тураһында үҙенең командованиеһына хәбәр итә. 1944 йылдың 29 ноябрендә Тауени ауылы тирәһендә фашист уты аҫтында дошман тылына 9 километрға үтеп инә, бында 4 тәүлек була һәм дошман ғәскәрҙәренең хәрәкәтен күҙәтеп бының тураһында командованиеға хәбәр итә. Ошо күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың 12 февралендә II дәрәжәләге Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 31 ғинуарында разведчиктар отделениеһы командиры сержант Сәлихов Көнсығыш Пруссияла Бартенштайн ҡалаһы янындағы Клайн Зелен ауылы өсөн алышта, үҙенең отделение менән бергә дошман дислокацияһына тәүгеләрҙән булып үтеп инә. Ҡул гранталары һәм автоматтар уты менән немецтарҙың 3 контрһөжүмен кире ҡаға һәм 15-кә яҡын гитлерсыларҙы юҡ итә. Сәлихов беренсе булып ауылға барып инә, танкыға ҡаршы гранат менән дошман дзотын һәм 4 немец һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 10 февралендә Зисляк ауылы тирәһендә сержант Сәлихов һиҙҙермәйенсә генә дошман дислокацияһына үтеп, ҡул гранатаһы уты менән пулемётты һәм уны хеҙмәтләндереүселәрҙе юҡ итә. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың 19 апрелендә I дәрәжәләге Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылда демобилиацияланғандан һуң, Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы «Баҙы» колхозында бригадир, рәйес булып эшләй.

1978 йылдың 19 июнендә туған ауылында вафат була.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • 1-се дәрәжә Дан ордены (19.04.1945)
  • 2-се дәрәжә Дан ордены (12.02.1945)
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (28.08.1944)
  • миҙалдар
  • Иҫке Боҫҡаҡ ауылында Шәйхелислам Сәлихов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ерошин А. Е. Слава солдатская. — Уфа, 1967.
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Кавалеры ордена Славы трех степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Костенков А. Г. Славен их путь боевой. — Калининград, 1987.
  • Лобода В. Ф. Солдатская слава. Книга 2. — М., 1967.
  • Подвиги их бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 5. — Уфа, 1985.

Һылтанмалар

үҙгәртергә