Шаповалов Евгений Петрович

Шаповалов Евгений Петрович (25 декабрь 1904 йыл8 ноябрь 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се Украина фронтының 3-сө гвардия танк армияһы 7-се гвардия танк корпусы 23-сө Ҡыҙыл байраҡлы гвардия мотоуҡсылар бригадаһы командиры[1], гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы.

Евгений Петрович Шаповалов
Тыуған ваҡыты

25 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе

Үлгән ваҡыты

8 ноябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны

Киев, Украина ССР-ы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәрби звание

подполковник

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Отставкала

генерал-майор

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Киевтың Лукьяновский хәрби зыяратында Шаповалов ҡәбере

1904 йылдың 25 декабрендә Дон ғәскәре өлкәһенең, хәҙерге Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. рус.

Башланғыс мәктәпте тамамлай. Итексе булып эшләй.

1922 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Харьков «Ҡыҙыл старшина» мәктәбен, 1925 йылда — кавалерия мәктәбен тамамлай. 1940 йылдан КПСС ағзаһы.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында. 1944 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. Гвардия мотоуҡсылар бригадаһы командиры, гвардия подполковнигы П. Е. Шаповалов 1945 йылдың апрель-май айҙарында Берлин өсөн һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Уның бригадаһы Нейсе, Шпрее йылғаларын, Тельтов-каналды кискәндә, урам һуғыштарында, дошмандың күп ғәскәрен һәм хәрби техникаһын юҡ итә, 1200-ҙән ашыу һалдаты һәм офицерын әсирлеккә ала, хәрби әсирҙәр лагерын азат итә. Һуңынан Шаповалов бригадаһы Праганы азат итә[2].

Һуғыштан һуң СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1951 йылда бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәр Хәрби академияһы янындағы академия курстарын тамамлай. 1955 йылдан генерал-майор Е. П. Шаповалов — запаста.

19601965 йылдарҙа Киев өлкәһенең Фастов районында совхоз директоры булып эшләй[3]. 1965 йылдан пенсияла. Киевта йәшәй.

1977 йылдың 8 ноябрендә вафат була, Киевта Лукьяновский хәрби зыяратында ерләнгән[4].

Наградалары

үҙгәртергә

Яугир-головачевсылар «Карл Маркс» теплоходында 1975 йылда, Волга буйлап, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 30-йыллығы хөрмәтенә, ике экскурсия яһай. Осрашыуҙа сығыш яһаусылар араһында Е. П. Шаповалов була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Головачёв Александр Алексеевич — Советтар Союзы Геройы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шаповалов Евгений Петрович. «Герои страны» сайты.