Бишмәт
Бишмәт — төркиҙәрҙең оҙон салғыйлы, билле, эслекле, еңле, төймәле өҫ кейеме. Башҡорт милли кейеменә инә.
Бишмәт |
Күп кенә Кавказ, төрки һәм ҡайһы бер фин-уғыр халыҡтарында осрай.
Тегелеше
үҙгәртергәРәсәйҙәге төрлө халыҡтарҙыҡын дөйөмләштереп алғанда, ултыртма яғалы, салғыйлы, ғәҙәттә мамыҡ һалып һырылған, муйынға еткәнсе эленгән, тубыҡҡа етеп торған оҙонлоҡтағы өҫ кейеме. Еңдәрен барсанан, бәрхәттән дә теккәндәр. Архалук тигән өҫ кейеменә ля оҡшап ҡуя, ундайын кавказ аръяғы кейемдәренең төрөнә лә индергеләйҙәр [1]. Һуңғараҡ бишмәт һырылған фуфайкаға (ватник) прототип булып китә, ә еңел, ҡыҫҡартып тегелгәнен — гимнастёрка прототибы тип атарға була [2].
Бишмәтте ғәҙәттә атлас, сатиндан теккәндәр; туҡымаһы — йөн, ебәк, репс һәм башҡалар. Оло йәштәге казактар күк, ҡара, көрәнтөҫтәге бишмәт, йәштәр — ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр төҫтәгеһен кейгән.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәБишмәт казак ғәскәрҙәрендә форма кейеме булған, төҫө һәм беселеше раҫланған бер рәүештә етештерелгән. Хәрби хеҙмәт үтәмәгәндә казактар бишмәтте үҙҙәре теләгән төҫтә һәм тегелештә кейә алған. Уны кешелеккә тип тә, көндәлек тә - өй араһында кейергә тәғәйенләп тә теккәндәр. Йәш казактар йәйгеһен ҡырға күңел асырға йә байрамдарға сыҡҡанда ла кейгән. Ҡарт казактар өйҙә мамыҡ ҡатлап һырылған бишмәт кейгән.
Бишмәт өҫтөнән ҡылыс билбауы тип йөрөтөлгән күн ҡайыш таҡҡандар, ул баҡыр һәм көмөш айыл менән биҙәлгән. Уға хәнйәр йә ҡылыс элгәндәр.
Башҡорт бишмәте
үҙгәртергәИрҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ бишмәттәре төрлөсә тегелгән. Бишмәтте фабрикала туҡылған ҡараһыу төҫтәге кизе‑мамыҡ туҡыманан, йә Урта Азия ебәгенән (әҙрәс) теккәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ бишмәте еңел, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрендә киң таралған булған; бөтә ерҙә лә ирҙәр бишмәте еңел итеп тә тегелгән, мамыҡтан һырылғандары Урал аръяғында һәм тау‑урман райондарында таралған. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондарында шулай уҡ билле ҡыҫҡа бишмәт тә кейгәндәр. Күлдәк өҫтөнән, елән аҫтына ҡалдырып кейгәндәр.
Ҡатын-ҡыҙ бишмәте уҡа менән биҙәлгән.Ул камзул, күлдәк өҫтөнән кейелгән. Көндәлеккә лә, кешелеккә лә тәғәйенләп теккәндәр. Ҡалым малына ингән [3]
Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа
үҙгәртергәМ. Ғафури
Тышын ҡыҙыл кергәзиндән, эсен ҡара бәздән ҡуйып, мамыҡ менән һырып, бишмәт тектерҙеләр.
Йырҙан
Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә [4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рутульцы
- ↑ Правила ношения казачьей формы 2008 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Бишмәт [1](недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 150-се бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. Уфа, 1995.
- Раиса Мардуховна Кирсанова. Бешмет // Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв.: Опыт энциклопедии / под ред. Т. Г. Морозовой, В. Д. Синюкова. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1995. — С. 40. — 383 с.: ил. с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-144-0.