Цимлянск (заказник)

«Цимлянск» заказнигы — федераль әһәмиәттәге дәүләт тәбиғәт заказнигы. Ростов өлкәһе Цимлянск районының көнсығышында урынлашҡан. Зоология йүнәлеше бар.

Цимлянск
Нигеҙләү датаһы 20 сентябрь 1983
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП IV: заказник[d]
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Урынлашыуы

үҙгәртергә
 
Заказнигы майҙандары структураһы буйынса итеү субъекттарында 2010 йылға цимлян

«Цимлянск» дәүләт тәбиғәт заказнигы Ростов өлкәһенең көнсығышында Цимлянск районында Новоцимлянск ауылы биләмәһендә Дон-Цимлянск ҡомдары тәбиғәт комплексының өлөшө булған «Кучугуры» ҡотоғо сиктәрендә урынлашҡан. Волгоград өлкәһе территорияһында һаҡланыусы тәбиғәт зонаһының дауамы булып «Цимлянск ҡомдары» паркы тора

Заказник ысынбарлыҡта Ростов өлкәһенең төп өлөшөнән Цимлянск һыуһаҡлағысы менән айырылып тора, ә заказник биләмәһендә үҙендә автотранспорт өсөн үтеүе ҡыйын, насар үҙләштерелгән һәм халыҡ аҙ ултырған. Заказник биләмәһендә элек булған утарҙар кешеһеҙ ҡала һәм даими халҡы булмай. Додонов һәм Линька утарҙары күсерелә, ә Аксенов утарында 2009 йыл аҙағында 5 кенә кеше ҡала[1]. Заказник ерҙәрен хужалыҡта файҙаланыу, ҡыуғын малсылыҡтан тыш, перспективаһыҙ

Заказник майҙаны 44,998 мең гектар тәшкил итә, уныү 14,3 мең гектары Цимлянск һыуһаҡлағысының яр буйы акваторияһына тура килә[2].

Заказниктың төньяҡ-көнсығыш сиктәре Ростов һм Волгоград административ сиктәре буйлап үтә, көньяҡ-көнбайыш сиге һыуһаҡлағыстан ике километр алыҫлыҡта, көнбайыш сиге төньяҡ йүнәлештә Цимла йылғаһының үҙәне буйлап бара. Цимлянск һыуһаҡлағысындағы заказникҡа ҡараған һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы яр буйы һыҙатының ике километрын биләй[3].

Заказник 1983 йылда ойошторола. 1996 йылдан федераль статус алып, «Ҡара диңгеҙ һәм Аҙау диңгеҙҙәре ярындағы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территориялары исемлегенә» индерелә[2]. 2000 йылдар башында заказникты Цимлянск дала ҡурсаулығы итеп ҡороу буйынса пландар була[4]. Әммә 2010 йылда баҫылып сыҡҡан Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы бойороғо буйынса Цимлянск заказнигы үҙенең элекке статусын һаҡлап ҡала[3]. 2011 йылдан заказник Ростов ҡурсаулығы хакимиәте ҡарамағына күсерелә[5].

Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 377—391мм тәшкил итә. Уның йыл миҙгелдәренә бүленеше етерлек кимәлдә тигеҙ түгел. Яуым-төшөмдөң күпселек өлөшө йылы осорҙа, апрелдән алып октябргә тиклем 235—236 мм кимәлендә, башлыса ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғырҙар рәүешендә була. Һалҡын осорҙа яуым-төшөм (ноябрь-март) — 141-156 мм кимәлендә, ямғыр һәм ҡар рәүешендә[6].

Рельефы һәм геоморфологияһы

үҙгәртергә

Заказник биләмәһе ике геоморфологик районға ҡарай: Дон -Донецк эрозион тигеҙлеккә һәм Түбәнге дондың аллювиаль-аккумулятив тигеҙлеккә. Рельефынынң төп формалары булып бөтә массив буйлап һуҙылған 8 метр бейеклектәге түмәләсле ҡомдар теҙмәһе тора[6].

Цимлян һыуһаҡлағысының яр һыҙаты ныҡ йырғыланған һәм һыуһаҡлағыста һыу кимәленең тирбәлешенә бәйле даими торошта түгел

Үҫемлектәр донъяһы

үҙгәртергә

Цимлянск заказнигы урман-дала комплексынан тора. Заказник биләмәһендә ярымсүл, дала, урман-дала, урман, уйпат болондар һәм һаҙлыҡтар осрай.

Дала үҫемлектәре заказниктың эске өлөшөндә өҫтөнлөк итә. Тигеҙ ҡомдарҙа үҫемлектәрҙән мәхрүм бүтәгәле ҡомло дала үҫешә.

Урмандар заказниктың яҡынса 10 % майҙанын биләй. Урмандарҙа тирәк, ҡарағай, акация, уҫаҡ яһалма ултыртылған урмандан, шулай уҡ сауҡалыҡтар барлыҡҡа килтереүсе дымлы түбән ерҙәрҙә ҡайын һәм уҫаҡ рәүешендәге реликт урман үҫемлектәренән ғибәрәт. Шулай уҡ аҡ тал һәм имәндәр осрай. Урмандарҙа реликт үҫемлек төрҙәре һаҡланған (көкөрт үләне, кәкүк етене, мүк, абаға ҡалҡанут, телүлән һәм родиола).

Болон фитоценозы ике төркөмгә бүленә:

  • бажат- ҡылғанлы, бүтәгә-бажатлы, бүтәгәле үҙемлектәр япмаһы менән етерлек дымлы булмаған уйпат туғайҙар
  • тамырлаҡ, һөтлөкәй һәм андыҙ менән таттырлауыҡ-аҡтамырлы, ҡолонҡойроҡло, күрәнле, аҡ ҡондораҡлы-аҡтамырлы төркөмдәр менән етерлек дымлы булмаған уйпат туғайҙар[6]

Һыуһаҡлағыс ярҙарында һәм кибеүсе ваҡ күлдәрҙә һаҙ ассоциацияһы ҡамыштан, күрәндән, екәндән ғибәрәт[7].

Заказник флораһы составында Рәсәй Федерацияһының һәм Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән 29 төр үҫемлек осрай. Талиев күксәскәһе, ҡылған япраҡлы аҡтамыр, һыу сәтләүеге айырыуса ҡиммәткә эйә[8].

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Заказник умыртҡалы хайуандарҙың күп төрлөлөгө менән айырылып тора (230-ҙан ашыу төрө бар). Типик төрҙәрҙән тыш (мышы, ҡабан, илек, ҡуян, үрғуян, ябай төлкө), Волгоград территорияһынан бүре, шакал инеү орсаҡтары теркәлгән. Айырыуса территория ҡоштар төрөнөң төрлөлөгөнә бай— 140 төрө (диңгеҙ бөркөтө, биҙгәләктең, төн сәпсәүенең, өкөнөң тотороҡло оялауҙары айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра). Бынан тыш, заказник биләмәһендә Рәсәйҙең һәм өлкәнең Ҡыҙыл китабына индерелгән 33 хайуан төрө осрай (дозорщик-император, сколия, торна, оҙонаяҡ сәпсәү, ҡом һайыҫҡаны, дала көҙәне)[6][7].

Заказник территорияһында 30-70-тән дә артмаған Дон мустангыларының ҙур булмаған популяцияһы һаҡлана[9] . Заказник Рәсәй территорияһының төп орнитология исемлегенә индерелгән (КОТР № РО-001)[10].

Заказниктың эшмәкәрлегенең айырым йүнәлеше булып һунар йәнлектәрен үрсетеү тора (фазан, илек, ҡуян, үрғуян, ҡабандарҙы өлкәнең һунар хужалыҡтарында урынлаштырыу буйынса уларҙың һанын арттырыу).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Справка о Новоцимлянском сельском поселении 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 Отчет о результатах контрольного мероприятия «Проверка использования в 2008—2009 годах средств федерального бюджета и федерального имущества, предназначенных для обеспечения функционирования особо охраняемых природных территорий федерального значения (заповедников и заказников) в Карачаево-Черкесской Республике, Республике Калмыкия, Ростовской и Тюменской областях» (недоступная ссылка — история). 2011 йыл 16 октябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Положение о Государственном природном заказнике федерального значения «Цимлянский» 2014 йыл 28 июль архивланған.
  4. Схема территориального планирования Восточного внутриобластного района Ростовской области
  5. Заказник Цимлянский на сайте Ростовского заповедника (недоступная ссылка — история). 2014 йыл 29 июль архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 ООПТ России
  7. 7,0 7,1 Особо охраняемые природные территории Ростовской области. 2011 йыл 8 июль архивланған.
  8. 6
  9. Н. Спасская Одичавшие лошади — не чужие в степи // Степной бюллетень № 25 2008 год.(недоступная ссылка)
  10. КОТР Европейской России: Цимлянские пески — РО-001.(недоступная ссылка)