Шатров Самуил Михайлович
Шатров Самуил Михайлович (ысын фамилияһы — Шапиро; 7 апрель 1909 йыл — 1991 йыл) — СССР-ҙың сатирк яҙыусыһы, прозаик һәм сценарист, журналист, хәрби корреспондент. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Шатров Самуил Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 апрель 1909 |
Тыуған урыны | Киев, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1991 |
Вафат булған урыны | Мәскәү |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | сценарий яҙыусы, журналист |
Уҡыу йорто | В. В. Воровской исемендәге Ленинград дәүләт журналистика институты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Жанр | проза |
Биографияһы
үҙгәртергәСамуил Михайлович Шатров (Шапиро) 1909 йылдың 7 апрелендә Киевта тыуған. Мещандарҙан, милләте йәһүд.
Ленинград журналистика институтын тамамлаған. Артабан Уралда һәм Ҡаҙағстанда журналист булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби корреспондент булып хеҙмәт итә.
Егерме йылдан ашыу — «Правда» гәзите менән, ҡырҡ йыл тирәһе «Крокодил» журналы менән (1941 йылдан алып) хеҙмәттәшлек итә.
1959 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә[1].
Ижады
үҙгәртергәБер нисә юмористик хикәйәләр китабы һәм фельетондар йыйынтығы авторы. Самуил Шатровтың күп һанлы фельетондары һәм хикәйәләре китап уҡыусыларына жупналдарҙан һәм гәзиттәрҙән билдәле — «Крокодил» китапханаһы"нан һәм шулай уҡ «Советский писатель» нәшриәтендә баҫтырылған китаптарҙан.
С. Шатровтың юмористик хикәйәләре темаһы һәр саҡ актуаль. Автор мин-минлек, ҡатын-ҡыҙға ҡарата тупаҫлыҡ, эскеселек, ялҡаулыҡ кеүек кире сифаттарҙы фашлай.
Һайланма әҫәрҙәре
үҙгәртергә- «Арифметика старого Абдуллы»
- «За большой партой»
- «Каюта для двойняшек»
- «Наследство»
- «Бородатый внук»
- «Нейлоновая шубка»
- «На нашем дорогом бугре»
- «Три порции пломбира»
- «Ребята из ёрш-избы»
- «Каким вы не будете»
- «Наш ужасный дядя Кузя»
- «Хула-хуп»
- «На лифте вокруг света»
- «Кое-что о Васюковых»
- «Крупный выигрыш» (роман).
Уның сценарийҙары буйынса «В поисках адресатат» (1955), «Опекун» (1970) һәм «Нейлон 100%» (1973 йыл, режиссеры — В. Басов) кинофильмдары төшөрөлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Будьте знакомы: новые члены Союза писателей // Московский литератор, 7 мая 1959 г.