Шайморатов
Шайморатов — башҡорт фамилияһы. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Шайморатова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
үҙгәртергә- Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 (27) август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).
- Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы (9 декабрь 1910 йыл — 11 ғинуар 1992 йыл) — йырсы (лирик-колоратура сопрано). 1942 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1948 йылдан — Татар филармонияһы (Ҡазан), 1950—1960 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1950).
- Генерал Шайморатов ордены — Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы (бүләге).
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |