Шевченко Максим Леонардович
Макси́м Леона́рдович Шевче́нко (22 февраль 1966 йыл) — Рәсәй журналисы. 2008 һәм 2010 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
Максим Шевченко | |
рус. Максим Леонардович Шевченко | |
Исеме |
Максим Леонардович Шевченко |
---|---|
Тыуған көнө |
22 февраль 1966 (58 йәш) |
Тыуған урыны |
Мәскәү ҡалаһы |
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
тележурналист |
Тормош иптәше |
Надежда Витальевна Кеворкова |
Шевченко Максим Леонардович Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәМаксим Леонардович Шевченко 1966 йылдың 22 февралендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Уның ҡартатаһы сығышы менән Көнбайыш Белоруссия крәҫтиәндәренән булған[1] һәм профессор вазифаһында И. Н. Ульянов исемендәге Ульяновск дәүләт педагогия институтында уҡытҡан, биш тел белгән. Өләсәһе сығышы менән Себерҙән булған, икеһелә йәшәргә Мәскәүгә күскәндәр[2]. Атаһы милләте буйынса — украин[3], геофизик булып Төркмәнстанда, Манғышлаҡта, Себерҙә һәм Печора таш күмер бассейнында эшләй[4].
Максим Шевченко немец телен тәрән өйрәнеү махсус мәктәпте тамамлай. Мәҙәниәт тарихы һәм ғәрәп теле буйынса Мәскәү дәүләт университетында һәм Азия һәм Африка илдәре институтында лекциялар курсын тыңлай. 1990 йылда «Микроэлектрон аппаратураны конструкциялау» һөнәре буйынса Серго Орджоникидзе исемендәге Мәскәү авиация институтын тамамлай.
1989 йылдан алып 1991 йылға тиклем Рәсәй Христиан-демократик берлегенең баҫмаһында — «Христиан демократияһы хәбәрҙәре» («Вестник христианской демократии») гәзитендә эшләй. 1991 йылдан алып 1995 йылға тиклем «Радонеж-Ясенево» православ классик гимназияһында Рәсәй һәм Көнбайыш Европа тарихын уҡытҡан.
1991 йылдан алып 1996 йылға тиклем «Твёрдый ЗнакЪ» әҙәби журналының шиғриәт бүлеге етәксеһе була. 1994 йылдан алып 1995 йылға тиклем «Первое сентября» педагогия журналында редактор булып эшләй. 1996 йылдың ғинуарынан алып "Независимая газета"ла дини мәсьәләләргә бағышланған махсус бит алып бара, 1997 йылдың ғинуарынан — гәзиттең «НГ-религии» ҡушымтаһының яуаплы мөхәррире булып хеҙмәт итә.
"Независимая газета"ла эшләгән ваҡытында бер нисә тапҡыр «ҡыҙыу нөктәләргә» махсус командировкаларға бара. 1996 һәм 1997 йылдарҙа — Афғанстанда, 1996—1998 йылдарҙа бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказда — Чечен һәм Дағстан Республикаларында була.
Максим Шевченко — бихисап баҫмалар авторы, уларҙа ул дини, уртаҡ мәҙәни һәм хәрби мәсьәләләр буйынса үҙенең ҡараштары тураһында яҙа[5]. «Смысл» сәйәси-фәлсәфәүи аҙналыҡтың, «Восточная политика» пресс-клубы проектарының авторы; этномәҙәни һәм дини мәсьәләләр буйынса эксперт булып тора[6]. Медиаидеолог Марина Леско менән берлектә «Астана в виртуальном пространстве Second Life» проекты модерациялай[7].
2004 йылғы Украиналағы президент һайлауҙары ваҡытында Виктор Янукович штабында эшләй[8]. Хәҙерге донъяның дин һәм сәйәсәтен стратегик тикшеренеү үҙәгенең етәксеһе була.
2005—2011 йылдарҙа Беренсе каналда «Үҙегеҙ хөкөм бирегеҙ» («Судите сами») аналитик программаһын алып бара. Шевченко йыш ҡына «Маяк» радиостанцияһында «Сергей Стиллавин һәм уның дуҫтары» («Сергей Стиллавин и его друзья»), «Эхо Москвы» радиостанцияһында «Айырым фекер» («Особое мнение») тапшырыуҙарында ҡатнаша.
2008 һәм 2010 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
2009 йылдың йәйендә «Ямал-Регион» телеканалында «Цивилизация-Север» тапшырыуын әҙерләй[9].
2009 йылдың 2 сентябрендә Рәсәй-Грузия низағының гуманитар эҙемтәләрен көйләү буйынса ижтимағи комиссия делегацияһы составында Шевченкоға Грузияға инергә рөхсәт бирелмәй[10].
2012 йылдың 26 ғинуарынан алып Беренсе каналда «В контексте» тапшырыуын алып бара.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Надежда Витальевна Кеворкова. Улы бар[15].
Ҡараштары
үҙгәртергәМаксим Шевченко үҙен интернациналист тип иҫәпләй[16], СССР-ҙың тарҡалыуын ҡабул итмәйәсәген белдерә[17], Рәсәй менән НАТО араһында хеҙмәттәшлекте өҙөргә саҡырған[18].
2013 йылда Шевченко Чечен Республикаһындағы рустар геноцидын «асыҡ дәлилдәре булмаған легенда» тип атай[19], ә «рустарҙың күпләп үлтерелеүе Грозный ҡалаһын бомбардировкалауҙан һуң башлана» тип иҫәпләй.
2014 йылда Максим Шевченко Романовтар династияһы хакимлыҡ иткәндәре һөҙөмтәләре буйынса ошолай тип әйткән: «Пётрҙың атаһы Алексей Михайловичтан алып Романовтар династияһы — рус ерендә ғәмәлдә оккупанттар династияһы булып торған»[20].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Максим Шевченко. Интервью. Беседовала Бэлла Дадаева. 2014 йыл 21 октябрь архивланған. // rumorsworld.ru Опубликовано 5 марта 2014 г.
- ↑ «Собянин по происхождению — коренной евразиец».
- ↑ Максим Шевченко: Две страны с одной историей.
- ↑ Максим Шевченко: Мой отец был геофизиком.
- ↑ Баҫмалар исемлеге. 2020 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Биография Максима Шевченко на сайте Общественной палаты . Общественная палата Российской Федерации (2011). Дата обращения: 10 март 2012. Архивировано 5 июнь 2012 года.
- ↑ Виртуально-реальный диалог о свободе и ограничениях в глобальной сети | Виртуальные миры. Second Life (Вторая Жизнь), OpenSim. Онлайн игры 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Особое мнение. Максим Шевченко. 20.02.2014.
- ↑ http://www.oprf.ru/newsblock/news/2662/chamber_news «Цивилизация-Север» с Максимом Шевченко.
- ↑ Грузинские пограничники не пустили в страну двух известных российских журналистов.
- ↑ Список членов Палаты (2008 год) . Общественная палата Российской Федерации (2011). Дата обращения: 10 март 2012. Архивировано 5 июнь 2012 года.
- ↑ Список членов Палаты (2010 год) . Общественная палата Российской Федерации (2011). Дата обращения: 10 март 2012. Архивировано 5 июнь 2012 года.
- ↑ Максим Шевченко вошёл в состав Попечительского совета портала "Проект-Закона.ru 2013 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Состав Анти-оранжевого комитета. 2012 йыл 6 август архивланған.
- ↑ Шевченко/Михайловская. Реалити сильнее жизни. 2015 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ Особое мнение: Максим Шевченко / echo.msk.ru
- ↑ Внутренние враги России 2019 йыл 17 сентябрь архивланған. / russia.ru
- ↑ Максим Шевченко: России пора прекращать следовать в охвостье американского империализма 2019 йыл 25 сентябрь архивланған. / sobesednik.ru
- ↑ РСН Эфир:18:03 — 18:40 (пн — чт) 2014 йыл 22 октябрь архивланған. Шевченко Максим: «Легенда о геноциде русских, которая так устоялась в Интернете, на самом деле, не имеет достаточно внятного подтверждения».
- ↑ Максим Шевченко, интервью старообрядческому СМИ.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- — Максим Шевченко блогы «Тере Журналда»
- Интервью Максима Шевченко о жизни и профессиональной деятельности
- Блог Максима Шевченко в Гайдпарке(недоступная ссылка)
- Максим Шевченко на радио «Эхо Москвы»
- «Не хочу, чтобы следователь, прокурор или судья решали, что нам говорить». Лекция Максима Шевченко о конформистах и журналистах. Дата обращения: 22 август 2014.