Шубников Алексей Васильевич
Шубников Алексе́й Васи́льевич (29 март 1887 йыл — 27 апрель 1970 йыл) — ғалим-кристаллограф, кристаллофизик. СССР Фәндәр академияһы академигы (1953). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967).
Шубников Алексей Васильевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 17 (29) март 1887 или 29 март 1887[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 27 апрель 1970[1][2] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[2] |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | математик, кристаллограф |
Эш урыны | А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү дәүләт халыҡ университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Георгий Викторович Вульф[d] |
Аспиранттар | Копцик, Владимир Александрович[d] һәм Михаил Иосифович Ярославский[d] |
Уҡыусылар | Бокий, Георгий Борисович[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАлексей Васильевич Шубников 1887 йылдың 29 мартында Мәскәүҙә тыуа.
1906 йылда Мәскәү коммерция училищеһын, 1912 йылда Мәскәү дәүләт университеты физика-математика факультетының тәбиғи фәндәре бүлеген тамамлай. 1913 йылдан А.Л.Шанявский исемендәге халыҡ университетында Г.В. Вульф лабораторияһында эшләй, уҡыған сағында уҡ уның кристаллография буйынса популяр лекцияларын Политехник музейҙа тыңлай.
1920—1925 йылдарҙа Урал тау институты профессоры.
1937 йылдан СССР Фәндәр академияһының кристаллография лабораторияһын етәкләй.
1944 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Кристаллография институтының тәүге директоры һәм нигеҙ һалыусыларының береһе.
СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы 1933 йылдан алып, 1953 йылдан — академик (физика-математика фәндәре бүлеге, кристаллография).
1953 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында яңы кристалдар физикаһы кафедраһын етәкләй.
Ҡаты есем физикаһына ҙур өлөш индерә.
Төп хеҙмәттәре симметрия теорияһына һәм кристалдарҙың үҫеү теорияһына арналған. Ул беренсе булып пьезоэлектрик текстураларға иғтибар итә, һөҙөмтәлә монохроматик нурҙарҙы бер-береһенә һалынған ике кристаллы сығымдар аша үткәндә атомдарҙы һәм молекулаларҙы визуаль күҙәтеү мөмкинлеген алдан күрһәтә, был заманса электрон микроскопия методикаһында аныҡ ҡулланыу таба.
Антисимметрия тураһында тәғлимәтте үҫтереп, антисимметрияның 58 нөктә кристаллографик төркөмөн (шубников төркөмдәрен) сығара.
А.В. Шубниковтың морфология һәм кристалдарҙың үҫеш теорияһы буйынса эштәре минералогияла - яңы перспективалы йүнәлештең — минералдар онтогенияһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше өсөн нигеҙ булып тора
1970 йылдың 27 апрелендә вафат була. Мәскәүҙә Дон зыяратында ерләнә
Ғаиләһе
үҙгәртергәБеренсе ҡатыны — Шубникова, Ольга Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Лебедева; 1884—1955), геология-минералогия фәндәре докторы.
- Ҡыҙы — Шубникова Вера Алексеевна (1918—1985), СССР Рәссамдар союзы ағзалары
- Ҡыҙы — Шубникова Елена Алексеевна (1921), биология фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты.
- Улы — Шубников Михаил Алексеевич (1924—1945), үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Икенсе ҡатыны — Генералова Лидия Степановна.
- Улдары — Дар һәм Алексей.
Өсөнсө ҡатыны — Шубникова Я. И.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (28.03.1967)
- ике Ленин ордены (19.09.1953; 28.03.1967)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945; 10.04.1962)
- миҙалдар
- икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) — «Пьезоэлектрические текстуры» монографияһында бирелгән пьезоэлектриктарҙың яңы төрөн асҡан һәм тикшергән өсөн (1946)
- өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — Рубин етештереү аппараттарын һәм технологияларын булдырған өсөн
- СССР Фәндәр академияһынан М. В. Ломоносовтың иҫтәлекле бронза миҙалы (1961)[3]
Хәтер
үҙгәртергә- Рәсәй Фәндәр академияһының А. В. Шубников исемендәге Кристаллография институты
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә250-нән ашыу ғилми публикация авторы[4], улар араһында:
- Шубников А. В. Учение о симметрии как основной метод естествознания // Труды ноябрьской юбилейной сессии АН СССР. Л., 1933. С. 181—193.
- Шубников А. В. Кристаллы в науке и технике. М., 1958.
- Шубников А. В., Парвов В. Ф. Зарождение и рост кристаллов. М.: "Наука, 1969.
- Шубников А. В. У истоков кристаллографии. М., 1972.
- Шубников А. В., Копцик В. А. Симметрия в науке и искусстве. Издание 2-е, переработанное и дополненное. М., 1972.
- Шубников А. В. Избранные труды по кристаллографии. М., 1975.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #117462055 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Шубников Алексей Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ АРАН. Фонд 1645. Опись 1.
- ↑ Библиография А. В. Шубникова в Информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Храмов Ю. А. Шубников Алексей Васильевич // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 304. — 400 с. — 200 000 экз.
- Шафрановский И. И., Франк-Каменецкий В. А. Роль А. В. Шубникова в развитии минералогической кристаллографии // Записки Всесоюзного минералогического общества. 1971. Ч. 100, Вып. 1. С. 61—65.
- Алексей Васильевич Шубников / Сост. Г. Г. Леммлейн. — М.: Изд-во Всесоюз. книж. палаты (, 1941. — 22, [2] c. : ил. с.
- Алексей Васильевич Шубников (1887—1970) / Отв. ред. Н.В.Белов, И. И. Шафрановский. — Л.: Наука, 1984. — 222 с., ил. — (Научно-биографическая серия).
- Шубников Алексей Васильевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Алексея Васильевича Шубникова РФА рәсми сайтында
- Статья на сайте ИК РАН
- Институт кристаллографии имени А. В. Шубникова
- Биографические сведения на сайте «Летопись Московского университета»
- Информация об А. В. Шубникове в Архиве РАН.
- Библиография в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.
- Биографическая справка