В. В. Воровский исемендәге Ленинград дәүләт журналистика институты

В. В. Воровский исемендәге Ленинград дәүләт журналистика институты (1930—1941) — РСФСР Халыҡ Мәғарифы комиссарҙары уҡыу йорто ВКП(б)-ның Ленинград өлкә комитетының 1930 йылдың 29 ғинуарындағы ҡарары буйынса ойошторола. Шунда уҡ уға поляк сығышлы совет дипломаты Вацлав Вацлавович Воровский исеме бирелә (1871—1923).

В. В. Воровский исемендәге Ленинград дәүләт журналистика институты
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1941

Ленинградта 1926-1929 йылдарҙа эшләп килгән Дәүләт нәшриәт техникумының гәзит-журнал бүлеге базаһында 1930 йылда яңы уҡыу йорто булдырыла. Ул Киске дәүләт журналистика институты тип атала[1]. Уның алдына журналистар, мөхәррирҙәр, радиожурналистар, нәшриәтселәр әҙерләү бурысы ҡуйыла. 1931 йылдың июнендә институт В. В. Вороский исемендәге комунистик журналистика институты (КИЖ) тип үҙгәртелә. 1930-сы йылдарҙа СССР-ҙа, Ленинград институттын да индереп, алты Коммунистик журналистика институты ойошторола: Ленинградта, Минскиҙа, Харьковта, Алма-Атала, Свердловскиҙа һәм Куйбышевта[2].

1940 йылдың апрелендә институтҡа элекке исеме кире ҡайтарыла.

1941 йылдың 28 авгусында ябыла[3].

Шул уҡ йылда институт китапханаһы (Н. К. Крупская исемендәге Коммунистик педагогия институты китапханаһы, Сик Төньяғы халыҡтары институтының бер өлөшө, М. Н. Покровский исемендәге Ленинград педагогия институтының Икенсе сит телдәр һәм китапханасылар педагогия институты китапханаһы менән бергә) Ленинград дәүләт педагогия институтына (хәҙер А. И. Герцен исемендәге РДПУ)[4].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә