Шевцова Любовь Григорьевна
Шевцова Любовь Григорьевна (8 сентябрь 1924 йыл, Донецк өлкәһе, Изварино — 9 февраль 1943 йыл, Ворошиловград өлкәһе, Ровеньки) — комсомолка, Краснодон ҡалаһы һәм Ворошиловоград (хәҙер Луганск өлкәһе) территорияһында эшләгән «Йәш гвардия» йәшерен антифашистик ойошманың штаб ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Шевцова Любовь Григорьевна | |
укр. Любов Григорівна Шевцова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Псевдоним | Григорьева |
Тыуған көнө | 8 сентябрь 1924 |
Тыуған урыны | Изварино[d], Краснодонский городской совет[d], Луганск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 9 февраль 1943 (18 йәш) |
Вафат булған урыны | Ровеньки[d] |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
Туған тел | урыҫ теле һәм украин теле |
Һөнәр төрө | боец сопротивления, радист |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | Комсомол[d] һәм Молодая гвардия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Молодая гвардия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Шевцова Любовь Григорьевна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюбо́вь Григо́рьевна Шевцо́ва Краснодон районының Изварино ҡасабаһында тыуған.
1927 йылда Шевцовтар ғаиләһе Краснодонға күсеп килә. Атаһы — Григорий Ильич, әсәһе — Ефросинья Мироновна, Люба — уларҙың берҙән-бер ҡыҙы.
Сергей Тюленин менән бер класта уҡыған. Шат күңеле ҡыҙ була, спорт ярыштарында еңә, үҙешмәкәр сәнғәт сығыштарында, юннаттар түңәрәгенә йөрөй, актриса булырға хыяллана.
Һуғыштың тәүге айҙарында Люба Шевцова шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай, Краснодон госпиталендә эшләй.
1942 гйылдың февралендә Любовь Шевцова ВЛКСМ сафына ҡабул ителә. 1942 йылдың апрелендә Краснодон комсомолы райкомы тәҡдиме менән ҡыҙ Ворошиловград партизандар һәм подпольщиктар әҙерләү мәктәбенең курсанты, бында радист һөнәренә эйә була.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, 1942 йылдың йәйендә Шевцова оккупацияланған Ворошиловградта хәрәкәт иткән бер йәшерен төркөмөндә элемтәсе итеп ҡалдырыла. Ул подпольщиктар йыйған разведка мәғлүмәтен Үҙәккә ебәрергә бурыслы була. Август уртаһында йәшерен ойошманың бер ағзаһының явка фатиры беленеүе һөҙөмтәһендә Шевцоваға ҡулға алыныу ҡурҡынысы янай. Төркөм етәксеһе менән бәйләнеште ялғарға маташыу гел уңышһыҙлыҡҡа осрағанлыҡтан, Люба Краснодонға ҡайтып китергә мәжбүр була. Бында йәштәрҙең йәшерен ойошмаһы менән бәйләнеш урынлаштыра, «Йәш гвардия» ойошмаһында әүҙем ҡатнаша, һуңғараҡ уның штаб ағзаһы була.
Любовь Шевцова листовкалар тарата, разведкаға йөрөй, медикаменттар таба. Сергей Тюленин һәм Виктор Лукьянченко менән 1942 йылдың декабрендә хеҙмәт биржаһын яндырыуҙа ҡатнаша, шунан һуң әйләнеп килеп, клубта тамаша ҡараусы немец офицерҙары биржалағы янғынды һиҙеп ҡалмаһын тип, уларға йырлай. Йәш гвардиясыларҙың ҡыйыу операцияһы Краснодон районының ике меңгә яҡын егет һәм ҡыҙын Германияға алып китеүҙән ҡотҡара. Штаб заданиеһы буйынса Люба партизандар менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында Ворошиловград, Каменск һ. б. тораҡ пункттарына бара.
