Шакиров Мәғнәүи Мәүли улы

ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, агроном
(Шакиров Магнавий Мавлиевич битенән йүнәлтелде)

Шакиров Мәғнәүи Мәүли улы (рус. Шакиров Магнавий Мавлиевич; 19 март 1942 йыл16 ноябрь 2006 йыл) — ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, агроном. 1979 йылдан КПСС-тың Мишкә район комитетының икенсе секретары, 1985 йылдан халыҡ депутаттарының Борай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1989 йылдан КПСС-тың Борай район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан халыҡ депутаттарының Борай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2000 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы.

Шакиров Мәғнәүи Мәүли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 март 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Бикмәт ауылы, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 ноябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Boray, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән, агроном
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2000).

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәғнәүи Мәүли улы Шакиров 1942 йылдың 19 мартында Башҡорт АССР-ының Борай районы Иҫке Бикмәт ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1965 йылда М. Горький исемендәге Ҡазан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, 1985 йылда Свердловскиҙағы Юғары партия мәктәбен бөткән.

Хеҙмәт юлын 1959 йылда — Үзбәк ССР-ы Ҡашҡадаръя өлкәһенең Ҡаршы ҡалаһында Үзбәк ССР-ы Икмәк продукттары министрлығы базаһының төҙөлөш бригадаһында эшсе булып башлай.

1960—1965 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһындағы М. Горький исемендәге ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый.

Юғари һөнәри белем алғандан һуң, 1965—1973 йылдарҙа Яңауыл районы «Беүә» совхозында һәм Мишкә районыны «Рәфәнде» совхозында, артабан Мишкә районы ауыл хужалығы идаралығында баш агроном булып эшләй.

1973—1979 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мишкә районы Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә.

1979 йылдан КПСС-тың Мишкә район комитетының икенсе секретары.

1985—1989 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Борай районы Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылдан башҡарма комитет рәйесе — район хакимиәте башлығы.

1990 йылда Борай районындағы 189-сы Ҡайынлыҡ һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана, Юғары Советтың Ҡатын-ҡыҙҙар, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы була[2].

Артабан Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Вәкилдәр Палатаһына Борай районы буйынса 41-се Борай һайлау округынан[3] һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына Борай районы буйынса 40-сы Борай һайлау округынан[4] депутат итеп һайлана.

1994 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[5].

2000 йылда Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнә[6]

Хеҙмәт ветераны 2006 йылдың 16 ноябрендә Борай ауылында вафат була.

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994)
  • Дуҫлыҡ ордены (2000)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Республика Башкортостан. Кто есть кто. Информационн-справочное издание. — Уфа: ТПП РБ, 1998. — 363 с., {ref-ru}} (Тикшерелеү көнө: 17 март 2022).

Һылтанмалар

үҙгәртергә