Висбю
Висбю (швед. Visby) — Швецияның Готландад уутрауындағы ҙур ҡала, лен Готландтың административ үҙәге. Скандинавияла урта быуаттарҙан һаҡланып ҡалған ҡала, туристик үҙәк, Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы.
Висбю | |
швед. Visby | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Visby |
---|---|
Дәүләт | Швеция |
Административ үҙәге | Готланд[d] һәм Готланд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Готланд[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 24 951 кеше (31 декабрь 2020)[2] |
Майҙан | 1453 ± 0,5 гектар (31 декабрь 2020)[2] |
Почта индексы | 621 xx |
Урындағы телефон коды | 0498 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q32360247? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Visby[d] |
Висбю Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәXII быуатта уҡ Саксония герцогы Генрих Лев, Любектан көнсығышҡа ҡарай балауыҙ һәм тирегә бай Новгородҡа Готланд утрау-базаһынан һәм шулай уҡ уның метрополияһы булған Висбю ҡалаһынан немецтар өсөн трамплин булып торған рус баҙарына барыу өсөн, готландтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу кәрәклеген аңлай. Шунлыҡтан 1161 йылдағы килешеүгә ярашлы готландтарҙы ҡыҫырыҡлай башлай.
1282-1470 йылдарҙа ҡала Ганзей сауҙа союзында тора һәм Любек иҡтисади күтәрелгәнгә тиклем мөһим сауҙа үҙәге булып тора.
Дания короле Вальдемар IV Аттердаг үҙ ғәскәре менән 1361 йылда ҡаланы баҫып ала. Һуңынан ҡала күп тапҡырҙар пираттарҙан һәм немец юлбаҫарҙарынан талана.
1645 йылда Дания-швед һуғышын тамамлаусы Бремсебрус солохо буйынса ҡала яңынан Швецияға күсә.
1808 йылда ҡала ике ай буйына рус ғәскәре ҡулында тотола.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәЕвропала аналогы булмаған урта быуаттарҙан 3,4 м оҙонлоғондағы, 44 манаралы ҡала диуары һәм сиркәүҙәре һаҡланып ҡалған (швед. Ringmuren) .
XХ быуат башында осраҡлы рәүештә яугирҙарҙың күпләп ерләнгән урыны (өс туғандаштар ҡәберендә 1186 кеше) табыла, улар шведтар һәм даттар араһындағы алышта Висбю тирәһендә 1361 йылдың 27 июлендә һәләк булған. Артабанғы күп йыллыҡ тикшеренеү археологик материалдары, шулай уҡ xiv быуаттың уртаһындағы яугирҙәрҙе һаҡлағыс тимер кейемдәр реконструкциялауҙың уникаль комплексы 1939-1940 йылдарҙа ике томлыҡ китапта нәшер ителгән, артабан урта быуат хәрби археологияһы буйынса ул әсбап булып тора һәм бер нисә тапҡыр яңынан баҫыла.
Ҡалала Рус Һарайы (1680) һаҡланған, уның подвалында 1971 йылда швед археологтары XII—XIII быуаттағы урыҫ сиркәүенең нигеҙе таба[3][4].
- Висбю кафедраль соборы
- Готландтарҙың боронғоһо музейы
Климат
үҙгәртергәҠала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 0,7 | 0,3 | 3,1 | 8,0 | 14,3 | 19,0 | 20,3 | 19,7 | 15,4 | 10,7 | 5,7 | 2,5 | 10,0 |
Уртаса температура, °C | −1,1 | −1,8 | 0,1 | 4,0 | 9,6 | 14,3 | 16,3 | 15,9 | 12,1 | 8,1 | 3,9 | 0,7 | 6,8 |
Уртаса минимум, °C | −3,4 | −4,3 | −2,7 | 0,5 | 5,1 | 9,6 | 12,3 | 12,1 | 9,0 | 5,5 | 1,7 | −1,6 | 3,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 48 | 28 | 32 | 29 | 29 | 31 | 50 | 50 | 59 | 50 | 57 | 51 | 514 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория |
Халыҡ
үҙгәртергә1960 | 1965 | 1970 | 1975 | 1980 | 1990 | 1995 | 2000 | 2005 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
15 014 | ▲16 973 | ▲19 245 | ▲19 886 | ▼19 835 | ▲20 986 | ▲21 740 | ▲22 017 | ▲22 236 | ▲22 593 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Висбю янындағы алыш (1361)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Рыбина Е. А. Новгород и Ганза. — М: А. Кошелев, 2009. — 320 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9551-0331-0.
- Thordeman B. Armour from the battle of Wisby 1361. — Stockholm: Royal Swedish Academy of Letters, History and Antiquities, 1939. — Vol. I. — P. 480.
Һылтанмалар
үҙгәртергәБөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 731 урыҫ. • ингл. • фр. |
- Gotlanti.fi (фин.)
- Экономическое чудо на Балтике (нем.)