Көтмәгәндә йәшерен төркөмдән бер кеше, антифашистик ҡарашлы тип, ҡулға алына, әммә уның совет разведкаһы менән бәйләнешен дәлилләрлек мәғлүмәт булмағанлыҡтан, СД рөхсәте менән иреккә сығарыла. Әммә был ағзаның һаҡһыҙлығы Шевцованың эшен ҡатмарлаштыра. 1942 йылдың сентябрендә Шевцова туҡтаған фатирға немецтар килә һәм уның ҡайҙа йәшәгәнлеге менгән ҡыҙыҡһына. Был ваҡытта Люба үҙенең Краснодондағы туғандарына килгән була. Ворошиловградта сағында немецтар килеүен белә һәм ҡаланан китә. Ворошиловградҡа килеү ҡурҡыныс була барһа ла, төркөм етәксеһе менән бәйләнеш эҙләп, ҡалаға тағы бер нисә тапҡыр килә ул. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, рацияны үҙе менән Краснодонға алып китергә маташа. Төркөм етәксеһе менән бәйләнеш булдыра алмай.
Шевцованың төркөм етәксеһенә нота ҡағыҙы киҫәгенә ҡәләм менән яҙылған запискаһы ла һаҡланған. Шевцова былай тип яҙған:
«…Һеҙҙең хәл насар булғанын аңлағас, хәлегеҙҙе белешергә килгәйнем? Әгәр һеҙгә йәшәүе ҡыйынлашһа, беҙгә килеп йәшәгеҙ, беҙҙә байтаҡҡа яҡшыраҡ, минең рөхсәттән башҡа, бер ни ҙә эшләмәгеҙ.Бәлки, бирнәлегемде яйлап ташып алырмын. Әгәр миңә килергә булһағыҙ, адресым. Краснодон ҡалаһы, Чкалов урамы, 27-се йорт».
Шевцова был ваҡытта төркөм етәксеһе уның рацияһын юҡ иткәнен белмәгән.
1943 гйылдың 8 ғинуарында Любовь Шевцованы Краснодон полицияһы ҡулға ала.
Гитлерсылар уны, совет радисткаһы, тип күптәнән эҙләгән була, шуның өсөн, унан шифр һәм явкаларҙы белеү ниәте менән, подпольщицаны бигерәк оҙаҡ һәм ҡаты язалайҙар. Дошман барыбер бер ниндәй ҙә мәғлүмәт ала алмай. 1943 йылдың 31 ғинуарында Люба Шевцованы, Дмитрий Огурцов, Семён Остапенко һәм Виктор Субботин менән бергә, көслө һаҡ аҫтында Ровеньки ҡалаһындағы округ жандармерияһына алып киләләр 9 февралдә, язалау һәм мәсхәрәләүҙәрҙән һуң, ҡала ситендәге Гремучий лес тигән төбәктә атып үлтерәләр.
Любовь Шевцова Ровеньки ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан «Йәш гвардия» исемендәге скверҙың нацизм ҡорбандары туғандаш ҡәберлегенә ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 сентябрь Указы менән үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
- Ленин ордены менән бүләкләнә
Хәтер
үҙгәртергә- А. Фадеевтың «Йәш гвардия» романы һәм шул уҡ исемле С. Герасимов кинофильмы, Л. Пляскин. телесериалының геройы булды.
- Л. Г. Шевцова исеме менән түбәндәге ҡалаларҙа урамдар аталған: Калининградта, Днепропетровскиҙа, Луганскиҙа, Волгоградта, Красноярскиҙа, Владикавказда, Воронежда, Новосибирскиҙа, Түбәнге Новгородта, Ульяновскиҙа һ. б. тораҡ пункттарында.
- 1972 йылда ял итеү катеры «Люба Шевцова» (бәйле порты — Ялта), 2011 йылдың көҙөнән бирле йөрөмәй.
- 2017 йылда Луганск Халыҡ Республикаһы Почтаһы"Йәш гвардияға 75 йәш" тип аталған маркалар блогы сығара. Блоктың бер маркаһы Л. Шевцоваға[1] арналған.
-
Любовь Шевцованың Харьков ҡалаһындағы бюсы
-
Советтар Союзы Геройҙары - «Йәш гвардия» йәшерен ойошмаһы: Громова Ульяна Матвеевна, Земнухов Иван Александрович, Кошевой Олег Васильевич, Тюленин Сергей Гаврилович, Любовь Шевцова
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ правды», Ольга ГОРДО | Сайт «Комсомольской. Почта ЛНР выпустила марки, посвященные «Молодой гвардии» (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (18 сентябрь 2017). 25 сентябрь 2018 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шевцова Любовь Григорьевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 769—770. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Жариков Л. Краснодонские страницы // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Вернеева С. А. А роль была назначена войной: повесть о Любе Шевцовой. — Донецк: Донбасс, 1989. — 165 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Шевцова урамы