Ширәмәт районы (татар. Ширәмәт районы, рус. Шереметьевский район) — 1930 йылдан 1963 йылға тиклем ғәмәлдә булған Татарстан АССР-ның юҡ ителгән административ-территориаль берәмkеге. Саллынан көньяҡ-көнбайышҡа 65 саҡрым, Татарстандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Административ үҙәк - Ширәмәт ауылы.

Ширәмәт районы
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Шереметьевка[d][1]
Административ-территориаль берәмек Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d][1]
Халыҡ һаны 49 603 кеше (1931)[1]
Майҙан 1576 км²[1]

Ширәмәт районы территорияһы 1920 йылға тиклем Ҡазан губернаһының Чистай өйәҙе Иҫке Шишмә улусында һәм Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙендә, 1920 йылдан 1921 йылға тиклем Чистай кантоны Иҫке Шишмә вулысында һәм Минзәлә кантонында, 1921 йылдан 1930 йылға тиклем Чистай һәм Саллы кантондарында урынлашҡан.

1930 йылдың 10 августында элеккеге Саллы кантоны территорияһында барлыҡҡа килә.

1934 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Ширәмәт районы урыҫ милли районы статусына эйә булған.

1952 йылдың 8 майында Татарстан АССР-дың Чистай өлкәһе составына инә. 1953 йылдың 30 апрелендә өлкәләр бөтөрөүгә бәйле рәүештә Татарстан АССР-дың туранан-тура ҡарамағына ҡайтарыла.

1963 йылдың 4 ғинуарында Ширәмәт районы юҡҡа сыға, уның территорияһы Саллы һәм Чистай райондарына тапшырыла.

1965 йылдың 12 ғинуарында Саллы районынан өс йыл элек бөтөрөлгән Шиәрәмәт районы кергән Түбәнге Кама районы айырылып сыға.

Административ бүленеш

үҙгәртергә

1931 йылда район майҙаны 1576 км2 тәшкил иткән.

1945 йылда район майҙаны 1332 км2 тәшкил иткән.

1948 йылда Ширәмәт районы 30 ауыл Советына бүленгән.

1931 1939 1959
49603 45392 33586

1939 йылда халыҡ һаны 45392 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән урыҫтар - 65,34%, татарҙар - 31,53%, сыуаштар - 2,3%.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Шереметьевский район (урыҫ) // Шахта — Ь — 1933. — Т. 62.