Шолохов-Синявский Георгий Филиппович

Георгий Филиппович Шолохов-Синявский (төп фамилияһы — Шолохов; 11 ноябрь 1901 йыл, Синявское ауылы, Дон Ғәскәрҙәре өлкәһе[1]1 май 1967 йыл, Мәскәү) — рус совет яҙыусыһы. Совет әҙәбиәтенең Дондағы тәүге вәкилдәренең береһе.

Георгий Шолохов-Синявский
Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Дон Ғәскәрҙәре өлкәһе Синявское ауылы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1928—1967

Жанр:

роман, повесть, хикәйә

Дебют:

«Преступление» хикәйәһе

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1961 «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1943

Биографияһы үҙгәртергә

Крәҫтиән ғаиләһндә тыуған. 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Совет яҙыусыларының I Бөтә Союз съезы делегаты.

1941 йылдан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) сафында, 1942 йылдың апреленән — 65-се армияның 28-се һәм 4-се танк армияһы составында Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында; капитан. «Сталинский удар» армия гәзите редакцияһында хеҙмәт итә[2].

1967 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Ижады үҙгәртергә

1928 йылда «На подъёме» журналында уның тәүге әҫәре баҫылып сыға, «Енәйәт» хикәйәһе.

Китап уҡыусыларҙың һәм тәнҡитселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән беренсе әһәмиәтле хеҙмәте булып «Диңгеҙ буйында таш» хикәйәләр йыйынтығы тора (1934). Артабан «Крутии», «Суровая путина» (1‒3 киҫәк, 1932‒1937), «Братья», «Далёкие огни» (1‒2 китаптар, 1939‒1941) романдары, «Кудимовтар ғаиләһе» повесы (1941) баҫылып сыға. Уларҙа автор, балыҡсыларҙың һәм тимер юлсыларҙың революцияға тиклемге көнкүрешен, уларҙың революцияла ҡатнашыуын һүрәтләп, совет әҙәбиәтендә беренсе булып, Дон казактары тормошоноң айырым шарттарында массаның һәм шәхестәрҙең уяныуының ҡатмарлы процессын асырға тырыша.

Һуғыш ваҡытында Г. Шолохов-Синявский һуғыш яланындағы кеше тураһында «Змей Горыныч» хикәйәләр китабын һәм иң ҙур әҫәрҙәренең береһе — «Волгины» романын (1947—1951) яҙа.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уның «Тынғыһыҙ йәш» романы, яҙыусының һуңғы ҙур әҫәре «Әсе бал» автобиографик трилогияһына (1961—1964), «Йылға янындағы өй», «Казак бурсаһы» һәм башҡа повестарына башланғыс һалыусы «Атай» повесы донъя күрә,.

Г. Ф. Шолохов-Синявскийҙың әҫәрҙәре Польшала, Чехословакияла, Венгрияла тәржемәләнә һәм нәшер ителә.

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ныне — Неклиновский район Ростовской области.
  2. 2,0 2,1 Шолохов Георгий Филиппович 1901 г.р. № записи: 11719356. Подвиг народа. Дата обращения: 15 сентябрь 2016.

Һылтанмалар үҙгәртергә