Шишкин Иван Иванович

Иван Иванович Шишкин — (1832 йылдың 13 (25) ғинуары, Вятка губернаһы, Алабуға — 1898 йылдың 8 (20) марты, Петербург) — рәссам-пейзажсы, гравюра, литография һәм офорт оҫтаһы. Һынлы сәнғәттә Дюссельдорф мәктәбе вәкиле. Академик, профессор, Сәнғәт академияһында пейзаж оҫтаханаһы рәйесе (1894-1895). 5). Ижадында романтизм һәм реализм ысулдарын ҡуллана. Тәбиғәт матурлығына, бөйөклөгөнә дан йырлай.

Шишкин Иван Иванович
рус. Иван Иванович Шишкин
Тыуған көнө

13 (25) ғинуар 1831[1]

Вафат булған көнө

8 (20) март 1898[2][3][4][…] (67 йәш)

Ил

 Рәсәй империяһы

 Шишкин Иван Иванович Викимилектә

Биография

үҙгәртергә
 
И. Крамской. «И. И. Шишкин портреты», 1873

Иван Шишкин 1832 йылдың 13 (25) ғинуарында Вятка губернаһы Алабуға ҡалаһында тыуған. Бала саҡ һәм үҫмер йылдарын шунда уҙҙырған. Тыуған төбәктең көслө табигате, Кама ярҙары буйлап йәйелгән ҡуйы урмандар уға ижадында илһам сығанағы булған. Рәссамдың атаһы,2-се гильдия сауҙагәр Иван Васильевич Шишкин (17921872) иген менән сауҙа иткән предприятие хужаһы, инженер, археолог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе лә була. И. В. Шишкин бер нисә йыл рәттән Алабуғала ҡала головаһы булып һайлана. Үҙ проекты буйынса һәм үҙ аҡсаһына ҡалала ағастан һыу үткәргес һуҙа. Болгар ханлығы иҫтәлеге булған "Шайтан ҡаласығы"н төҙәттерә. Ананьин мәҙәниәтенә нигеҙ һалған Ананьин ҡәберлеген асыуҙа ҡатнаша (1855), шуның өсөн Мәскәү археология йәмғиәтенә мөхбир-ағза итеп һайлана. И. В. Шишкин "Алабуға ҡалаһы тарихы"н (1871) яҙған. Улының һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуын белгәс, атаһы уның өсөн сәнғәт буйынса китаптар, рәссамдарҙың биографияларын яҙҙырып ҡайтарта. И. И. Шишкин Вятка гимназияһын, Беренсе Ҡаҙан ирҙәр гимназияһын, Мәскәү һынлы сәнғәт училищеһын (1856, А. Мокрицкий класы), Петербург сәнғәт академияһын (1860, С. Воробьев курсы) тамамлағас, сәнғәт академияһы пенсионеры булараҡ, 1862-1865 йылдарҙа Германияла һәм Швейцарияла йәшәй, швейцария рәссам-пейзажсылар Р. Коллер һәм А. Калам оҫтаханаһында шөғөлләнә. Германиянан ҡайтҡас, күпселек ваҡыт Петербургта йәшәй һәм ижад итә. Уның ижадында тыуған яғы — Алабуға ҡалаһы һәм Кама һыу буйҙары тәбиғәте, Валаам утрауы, Мәскәү һәм Петербург ҡалаларының тирә-яғы тәбиғәтен һүрәтләү ҙур урын алып тора.

 
Алабуға, Яр буйы урамы

Башланғыс ижады

үҙгәртергә

Иң беренсе төшөргән картинаһы — «Урып йыйыу». «Валаам утрауындағы күренеш» (1858), «Урман ҡырҡыу» (1867) картиналары кеүек беренсе хеҙмәттәрендә рәссам образдың берҙәмлегенә өлгәшә алмай әле, формаларҙың тарҡаулығы күҙгә ташлана. «Көндөҙ. Мәскәү ситендә» (1869) картинаһында күк һәм ер, тупраҡ берҙәмлегенә өлгәшә.

Өлгөрөү осоро ижады

үҙгәртергә
 
И. И. Шишкин һәйкәле. Алабуға
 
«Шишкин быуалары». Алабуға

1870 йылдарҙа рәссам ижадында өлгөрөү осоро башлана. «Ҡарағай урманы. Вятка губернаһында мачта урманы» (1872) һәм «Арыш» (1878) картиналарында йәйге көндөҙгө яҡтылыҡты теүәл күрһәтеүгә өлгәшә. Тәбиғәттең монументаль-романтик образын барлыҡҡа килтерә. Һәр ағасты, урман йәки баҫыу-ялан киҫәген, ер-тупрағын ентекләп тасуирлауҙа реализм билдәләре күренә. Уны тупраҡ һәм ағас һүрәтләүсе рәссам тип атарға була. Ул бик йыуан ағас тоҡомдарын, бигерәк тә ҡарағай, имән ағастарын, үҫеп етеү, ҡартайыу, сереп ауыу стадияларында күрһәтеп, кинәнеп яһай. «Арыш», «гел бер төрлө араларында» (1883), «Урман киңлектәре» (1884) кеүек картиналарында классик Рәсәйҙең дөйөмләштерелгән эпик образын бирә. «Ҡояш яҡтыртҡан ҡарағайҙар» (1886), «Ҡарағай урманында иртә» (1889)[5] кеүек картиналарында урман интерьерын оҫта һүрәтләй. Саврасов һәм Левитандың «кәйефкә ярашлы рәүештә яһалған» пейзаждарынан айырмалы булараҡ, Шишкин пейзаждарында бер төрлө лә психологизм юҡ. И. И. Шишкин оҙон ижад ғүмерендә ун меңдән артыҡ рәсем, мең офорт (баҡырҙа гравюрлау), 68 литография, 39 цинкография яһаған.

  • Педагогик эш менән аҙ шөғөлләнә. 1894-1895 йылдарҙа Петербург сәнғәт академияһының пейзаж оҫтаханаһына етәкселек итә. Танылған шәкерттәре — рәссамдар Ф. А. Васильев, Г. И. Чорос-Гуркин.
  • Күсмә сәнғәт күргәҙмәләре ширҡәтендә ағза булып тора.
  • Урыҫ шағиры А. А. Блок И. И. Шишкинды шағиранә ижады өсөн «үҙенең иң яратҡан рәссамы» тип атаған.

Музей-йорто

үҙгәртергә

1962 йылда атаһы Иван Васильевич Шишкиндың Тойма йылғаһының бейек ярына һалынған[6] ике ҡатлы таш йортонда И. И. Шишкиндың мемориаль музей-йорто асыла. Музей экспозицияһы йорттоң ике ҡатында ла урынлашҡан. Музей фондында 50-нән ашыу офорттың төп нөсхәһе һаҡлана. Экспозицияға 15-е ҡуйылған Рәссамдың ижади мираҫының бик аҙ өлөшө генә Алабуғалағы йорт-музейында һаҡлана, ҡалғандары донъяның иң эре музейҙарында (Третьяков галереяһы һ.б.) ҡуйылған.

  • 1972 йылда Яр Саллының Автозавод районындағы ҙур булмаған урамға исеме бирелгән.
  • 1991 йылдың 3 октябрендә музей ҡаршыһына, Алабуғаның Яр буйы урамында рәссамдың бөтә буйына һурәтләнгән һәйкәле ҡуйылған. Скульптор — Ю. Г. Орехов (Мәскәү), архитекторҙар — А. В. Степанов һәм С. Н. Куприянов (Алабуға).
  • 2007 йылда «Шишкин быуалары» тип йөрөтөлгән быуалар теҙмәһе (тирә-яҡтағы ландшафты менән) Алабуға ҡалаһының 1000 йыллығына тергеҙелә.
  • Беренсе ҡатыны — Евгения Александровна (18471874)
  • Икенсе ҡатыны — Ольга Антоновна (18501881)

Ике улы (иртә вафат булалар), ҡыҙҙары Лидия (18691931), Ксения (1881-?)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Татарский энциклопедический словарь. Казань: Институт татарской энциклопедии АН Т, 1999. ISBN 0-9530650-3-0
  1. Елабуга. Путеводитель. СПб.: Издательство «Маматов», 2015. ISBN 978-5-91076-065-7
  2. Алабуғала Иван Иванович Шишкин музей-йорто. Юл күрһәткес (төҙөүсе Н. И. Курылева). Алабуға, 2009. (рус.)
  3. Елабуга купеческая на старинных фотографиях (төҙөүсе Н. М. Вәлиев). Ҡазан, 1995.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шишкин, Иван Иванович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXIXа. — С. 607—608.
  2. Ivan Ivanovich Shishkin // RKDartists (нидерл.)
  3. ШИШКИН // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  4. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. «Ҡарағай урманында иртә» картинаһындағы (1889) айыуҙарҙы К. Савицкий төшөргән
  6. 1850 йылғы янғындан һуң өр-яңынан һалынған йорт