Шарунас Саука
Шарунас Саука (лит. Šarūnas Sauka; 11 сентябрь 1958 йыл) — рәссам. Литва милли премияһы лауреаты.
Шарунас Саука | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Литва |
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Вильнюс, Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР |
Атаһы | Donatas Sauka[d] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эшмәкәрлек төрө | Живопись |
Уҡыу йорто | Вильнюс сәнғәт академияһы[d] |
Сәнғәт йүнәлеше | постмодернизм[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Защитник авторских прав | reproduction right represented by CISAC-member[d][2][3] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҺынлы сәнғәт серҙәренә Литва дәүләт художество институтында (хәҙер — Вильнюс сәнғәт академияһы) төшөнә. 1980-се йылдар башынан Литва сәнғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. 1985 йылда Шарунас Сауканың һынлы сәнғәт буйынса беренсе персональ күргәҙмәһе ойошторола. Ошо ваҡыттан уның эштәре күп кенә Европа илдәре күргәҙмәләрендә күрһәтелә — Люксембург, Венгрия, Германия, Польша, Скандинавия һәм башҡа илдәрҙә. 1992 йылда Саука ҡала Раума (Финляндия) ҡалаһында үткәрелгән биенналеҙә (ике йылда бер тапҡыр үткәрелә торған сәнғәт күргәҙмәһе), 2001 йылда — Балтия һәм Скандинавия илдәрендә һәм Висбю (Швеция) ҡалаһы биенналеҙә ҡатнаша. 1994 йылда ул Сан-Паулу ҡалаһында (Бразилия) халыҡ-ара биенналеҙә Литва исеменән ҡатнаша.
1989 йыл «Грюнвальд алышы» (1987) диптихы өсөн Саука Литва Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Төп ижади темалар
үҙгәртергәСаука ижадының айырмалыҡлы һыҙаты — тамуҡ, әшәкелек һәм ҡәбәхәтлелек сәхнәләре, улар бында, ерҙә, мәҙәни һәм сәйәси өлкәләрҙе сағылдырған төрлө тарихи шәхестәр, хәҙерге замандағы әҙәпһеҙ аҫыл ҡоштар, бик йыш рәссамдың үҙенең дә — ҡатнашлығында һүрәтләнә. Әммә Саука ижадының үҙенсәлеге шунда: ул һүрәтләгән әшәкелектәр — кешенең эске ағзалары, таралып барған органик материалдар иллюзияны булдыралар, һоҡланыу тойғоһон уятҡан, үҙенә әйҙәгән зиннәтле әйберҙәрҙе күҙ алдына килтертә: сағыу аҫыл таштар, биҙәүестәр, ювелир әйберҙәре, мәрмәр, бәрхәт, ебәктән тегелгән руханиҙар кейеме. Объекттарҙың бындай трактовкаһы Саука һүрәтләгән сәхнә мәғәнәһен пластик эффекттар кимәленән метафизик дөйөмләштереүгә еткерә: рәссам тамашасыны бер үк ваҡытта һоҡланыу һәм ошо уҡ ваҡытта ерәнеү тойғоһон кисерергә мәжбүр итә, шулай итеп, шәхсән үҙенең һәм универсаль экзистенциаль ҡиммәттәрҙе шик аҫтына ҡуя.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәИжадын баһалау
үҙгәртергәСаука литва сәнғәте тарихында айырым урын биләй. Ул колористик эҙләнеүҙәр һәм әҙәби башланғысы, традициялар менән бәйле ғәҙәти литва экспрессионизмына ынтылмай, әммә үҙенсәлекле идея системаһын булдыра. Уның ижады постмодерник һынылышты илһамландырған билдәһе булып тора. Тәнҡитселәр Сауканың ижадын «магик реализм» һәм «әшәкелек эстетикаһы», «ирониялы һынлы сәнғәте» һәм хатта «ҡурылған матурлыҡ ҡуйырығы» тип билдәләй[6]. Рәссамдың ижадын үҫеш эҙмә-эҙлелеге айырып тора, уның сюжеттары һәм мотивтары йылдан-йылға бер полотнонан икенсегә күсә киләләр[7]
Саука төрлө темаларҙа һәм жанрҙарҙа ижад итә: натюрморт, иллюстрация, галлюцинация картиналары, оргиялар һәм ғазаптар сәхнәләре (уларҙы рәсам үҙә йәки уның балалары күҙәтә), «Раббы ғазаптары» циклы, шулай уҡ Сауканың ижади һәм идея сәнғәт системаһын дөйөмләштергән «Тамуҡ» рәсеме һәм «Грюнвальд алышы» диптихы[7] Рәссам үҙенең эштәре тураһында ошолай һөйләй:
Иҫкәрмәләрүҙгәртергә
Һылтанмаларүҙгәртергә
|